Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июнь , 20:55

Биш йәштә – әсәһен, ун өс йәштә атаһын юғалта

Ҡапҡа төбөндә ултырған әбейҙәр урамдан үткәндә һәр кем менән матур итеп иҫәнлек һорашҡан һөйкөмлө ҡыҙыҡайға кәнфит тотторалар, арҡаһынан яратып, «ҡурсаҡ китеп барамы ни!», «ҡалай сос балаҡай» тип тороп ҡала торған булалар.

Биш йәштә – әсәһен, ун өс йәштә атаһын юғалта
Биш йәштә – әсәһен, ун өс йәштә атаһын юғалта

Яратҡан йырсыбыҙ Гөлсинә Мөхәмәҙиева  ата-әсәһенән иртә ҡала. Биш йәштә – әсәһен, ун өс йәштә атаһын юғалта. Ҡәҙерлеләре хаҡында күңелендә тик яҡты хистәр генә һаҡлай ул. Атаһы Әлмөхәмәт ағай ғүмере буйы колхозда алдынғы механизатор була. Йәй уны күрмәйҙәр ҙә: таңдан эшкә ашыға, ҡараңғыла ғына ҡайта. Уның ҡарауы, ҡышын, бушыраҡ булғанда, балаларына бар ваҡытын бүлә. Төпсөгөн – Гөлсинәне ике өй аша ғына торған мәктәпкә лә санаға ултыртып алып йөрөй. Саңғы шыуғандары, тәбиғәткә сыҡҡандары, ауыл янында аҡҡан йылға буйындағы таллыҡта икәүләп ҡомалаҡ йыйғандары сағыу булып хәтерендә ҡалған. «Атайым ябай холоҡло, изге күңелле, ихлас кеше ине, – тип хәтерләй Гөлсинә. – Тауыш күтәргәнен, ғауғалашҡанын, әрләшкәнен һис иҫләмәйем. Һүҙ менән түгел, ҡарашы менән генә тәрбиәләне ул беҙҙе – алты балаһын. Дөрөҫ эшләмәгәнде уның ҡарашынан аңлап, тиҙ генә төҙәтә һала инек. Наҙ-иркәһен дә йәлләмәгән, шул уҡ ваҡытта беҙҙе үҙ аллы итеп тә тәрбиәләй алған. Әле, үҙем әсәй булғас, кескәй саҡтағы шуҡлыҡтарымды иҫкә төшөрәм дә, нисек түҙҙеләр икән, тип ҡуям. Әсәйем (исеме – Ғәйникамал) аш-һыуға һәләте менән ауылда айырылып торғандарҙан ине. Туй-мәжлестәргә сәк-сәк, бәлеш бешерергә уға мөрәжәғәт иткәндәр. Апайымдарҙың да, минең дә ризыҡ әҙерләүгә маһирлығыбыҙ унан киләлер».

Әлшәй районы Таштүбә ауылы бер генә урамдан тора. Ҡапҡа төбөндә ултырған әбейҙәр урамдан үткәндә һәр кем менән матур итеп иҫәнлек һорашҡан һөйкөмлө ҡыҙыҡайға кәнфит тотторалар, арҡаһынан яратып, «ҡурсаҡ китеп барамы ни!», «ҡалай сос балаҡай» тип тороп ҡала торған булалар. Мәктәп йылдарында Илгиз ағаһы алып ҡайтҡан «Романтик» магнитофоны таҫмаларынан яңғыраған төрлө телдәге барлыҡ йырҙарҙы яттан белә, ҡушылып йырлай ул. Артабан Стәрлетамаҡта интернатта уҡыған йылдарында «Илһам» эстрада йыры ансамбле менән ҡала сәхнәләренә сыға Гөлсинә. Уның етәксеһе Миңлеғәле Хөснөтдинов кәңәше буйынса Өфөгә сәнғәт училищеһына бара, артабан уҡыуын сәнғәт институтында дауам итә.

Студент сағында уҡ ҡала мәҙә­ниәт һарайына урынлаша, әлегә тиклем шунда эшләй Гөлсинә. Тағы ла бер юғары белем алырға, бөгөнгө мөмкинлектәрҙән файҙаланып, зарурлыҡтан сығып, онлайн-курстар үтергә һәм үҙемде икенсе өлкәлә һынап ҡарарға теләгем бар, тип хыялдары менән уртаҡлаша биреп ҡуя ул.

Ике бәләкәй бала әсәһе булараҡ, бар донъяһы улар тирәһендә өйө­рөлә хәҙер. Бәләкәстәрҙе ҡыуан­дырып, үҙенә ләззәт ала. Торт бешерергә әүәҫ. Кәйеф күтәренке булғанда, бындай тәмлекәстәр айырыуса телде йоторлоҡ була, тип бүлешә. Киләсәктә татлы ризыҡ­тарҙы биҙәү буйынса белемен камиллаштырырға теләй. Гөлсинә яңылыҡҡа һәр ваҡыт асыҡ, үҙен­сәлекле рецептар өйрәнергә яратыуы ла шунан. Аҙнаһына бер тапҡыр ҡатмарлы ризыҡтар бешерергә тырыша. Көндәлектә иһә, ҡул аҫтында булған аҙыҡ-түлекте ҡулланып, балалары үҙ иткән ябай тәғәмдәр әҙерләй.

Автор:
Читайте нас: