Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Июнь , 10:46

22 ИЮНЬ – ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ КӨНӨ

1941 йылдың 22 июне – илебеҙ тарихында иң ҡыҫҡа төн, уның улдарының һәм ҡыҙҙарының батырлығы әрнеү-һағыш менән һуғарылған төн.

22 ИЮНЬ – ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ КӨНӨ
22 ИЮНЬ – ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ КӨНӨ
Ҡара хәрефтәр менән яҙылған был датаны Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләйбеҙ. 1941 йылдың 22 июнь таңында, фашист Германияһы иғлан итеп тә тормайынса илебеҙгә ябырыла. Был көн йәкшәмбе була, Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә илдең барлыҡ мөйөшөнә, урамдарҙа, майҙандарҙа урынлаштырылған репродукторҙарҙан һуғыш башланыуы хаҡындағы хөкүмәт хәбәре еткерелә. 1418 көн көн һәм төн дауам иткән һуғышта СССР 27 миллионлаған халҡын юғалта. Был көндө беҙ һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған, госпиталдәрҙә яраларҙан мәрхүм булған, концлагерҙарҙа бикле ятҡан кешеләрҙе иҫкә алып, улар алдында баш эйәбеҙ.
1941 йылдың 22 июне – илебеҙ тархында иң ҡыҫҡа төн, уның улдарының һәм ҡыҙҙарының батырлығы әрнеү-һағыш менән һуғарылған төн.
Автор:
Читайте нас: