Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Июнь , 15:05

Илнарҙың вафатына бер йыл

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенең балет артисы Илнар Хәтмуллиндың махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булыуына 1 йыл. Әммә ул беҙҙең йөрәктән, күңелдәрҙән бер минутҡа ла сыҡҡаны юҡ... Уның бейеүҙәре үлемһеҙ, уның дауамы улы бар...

Илнарҙың вафатына бер йыл
Илнарҙың вафатына бер йыл

Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһенең балет артисы Илнар Хәтмуллиндың махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булыуына 1 йыл.
Илнар Сибай филармонияһы бейеүселәре Лариса һәм Илдар Хәтмуллиндарҙың баш балаһы.
Ул 2000 йылдың 5 апрелендә Баймаҡ ҡалаһында тыуа. Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбендә 9-сы класты тамамлай. Унан Сибай сервис һәм төҙөлөш колледжында “Автомеханика” йүнәлешендә уҡый.

Атаһы Илдар Булат улы, әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙы кеүек Илнар ҙа бейеүгә әүәҫ була, ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбенең “Осҡон” халыҡ балалар ансамблендә шөғөлләнә. Оҫта йәш бейеүсене 2017 йылда Сибай концерт-театр берекмәһенә балет артисы итеп эшкә алалар.

2019 йылда уҡыуын бөткәс, әрме сафында бранетранспортерҙа водитель-механик булып хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшен дауам итә.

Характеры буйынса Илнар тыныс, мәрхәмәтле, изге күңелле, аралашыусан, үҙ фекерле, дуҫтары араһында абруйлы була.

2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизацияға эләгә, махсус хәрби операция биләмәһендә мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итә.

2023 йылдың 30 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Ҡыйыу егетебеҙ 10 июлдә Сибай ҡалаһы зыяратында ерләнде.
Ваҡыт дауалайҙар тиһәләр ҙә Илнарҙы, уның аяғы сәхнәгә теймәй бейеп йөрөүҙәрен, ихлас йылмауын оноторлоҡ түгел.
Тик нисек кенә итһәк тә, зар илаһаҡ та уның ҡайтыр юлдары ябыҡ. Уға хәҙер тик доға менән генә ярҙам итә алабыҙ. Бөгөн уны яҡындары, туғандары менән бергә тик яҡшы яҡтан иҫкә алайыҡ!
Бар ғаләмде тәрән ҡайғыға һалып киткән егетебеҙҙең ғәзиз әсә-атаһына, ҡатыны, улы, һеңлеһенә түҙемлектәр, сабырлыҡтар бирһен Аллаһ Тәғәлә.
Бейеүсебеҙҙең йәне йәннәт түрҙәрендә генә булһын !
Тыныс ҡына йоҡла, Илнар!
Рухың үлемһеҙ һинең!
Һине яратҡан, һинең бейеүҙәреңгә үлеп ғашиҡ һәр кешенең йөрәге түрҙәрендә яҡты йондоҙ булып мәңге балҡырһың!

Сығанаҡ: "Атайсал" гәзите.

Автор:
Читайте нас: