Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июнь , 12:44

Тиҙҙән - йәйге премьера!

28 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мәжит Ғафуриҙың «Заятүләк менән Һыуһылыу» повесы буйынса спектаклдең премьераһы була.

Тиҙҙән - йәйге премьера!
Тиҙҙән - йәйге премьера!

28 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Мәжит Ғафуриҙың «Заятүләк менән Һыуһылыу» повесы буйынса спектаклдең премьераһы була.

Пьесаның авторы – Мария Малухина, ҡуйыусы режиссёр – Илсур Ҡаҙаҡбаев, ҡуйыусы рәссам – Анна Бубнова, композитор – Магуля Мезинова, хореограф – Илья Козичев, рәссам-яҡтыртыусы – Сергей Скорнецкий, визуаль эффекттар буйынса рәссам – Михаил Теребиленко, башҡорт теленә тәржемәсе – Динара Ҡәйүмова.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, «Заятүләк менән Һыуһылыу» спектаклендә легендар батыр Заятүләк менән Асылыкүл батшаһының ҡыҙы Һыуһылыуҙың мөхәббәте хаҡында бәйән ителә. Боронғо эпостарҙағы кеүек, хәл-ваҡиғалар ерҙә генә түгел, һыу аҫты донъяһында ла бара. Ике батшалыҡ араһында оҙаҡ йылдар дауам иткән дошманлыҡ яңы кимәлгә сыға – яҡындарының үлеме өсөн үс алырға теләп, яҡтарҙың һәр ҡайһыһы һуғышҡа әҙерләнә. Быға Заятүләк менән Һыуһылыу араһында тоҡанған һөйөү хистәре генә ҡаршы торорға мөмкин.

Сағыу костюмдар, йыр-бейеү тамашасыларға башҡорт эпосының серле донъяһына сумырға мөмкинлек бирә.

Спектакль рус теленә синхрон тәржемә ителә.

Автор:
Читайте нас: