Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Июнь , 17:52

“Был минең өсөн донъя бөтөүгә тиң ине”

Буласаҡ артист нисә йәшендә уҡырға ингән?

“Был минең өсөн донъя бөтөүгә тиң ине”
“Был минең өсөн донъя бөтөүгә тиң ине”
Сибай дәүләт драма театры артисы Юнир Ғәйнуллин үҙенең халыҡсан образдары менән тамашасылар күңелен яулаған. Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуып үҫкән егет тәүге һөнәре –тегенсе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы бал хаҡта:”Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡала­һында һөнәрселек училищеһында тапшырып, аяҡ кейемдәре тегергә өйрәндем. Бармағымды ҡыҫтырып, ҙур ғына йәрәхәт алғас, уҡыуҙы ташлап, ауылға ҡайтып киттем, - тип хәтирәләргә бирелә артист. - Башҡаса гармунда уйнай алмаҫмын, тип ҡурҡтым. Ә был минең өсөн донъя бөтөүгә тиң һәләкәт булыр ине, моғайын. Тыуған ауылымдың мәҙәниәт йортона эшкә индем. Концерттар, спектаклдәр ҡуйҙыҡ, смотр-конкурстарҙың иҫәбе-һаны булманы. Киске уйындар күңелле үтә ине. Республика “Тальян гармун” фестивалендә 40-тан ашыу гармунсы бергә сығыш яһаныҡ. Ошо уҡ байрамға Йәүҙәт Бикбирҙин килеп, ауылда 12 парҙан торған ансамбль төҙөп, байтаҡ бейеү ҡуйып китте. Ҡыҫҡаһы, ул йылдарҙа өйгә ҡайтып инә белмәнем.
1987 йылда “Ленинсы”, хәҙерге “Йәшлек” гәзитендә Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә өҫтәмә конкурс үткәрелеүе тураһында иғлан күреп ҡалдым. Ни яҙһа – шул булыр тип, имтихандарға киттем. Һәм 24 йәшемдә студенттар рәтенә аяҡ баҫтым. Әйткәндәй, ғаиләбеҙҙән ике театр артисы сыҡты: һеңлем Айгөл Зөбәйҙуллина Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләй. Башҡа туғандарым төрлө һөнәр эйәһе, әммә сәнғәтте, театр­ҙы яраталар.
Читайте нас:
Автор:
Читайте нас: