Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июнь , 21:04

Ҡурайсылар союзын етәкләйәсәк

Башҡортостан Ҡурайсылар союзының V йыйынында (съезы) төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе һайланды. Ул - Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, музыкант һәм педагог Салауат Кирәев.

Ҡурайсылар союзын етәкләйәсәк
Ҡурайсылар союзын етәкләйәсәк

Башҡортостан Ҡурайсылар союзының V йыйынында (съезы) төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе һайланды. Ул - Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, музыкант һәм педагог Салауат Кирәев.

Ҡурайсылар йыйыны Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған «Салауат йыйыны» фольклор байрамында үтте. Сара милли батырҙың тыуған төйәгендә, Тәкәй ауылы урынында асылған «Салауат ере» тарихи-мемориаль паркында ойошторолдо. Йыйында 100-ҙән ашыу кеше — билдәле ҡурайсылар, ғалимдар, фольклорсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре һәм республиканың милли йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Йыйында ҡурай традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халыҡ музыкаһын һәм башҡарыу сәнғәтен популярлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. Ҡатнашыусылар ҡурайҙа уйнау оҫталығын йәш быуынға тапшырыуҙың мөһимлеген һәм йәш ҡурайсыларҙы уҡытыу өсөн шарттар булдырыу кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ башҡорт халҡының күренекле ҡурайсыларының хәтерен мәңгеләштереү өсөн республика милкендә булған биналарҙа йәки объекттарҙа мемориаль таҡтаташтар һәм иҫтәлекле билдәләр ҡуйыу, Өфөлә милли уйын ҡоралы ҡурайға һәйкәл асыу тәҡдиме менән сыҡты.

Съезд эшендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәнис Алтынбаев, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы Азат Айытҡолов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө дәүләт сәнғәт институтының традицион музыкаль башҡарыу һәм этномузыкаология кафедраһы доценты Артур Ғайсаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов,  Башҡортостандың халыҡ артисы, Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Айбулат Рәхмәтуллин ҡатнашты. Йыйында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова дәүләт наградалары тапшырҙы.

Автор:
Читайте нас: