Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
26 Май 2024, 05:58

Күргәҙмәләр һәм спектакль

''Китап-байрам''ының аҙаҡҡы көнө беҙгә нимәләр әҙерләгән?

Күргәҙмәләр һәм спектакльКүргәҙмәләр һәм спектакль
Күргәҙмәләр һәм спектакль

Бөгөн Өфөлә «Китап-байрам»икенсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе дауам итә.

Сәғәт 10-дан 20-гә тиклем «Уфа в зеркале времени» китап күргәҙмәһе һәм Өфөнөң 450 йыллығына сувенир продукцияһы күргәҙмәһе эшләйәсәк.

 Шулай уҡ иртәнге сәғәт 10-дан 20-гә тиклем теләгән һәр кем өҫтәл уйындары уйнай ала, викториналарҙа ҡатнаша йәки пазлдар йыя ала. Сәғәт 10-дан 13-кә тиклем «Уфа — сердце Евразии» картаһы буйынса интерактив сәйәхәт ойошторола. Шул уҡ ваҡытта каллиграфия буйынса «Волшебное перо» оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға мөмкин.

16-18 сәғәттәрҙә «Уфимская палитра» (открыткаларҙы буяу) оҫталыҡ дәресе үткәрелә.

17: 00 сәғәттә киске уҡыуҙар башлана.

17 сәғәттә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында Башҡортостан Яҙыусылар Союзының 90 йыллығына арналған тантаналы сара үтәсәк.

 II «Китап-Байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһен ябыу тантанаһы. «Книга года на Земле Урал-батыра» нәшриәттәре араһында конкурс финалы 18.00 сәғәттә төп сәхнәлә башлана.

Бында уҡ, төп сәхнәлә,  18.40 сәғәттә Рәсәй театр һәм кино актеры, алып барыусыһы Александр Олешко тамашасыларға «Весточка» музыкаль-әҙәби программаһын тәҡдим итә.

19.30 сәғәттә төп сәхнәлә тамашасылар Олег Ройҙың «Неотправленные письма» романы буйынса спектакль ҡараясаҡ.

21.00 сәғәттә шулай уҡ төп сәхнәлә кино күрһәтеү өсөн ваҡыт. Бөгөн унда «Битва за Севастополь» фильмы күрһәтеләсәк.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас