+24 °С
Ямғыр
Донъяла Күршеләр көнө 1999 йылдан алып билдәләнә. Байрам күршеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Күршеләребеҙ менән татыу йәшәйек!
Күршеләрем – изге кешеләр
Йәмләнеп тә китә иртәләрем,
Сәләм бирһә миңә күршеләр.
Эселгән бит әллә күпме сәйҙәр,
Айырһа ла беҙҙе кәртәләр.
Күршеләрем, яҡын кешеләрем,
Уртаҡ беҙҙең бешкән бәлештәр.
Еңелерәҡ үтә өмәләрем,
Бергә башҡарылғас ҙур эштәр.
Туған кеүек яҡын күршеләрем,
Бармы икән һеҙҙең ишеләр?
Онотола барлыҡ мәшәҡәтем ,
Рәхмәт, һеҙгә күрше-күләндәр!