Шоңҡар
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Май 2024, 09:41

Программист йәки компьютер белгесе булырға уйлай инем

Мәктәп йылдарында, ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм. Ярайһы ғына уйнарға өйрәнгәнмендер инде, минең сығышты күреп, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Ришат ағай Рәхимов, 9-сы класты тамамлағас, үҙенә уҡырға саҡырҙы.

Программист йәки компьютер белгесе булырға уйлай инем
Программист йәки компьютер белгесе булырға уйлай инем

Егет һүҙе менән түгел, ә эше менән дан ала, тиҙәр. Бөгөнгө әңгәмәсем – йәш йырсы Алмас СИРУСИН моңло тауышы, үҙенсәлекле башҡарыу мане­раһы һәм йырға булған һаҡсыл ҡарашы менән тамаша­сыны әсир итте. Бөгөн күптәр йырлап өлгөрмәй, үҙенә төрлө юлдар менән пиар эшләй, уңлы-һуллы шәхси тормошо тураһында һөйләп, танылыу ала. Алмасты бары тик сәхнәлә күрергә була, хатта социаль селтәрҙә лә уның тураһында мәғлүмәт табыу мөмкин түгел, шикелле.

– Алмас, һинең йырсы булыуыңа аптырарға ла ярамайҙыр: таланттарға бай Баймаҡ ерендә тыуып үҫкәнһең, бер туған ағайың Рәфис тә – сәхнә кешеһе. Бала саҡтан йырлайһыңмы?
– Ғаиләбеҙ менән талантлы булғас, беҙҙе гел концерттарҙа ҡатнашырға саҡырҙылар. Дүрт йәштән сәхнәләмен. Йырлап, бейеп, ҡурайҙа уйнап йөрөй торғайным. Атайым ауыл хужалығында эшләне, гармунсы тигән даны бар. Ә әсәйем – уҡытыусы. Буранбай ауылында тыуып үҫкән кеше булараҡ, ул йыр-моңға һәләтле. Һәм был талант ағайым менән миңә лә күскән. Беҙҙең Күгиҙел ауылында, хәйер Баймаҡ районының һәр ауылында шулайҙыр инде, мәҙәниәт йорто гөрләп эшләй. Халыҡ береһенән-береһе талантлы. Шуға ла байрам саралары, концерттар матур үтә. Вилүр ағай Мәүлетов балалар менән ныҡлы эшләне. Уның йырҙарын йырланыҡ, ҡурайҙа ла уйнарға өйрәтте. Сәнғәткә, сәхнәгә һөйөүҙе ул тәрбиәләне тип әйтер инем. Бала саҡ, ысынлап та, йырлап үтте.
– Шуға ла һин мәктәпте тамамлау менән сәнғәт юлынан киткәнһеңдер?
– Сәхнәлә йырлап йөрөһәм дә, артист, йырсы булам, тип хыялланып йөрөмәнем ул. Программист йәки компьютер белгесе булырға уйлай инем. Рәфис ағайым Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлеген тамамлап, артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инде. 9-сы класты тамамлағас, бәхетеңде һынап ҡара, тип, ул мине сәнғәт училищеһына алып килде. Ысынын әйтәм, күңел ятманы. Беҙ бит тәбиғәт биргән һәләт менән йырлайбыҙ, махсус белем юҡ. Ә унда сольфеджио, гармония, нота грамматикаһы, тип “аңлайышһыҙ” нәмәләр һөйләйҙәр. Етмәһә, 9-сы кластан һуң тауыш нығынып етмәй, айырыуса малайҙарҙың, тигәндәрен дә ишетеп ҡалдым. “Алһалар – алырҙар, алмаһалар юҡ!” – тинем дә, башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды йырланым. Башҡа имтихандарға инеп тә торманым, ҡайтып киттем. Нота белмәгәс, нимә эшләйем инде? Уҡырға саҡырыу килгәс, аптырап киттем. Шатландым тип тә әйтә алмайым. Тормошҡа аныҡ ҡарашы булмаған, нығынып етмәгән 15 йәшлек баланан нимә көтәһең инде?
– Ә йыр сәнғәтенә, сәхнәгә һөйөү студент йылдарында барлыҡҡа килдеме?
– Эйе. Тәүге йылдарҙа уҡыу илке-һалҡы барҙы. Алдан әйткәнемсә, үҫмерлек йылдарында тауыш ултырып бөтмәй. Ә мин тенор, юғары тауышлы йырсы. Шуғалыр артыҡ шөғөл­ләнмәнем, уҡытыусы тауышты боҙоуҙан ҡурҡты. Имтихандарҙы ла илке-һалҡыраҡ бирә инем. Курстағы ун студент араһында ике генә кешенең музыка буйынса махсус белеме булманы. Һигеҙ бала буш ваҡытында ял итһә, икәүебеҙ өҫтәлмә белем ала ине. Тауыш буйынса ла үҫеш юҡ. “Дөрөҫ юлдан киттемме?” – тигән икеләнеүҙәр ҙә барлыҡҡа килә башланы. 3-сө курста уҡытыусым, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров миңә “ныҡлы тотондо”. Диплом алғанда, иң яҡшылар исемлегендә инем. Аҙаҡҡы курстарҙа йырсы булырға тигән маҡсат барлыҡҡа килде, сәхнәнән башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Училищены тамамлау менән уҡыуымды институтта дауам итергә булдым.
– 15 йәштән атай йортонан айырылыу ауыр булманымы?
– Ағайым янында булғас, һәр ваҡыт ҡурсыулы булдым. Училищеға уҡырға килгәс тә, ул яйын табып, бер бүлмәлә йәшәнек. Аҡсаһыҙлыҡ проблемаларын да күберәк ул хәл итте. Янымда бер туғаным булғас, күңел бөтөн ине. Һағынып, илап ултырғанымды хәтерләмәйем. Рәфис ағай – бөгөнгө көнгә тиклем минең кәңәшсем, терәгем. Барлыҡ серҙәремде уға һөйләйем. Хәҙер ул ғаиләле кеше, мәшәҡәте артты. Әммә миңә ҡарата һис кенә лә иғтибары кәмемәне.
– Тамашасыларҙың һеҙҙе сағыштырыуҙары күңелеңде өйкәмәйме?
– Юҡ. Беҙ бит бер үк тәрбиә алған, бер ҡан аҡҡан туғандар – тышҡы ҡиәфәт тә, тормошҡа ҡараш та, башҡарыу манераһы ла оҡшаш. Үҙенең йырға мөнәсәбәте менән Рәфис ағай миңә остаз булып тора: һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә, көйҙөң гармонияһына, тауышыңа килешәме-юҡмы икәненә иғтибар итә. Аранжировканы ла матур итеп эшләтә. Һәм сәхнәгә һәр ваҡыт ихлас күңел менән, тамашасыларын яратып сыға. Уға оҡшаталар икән, тимәк, миңә ҡарата ла шундай ҡараш, тип ғорурланырға ғына ҡала.
– Студент йылдарына әйләнеп ҡайтҡанда, институтта нисек уҡының?
– Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класына эләгеүем оло бәхет булды. Бөгөнгө эшем, уңыштарым менән уға рәхмәтлемен. Сөнки миңә тәүге курста уҡығанда уҡ эшләргә мөмкинлек бирҙе. “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленә конкурс иғлан ителгәйне, рөхсәт алып шунда барҙым. Гастролдәр ваҡытында ҡалған дәрестәрҙе ҡыуып етергә, тигән шарт ҡуйылғайны. Училище базаһы булғанғалыр, уҡыуы ауыр булманы. Маҡтап, кәрәк урында әрләп, кәйеф булмағанын һиҙеп, хәлдәремде һорашып ҡына торҙо. Хәҙер ҙә ижадыма битараф түгел. Ғөмүмән, ундай уҡытыусыға эләгеү – һирәктәргә генә тәтегән бәхеттер ул.
– Тимәк, һинең тәүге эш урының “Мираҫ”та булдымы?
– Эйе, бер йыл да өс ай шунда эшләнем. Унда эшләү ныҡ оҡшаны. Тик унда ансамбль булғас, бейергә лә кәрәк ине. Ә миндә ул талант бөтөнләй юҡ. Эште үҙ-үҙеңде көсләп, теләр-теләмәҫ кенә башҡарып булмай. Шуға, “тыныс” эшкә күсергә тура килде. Ғөмүмән, сәхнәлә тыныс ҡына тороп йырлайым бит. Артыҡ һүҙҙәр һөйләп, ҡыланып йөрөй алмайым. Филармонияла ла төрлө театрлаштырылған тамашалар, балалар өсөн әкиәттәр ҡуйыла. Уларҙан һәр саҡ баш тартам. Ә йырларға тигәндә – ҡуш ҡуллап. Нимәһе ҡыҙыҡ, сәхнәләге етди йырсыны күреп, мине тормошта ла шулай икән, тип уйлайҙар. Ә мин ғәҙәти тормошта шаян, йор һүҙле, бер аҙ шуҡ кешемен. Дуҫтарым менән бигерәк тә рәхәтләнеп шаярам.
– Белеүемсә, һин академик йырлау класында уҡығанһың. Опера театрына эшкә барырға теләмәнеңме?
– Әгәр уҡып бөткән саҡта эшем булмаһа, үҙемде төрлө яҡлап һынап ҡарар инем. Шул иҫәптән, опера театрындағы конкурста ла ҡатнашыр инем. Бәхетемә, һуңғы өс курста уҡығанда уҡ филармонияла эшләгәс, диплом алғас та эш урынымды алыштырғым килмәне.
– Йырсы булыу өсөн туғыҙ йыл буйына уҡыу кәрәкме? Юғиһә, 2 – 3 йыр менән дә популярлыҡ яулаусылар күп...
– Әлбиттә, кәрәк. Сөнки эстрада – ул ваҡытлы күренеш. Бөгөн был йыр популяр, ә иртәгә онотола. Профессиональ йырҙар һәм йырсылар һәр ваҡыт халыҡ күңелендә. Юҡҡа ғына Мәғәфүр Хисмәтуллин, Илфаҡ Смаҡов, Зәки Мәхмүтов һәм башҡа мәшһүр йырсыларҙың башҡарған йырҙарына ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтмайбыҙ бит. Ә инде бер нисә йыр менән булһа ла халыҡты әүрәтә алған эстрада “йондоҙҙарына” афарин тип кенә әйтергә ҡала. Тимәк, ул халыҡтың әлеге мәлдә күңеленә яҡын теманы тапҡан, йыр яҙҙыртҡан. Ҡыҫҡаһы, эшләгән. Күңелемде икенсе күренеш борсой: туғыҙ йыл буйына уҡыған профессионалдар төрлө сәбәптәр менән сәхнәнән китә. Был бит башҡорт йыр сәнғәтендәге оло юғалтыу.
– Эстрадала, сәнғәт донъяһында үҙеңдең урыныңды табыу ауырмы ул? Әллә филармония артистарына был йәһәттән еңелерәкме?
– Әлбиттә, тәғәйен эш хаҡы менән аныҡ урында эшләү ниндәйҙер ышаныс бирә. Әммә үҙеңдең юлыңды тапҡансы, танылыу яулағансы эшләргә лә эшләргә кәрәк. Мин, мәҫәлән, үҙемдең стилде таба алмай оҙаҡ эҙләндем. Көндәр буйы йырҙар тыңлап ултыра торғайным. Авторҙар үҙҙәренең йырҙарын тәҡдим итә ул. Әммә күңелгә оҡшағаны булмай, булһа ла, тауышыма тап килмәй. Репертуар туплауы ауыр булды. Хәҙер Альфред Яҡшымбәтов, Наил Шәймәрҙәнов, Артур Туҡтағоловтар ижад иткән йырҙарҙы башҡарам, башлыса улар менән хеҙмәттәшлек итәм. Шулай ҙа күңелемә барыбер ретро һәм халыҡ йырҙары яҡын булып ҡала.
– Бала саҡта программист булырға уйланым, тигәйнең. Заман техникалары менән дуҫлыҡ нисек?
– Маҡтанырлыҡ түгел. Мәктәптә уҡығанда ярайһы ғына яҡшы уҡыным – әсәй уҡытыусы булғас, тырышмайынса булмай ине. Шул саҡтарҙа теүәл фәндәргә, компьютерға ҡыҙыҡһыныу ҙур булды. Әммә сәнғәт юлынан киткәс, һүрелдем. Әлдә ул һөнәрҙе һайламағанмын тип уйлайым. Күңелһеҙ булыр ине, моғайын.
– Яратҡан йырсыларың кем? Дуҫтарың араһында ижад кешеләре бармы?
– Халыҡ йырҙарын яратҡас, электән Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Азамат Тимеровтарҙы тыңлайым. Ә дуҫтарым араһында башлыса ижад кешеләре. Алмас Хөсәйенов, Илнур Шәрәфетдинов, баянсы Илмир Ғарипов – бер тиҫтер беҙ. Шуға ла тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ. Шаяртыу ҡатыш ҡына бер-беребеҙҙе тәнҡитләп тә алабыҙ.
– Ғәҙәттә, ауыл ерендә йәшәүселәр балаларының йырсы булыуын теләмәй...
– Әсәйем, йыр-моң яратҡан кеше булараҡ, ике улының да сәнғәт юлынан китеүенә шатланып бөтә алмай. Ә атайым тәүҙәрәк: “Ғаиләгә бер йырсы етер ул”, – ти ине. Аҙаҡ күнде. Хәҙер ғорурлығын йәшермәй. Ауылға ҡайтҡанда, концерттарға саҡырһалар, ҡатнашыуҙан баш тартмайым. Яҡташтар алдында ҙур ҡыуаныс менән сығыш яһайым.
– Ижадтан тыш буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең?
– Мөмкинлек булған һайын, ата-әсәйемә ярҙам итер өсөн, ауыл яғына ҡайтам. Өфөлә булһам, концерттарға йөрөйөм. Өҫтәл теннисы уйнайым, дуҫтар менән осрашып, йыш ҡына турнир ойоштороп алабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, буш ваҡытым да күпселек ижад менән үтә ул: йырҙар эҙләйем, яңыларын өйрәнәм. Шаулы урындарҙы яратмайым. Студент йылдарында дискотекаға йөрөй торғайным, хәҙер иһә өйҙә ултырыуҙы, йәиһә тәбиғәткә сығыуҙы хуп күрәм.
– Ҡапыл ғына сығыш яһарға саҡырғандары бармы? Сәхнәлә көтөлмәгән хәлдәр булһа, нимә эшләйһең?
– Яңы йыр булһа, йыш ҡына һүҙҙәре онотола ла ҡуя. Бер үк куплетты ҡат-ҡат йырларға ла тура килде. Мәғәнәһе буйынса яҡыныраҡ булған һүҙҙәрҙе лә әйтеп ебәрәм. Ә инде йырҙың ҡап уртаһында музыка туҡтаһа, аппаратура боҙолһа, акапелла йырлайым.
Саҡырыуҙарға килгәндә, йыш ҡына оҙайлы ялда ауылға ҡайтам, кис етһә: “Иртәгә гастролдәргә сығырға”, – тип шылтыраталар. Өфөлә булһаң, бигерәк ҡыҙыҡ: эштән ҡайтып китеүеңә, бер сәғәттән шул-шул ерҙә йырларға кәрәк”, – тиҙәр. Тәүге осорҙа аптырап ҡалам, паника башлана ине. Ә хәҙер өйрәнелде – тыныс ҡына йыйынаһың да юлға сығаһың. Юлда барғанда ниндәй йырҙы башҡарырға икәнлеген һорашып, репетиция яһайһың. Дөрөҫөн әйткәндә, профессиональ йырсы әйтеү менән сәхнәгә сығып йырларлыҡ булырға тейеш. Уҡытыусым Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы беҙҙе: “Төндә уятып йырларға ҡушҡанда ла йырлай алырлыҡ булһын!” – тип өйрәтте.
– Һин талантлы, матур һәм иң мөһиме – өйләнмәгән егет. Ҡатын-ҡыҙҙар тарафынан иғтибар ҙурмы?
– Өйләнеү тураһында уйлана башланым ул (көлә. – Авт.). Интернет аша хаттар күп килә. Ҡыҙҙарҙың һөйөү белдереүенә иғтибар итмәҫкә тырышам. Улар бит минең үҙемә түгел, ә йырҙарыма, сәхнәләге Алмасҡа ғашиҡ. Дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым үпкәләмәһен өсөн, уға был турала аныҡ итеп аңлатҡанмын. Ә инде йырымды яратып, комплимент яҙыусыларға һәр ваҡыт рәхмәтлемен. Урынлы тәнҡиткә лә ҡолаҡ һалам. Интернет насар кеүек күренһә лә, аҡыллы итеп ҡулланғанда, ижад кешеһе өсөн ул мөмкинлектәр майҙаны булып тора. Үҙем быға тиклем социаль селтәрҙе артыҡ үҙһенеп етмәй инем. Киләсәктә ижад майҙаны булараҡ үҙләштерергә ине.
– Тамада булып эшләп ҡарағаның булдымы?
– Минән тамада сыҡмай. Әммә саҡырыуҙар булһа, табындарҙа йырлауҙан баш тартмайым. Күптән түгел Ейәнсура районында концерт ҡуйып йөрөгәйнек. Шунда мине ишетеп, бер ағай тыуған көнөнә йырларға саҡырҙы. Халҡыбыҙҙың йыр яратыуы табындарҙа һиҙелә лә инде: күңел асҡан мәлдә лә, еңел-елпене түгел, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙы һорайҙар. Шулай уҡ репертуарымдағы рус, итальян йырҙарын да йырлайым.
– Һин байтаҡ республика йыр конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яуланың. Артабан Рәсәй кимәлендә үҙеңде һынап ҡарағың килмәйме?
– Эйе, мәктәп йылдарында уҡ районда 1-се урын яулай торғайным. Аҙаҡ республика кимәленә күтәрелдем. “Башҡорт йыры” телефестивалендә Гран-при яулауым минең өсөн иң ҙур баһа булды. Шундағы сығыштан һуң, башҡорт халыҡ йыры “Сибай” минең төп номерға әүерелде. Йыр үҙемә лә оҡшай, тауышыма ла тап килә. Шулай уҡ Татарстанда үткән “Татар йыры” һәм Рәшит Ваһапов фестивалдәрендә – 1-се, Әлфиә Авзалова исемендәге конкурста 2-се урындарҙы алыуым да оло имтиханға тиң ине. Тик артабан нимәлер иҫбатлап, бәйгеләрҙә ҡатнашҡы килмәй. Ул еңеүҙәр йәшерәк саҡта, студент йылдарында ҡыҙыҡ.
– Татарстанда ҡалырға саҡырыу булдымы?
– Эйе, хатта бер нисә тапҡыр. Тәүгеһендә уҡыуҙы ташларға теләмәйенсә, баш тарттым. Әгәр уҡырға мөмкинлек бирһәләр, ризалашыр инем, моғайын. Йәшерәк саҡта күңел һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашҡына бит, яңы урындарҙы яулағы килә. Шул уҡ ваҡытта хөрмәт иткән уҡытыусымды ташлағым, ике йылдан артыҡ һалынған хеҙмәтте юҡҡа сығарғым килмәне. Аҙаҡҡы саҡырыуҙарҙа инде Рәфис ағайым менән әсәйем тыуған ерҙә ҡалырға, бәхетте үҙебеҙҙән эҙләргә кәңәш бирҙе. Уларға ошо һүҙҙәре өсөн һаман да рәхмәтлемен. Сөнки бер кемгә лә, бер ерҙә лә уңыш еңел генә бирелмәй – эшләргә кәрәк. Эйе, Татарстанда шоу-бизнес, эстрада ныҡ үҫешкән. Ә профессиональ йыр сәнғәтен ҡарағанда, Башҡортостан йырсыларының кимәле күпкә юғары. Шуға ла унда үткән конкурстарҙа гел беҙҙең йырсылар урын ала.
– Күңелеңдең бошонҡо сағында сәхнәгә сығыуҙан баш тартҡаның булманымы?
– Юҡ, әлбиттә. Йыр – ул үҙе дауа. Сәхнәгә сығып, (хатта өйҙә ултырғанда ла) моңланып бер йырлап ебәрһәң, күңел бушап ҡала, еңеллек тояһың. Шунан күңеллерәген башҡарып, дәртләнеп китәһең. Тамашасыларҙың да ҡул сабып, йырлағаныңды яратып ултырғанын күреү күңелде күтәрә.
– “Йырсы булмаһам...” тип уйланғаның бармы?
– Юҡ, күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яҙмышыма яҙылғандыр, моғайын. Әле бына иҫләп ултырам да, сәхнә кешеһе булыр инем барыбер тип уйлайым. Мәктәп йылдарында, ҡурай түңәрәгенә йөрөнөм. Ярайһы ғына уйнарға өйрәнгәнмендер инде, минең сығышты күреп, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Ришат ағай Рәхимов, 9-сы класты тамамлағас, үҙенә уҡырға саҡырҙы. Ҡанатланып киттем, тағы ла һәйбәтерәк итеп өйрәнергә тырыштым. Бәлки, ошо көндө йырсы түгел, ә ҡурайсы ла булған булыр инем, әгәр ҙә бер осраҡлылыҡ булмаһа. Бер аҙҙан районда үткән ҡурайсылар конкурсында ҡатнаштым. Сәхнәгә сығып, халыҡ йыры “Азамат”ты уйнай башлағанымды беләм. Иҫемә килгәндә сәхнә аҫтында ята инем: әллә тулҡынланыуҙанмы, әллә тыным етмәүҙәнме, һуштан яҙып ҡолағанмын. Шунан һуң ҡурайҙы ташланым да ҡуйҙым. Хәҙер дуҫтар йыйылғанда ғына һыҙғыртып ҡарайым – онотолмаған былай. Нимәһе ҡыҙыҡ, атайым гармун уйнаһа ла, мин бөтөнләй уның менән ҡыҙыҡһынманым.
– Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһең?
– Һайлаған һөнәремә тоғро ҡалып, халҡымдың хазинаһы булған йырҙарҙы йырлап йәшәргә яҙһын тип теләйем. Үҙ концерттарымды ҡуйырға, гастролдәргә йөрөргә. Әлбиттә, шәхси тормошта ла бәхетемде табырға.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Алмас! Ижади уңыштар насип булһын!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас