Рәсәй көнө – илебеҙ өсөн төп байрамдарҙың береһе. Ул Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 1992 йылдың 11 июнендә раҫланған ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, 1992 йылдан бирле 12 июндә Рәсәй көнө байрамы билдәләнә. Нәҡ ошо көндә 1990 йылда РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. Был сәйәси-хоҡуҡи акт конституция реформаһының башланғысы, яңы демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә нигеҙ булып тора. Беҙ илебеҙ һәм уның тарихы менән ғорурланабыҙ, лайыҡлы киләсәгенә ышанабыҙ.
Был көндө барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ! Тыуған илебеҙ күге һәр ваҡыт аяҙ, яҡты булһын, уңыштар юлдаш булһын!