Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
4 Июнь 2024, 06:55

Сәүиә Сираева: "Ике тапҡыр тормошта булдым"

Беренсе ирем – улдарымдың атаһы йырсы ине...

Сәүиә Сираева: "Ике тапҡыр тормошта булдым"Сәүиә Сираева: "Ике тапҡыр тормошта булдым"
Сәүиә Сираева: "Ике тапҡыр тормошта булдым"

Башҡортостандың һәм Татарстандың – халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисының, Салауат Юлаев ордены кавалерының бөгөн дә сәхнәлә булыуы үҙе бер оло мәртәбә. «Нур» татар дәүләт театры репертуарындағы байтаҡ спектаклдәрҙә уйнай ул. Улай ғына ла түгел, ҡайһы бер тамашасылар тап уның уйнағанын ҡарарға, уны күрергә тип театрға килә. Туҡһан йәшендә лә сәхнәлә дер һелкетеп уйнап йөрөгән легендар артистың шәхси тормошо менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр.

"Ике улым бар. Береһе Ригала йәшәй ине. Донъялар буталғас, ҡайтты ғаиләһе менән.

Хәҙер икеһе лә Өфөлә йәшәйҙәр. Ейәндәрем, уларҙың балалары бар. Ике тапҡыр тормошта булдым. Беренсе ирем – улдарымдың атаһы – йырсы Ғүмәр Әбделмәнов. Беренсе никахым тарҡалды. Ә икенсе иптәшем Рәмзи менән 37 йыл бергә йәшәнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мәрхүм инде. Хәҙер балалар,ейәндәр, уларҙың балалары шатлығы менән йәшәйем", - ти бәхетле артист, әсәй, өләсәй. 

Фото: ирекле сығанаҡ. 

Автор:
Читайте нас