“Ҡыҙым уны “атай” тип йөрөтә башланы...”
“Уның менән танышҡанда миңә ни бары 14, ә уға 18 йәш ине. Ә был йәштә башта ел уйнай. Осраштыҡ та айырылыштыҡ. Хәтеремдә, ул саҡта минең менән мәктәп дискотекаһына бармағаны өсөн үпкәләгәйнем. Һуңынан бер нисәне күрештек: сәләм – һау бул, шул ғына. Унан һуң егеттәрем күп булды.
Өлкәнәйҙем, бер егет менән етди мөнәсәбәттәр башланған кеүек булды. Кейәүгә сыҡтым, ауырға ҡалдым. Ә Дамир был ваҡытта армияла ине. Ниңәлер гел уның тураһында уйлай башланым, таныштар аша хатта уның адресын алдым, хат яҙҙым, ул яуап бирҙе. Телефон аша ла бер нисә тапҡыр һөйләштек. Өсөнсө хаттан һуң яҙышыуыбыҙ өҙөлдө, сәбәбен хәтерләмәйем, әммә аныҡ беләм - хаттар менән дә, телефон аша ла мин бер ниндәй мөхәббәт мөнәсәбәттәренә ишара яһаманым, вәғәҙәләр бирмәнем, сөнки бәпес көтә инем.
Йәйҙең матур көнө етте – минең тыуған көнөм. Дуҫтарым килгән, тәбиғәткә йыйынабыҙ. Шул саҡ ишектә шылтыратыу яңғыраны: баҡһаң, Дамир армиянан ҡайтҡан!
Ҡулында сәскәләр, кәнфиттәр. “Һине, һөйөклөм, тыуған көнөң менән ҡотларға килдем”, – ти. Ә мин торам баҫып, иҫем китеп. Ауырлымын, етмәһә.
“Биш көндән туйым”, – тип мығырлайым, сөнки ул бер ни ҙә белмәй ине, ә яҙышҡанда хәбәр итергә онотҡанмын. Әлбиттә, ул боролдо ла, сығып китте, һуңынан оҙаҡ күрешмәнек.
Өс йыл самаһы үтте. Яңы йыл алдынан ул ни эшләптер иҫемә төштө. Был байрамда бөтә хыялдар ҙа тормошҡа аша, тиҙәр бит: 1 ғинуарҙа уға ҡотлау менән телефон аша СМС яҙҙым. Баҡһаң, уның мобиль номеры оҙаҡ йылдар дауамында үҙгәрмәгән! Бына шундай бәләкәй генә мөғжизә булды, ә кис еткәс, ул миңә яуап бирҙе. Беҙҙең йәнә яҙышыу башланды. Әйтергә кәрәк, Дамир яуап бирергә ашыҡмай, бик һаҡ ҡылана ине.
Һуңынан осраштыҡ, аралаштыҡ. Мин уны ни тиклем ныҡ яратыуымды аңланым. Донъяла бер кемде лә был тиклем яратҡаным юҡ ине. Ә ул, үҙ сиратында, мине һөйгәне, иҫенә төшөргәне һәм оҙаҡ йылдар фотомды һаҡлағанын әйтте. Теге саҡта, тыуған көнөм менән ҡотларға килгәндә, кейәүгә сығасағымды белеп бик ныҡ ҡайғырғанын, онотолорға тырышҡанын, башкөллө эшкә сумғанын һөйләне.
Тиҙҙән беҙ һөйгәнем менән осраша башланыҡ, тәбиғәткә, йылғаға һоҡланып, кистәрен сәғәттәр буйы урамда йөрөнөк.
Әлбиттә, ул минең ирем барлығын белә ине. Мин дә ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген аңлай инем. Был һайлау ирем файҙаһына булманы. Айырылышыу еңел бирелмәне, төрлөһөн кисерергә тура килде.
Хәҙер беҙ Дамир менән бергә йәшәйбеҙ. Ҡыҙым уны “атай” тип йөрөтә башланы, баланы бер кем дә мәжбүр итмәне. Балалар үҙҙәренә ҡарата йылы мөнәсәбәтте тоя бит ул: Дамир уның менән шөғөлләнә лә, уйнай ҙа, ә элекке ирем бер ҡасан да быларҙы эшләмәй торғайны.
Дамир уртаҡ тормошобоҙҙоң тәүге йылында миңә тәҡдим яһаны. Өйләнештек. Тағы бер йылдан күптән көтөлгән сабыйыбыҙ тыуҙы. Беҙ бик бәхетле.
Бына шулай, тәүге осрашыуҙан һуң ун йыл үткәс, барыһы ла үҙ урынына ултырҙы. Ҡайһы саҡта мөһим аҙым яһауҙан, кеше һүҙенән ҡурҡырға ярамай, сөнки был – һеҙҙең тормош! Барығыҙға ла үҙ мөхәббәтегеҙҙе табыуығыҙҙы теләйем!”
(Ләйсән исемле ҡатын һөйләгәндәрҙән)
Фото: psyhosoma.com
Автор:Гүзәлиә Балтабаева