Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Июнь , 14:10

Ағиҙел буйында - Йәштәр көнө!

30 июндә Өфөлә йәштәр өсөн байрам үтәсәк.    

Ағиҙел буйында - Йәштәр көнө!
Ағиҙел буйында - Йәштәр көнө!

30 июндә Өфөлә республика кимәлендә Йәштәр көнө уҙғарыласаҡ. Программала графитти-фестиваль, йәштәр барисы һәм бургермастеры конкурсы, психологик көсөргәнеште бөтөрөү зонаһы, бүләктәр менән әүҙем уйындар һәм интерактив конкурстар ҡаралған. Байрамды Данила Фиш алып барасаҡ.

Шулай уҡ интерактив уйындар зонаһы ла эшләйәсәк: видеоспиннер, 3х3 баскетболы, футбол һәм хоккей симуляторы. Әүҙем спорт төрҙәрен яратыусыларҙы роллерҙар, самокатсылар өсөн майҙансыҡтарҙа ла көтәләр. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров билдәләүенсә, ҡунаҡтарға бай музыкаль программа әҙерләнгән. Inst Rinna, BABEKRISBABE, Lesha Mironov, Sunshine & Vostorg, VITA SAMURAI һәм  Урал тауҙары йөрәгенән ZAINETDIN этношоуы сығыш яһаясаҡ.

Сара “Ватан” этнопаркы эргәһендәге Ағиҙел буйында уҙғарыла. Инеү бушлай.

Фото: Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте комитетынан

Автор:
Читайте нас: