Шоңҡар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Июль , 08:25

Үҙ моңо бар

Гөлсөмдөң ҡартәсәһенең нәҫеле данлыҡлы халыҡ ҡурайсылары Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, атаһының бер туғаны Фәрит Бикбулатов моңонда үҫкән ҡыҙ бала йырсы булмай, кем булып китергә тейеш ине?!

Үҙ моңо бар
Үҙ моңо бар

 

 

Был тормоштоң осо-ҡырыйы ла, ярҙары ла юҡ, әммә һәр әҙәмдең унда үҙ утрауы бар. Ер өҫтөнән төндәрен – бер ай, көндөҙ бер генә ҡояш янһа ла, йәки ҡышын бер үк күктән  –  ҡар, йәйен ямғыр яуһа ла, һәр кеше донъяның киңлектәрен һәм алыҫлыҡтарын үҙ утрауынан үҙенсә күрә. Ул киңлектәр моңлолар өсөн – көйгә сорналған, ә моңһоҙҙарға ҡош осоп етер арауыҡ микән?! Хәйер, башҡорттоң һәр балаһы үҙ моңо менән тыуа, тиҙәр бит. Әле бәйән итер геройым моңо берсә күңел ҡылдарын тирбәлдерер баҫалҡы һәм тыйнаҡ, берсә йыһандарға барып етер тиңһеҙ сағыу һәм ғәйрәтле.

...Бер ваҡыт ожмах баҡсаһындағы фәрештәләр ер моңон йыйырға төшкән, ти. Улар тәбиғәттең ғәжәйеп тауыштарын: ҡоштар һайрауын, шишмәләр сылтырауын, бал ҡорттарының эш ваҡытындағы тауышын, ел иҫеүен, тулҡындар сағылыуын алған. Ошоларҙың барыһын бергә ҡушып, музыка ҡоралдарында уйнап та ишеттергән фәрештәләр. Әммә ожмах баҡсаһындағыларға был көй оҡшап етмәгән, ти.

– Ер моңо күктәгеләргә бармай инде! – тигән фәрештәләрҙең берәүһе.

Шул саҡ Моң фәрештәһе осоп килгән дә:

– Һеҙ һөйөү тураһында онотҡанһығыҙ. Ерҙәге бер көй ҙә һөйөүҙән тыш йәшәмәй, – тигән. – Йөрәгендә һөйөү уты янмағандар моң иленә бөтөнләй инә алмай!

Ошо мәлдән башлап, Ерҙәге моң эйәләренең илһамланған мәлендә улар янына фәрештәләр төшә, ти.

Гөлсөм Бикбулатова хаҡында яҙырға ынтылғас, ошо хикмәтле хикәйәт күңел түрендә урын алды. Юҡҡа түгел, Гөлсөмдөң моңоноң йөрәк төпкөлөндә һөйөү уятыр көсө бар. Уның йырҙары күңел түрҙәрендә оҙаҡҡа уйылып ҡала ла, әллә ниндәй сихри моң донъяһына ғашиҡ иттерә торғандарҙан. Халыҡсанлыҡ, рух көслө унда. Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарын еткерә белеүе бик ҡиммәт.

Йылайыр яҡтарынан сыҡҡан сәнғәт гәүһәрҙәре тыуған яғы тәбиғәте ҡеүәте менән халыҡтың төплө, мәғәнәле моң ҡөҙрәтен күрһәтеүсе шәхестәр. Гөлсөмдөң ҡартәсәһенең нәҫеле данлыҡлы халыҡ ҡурайсылары Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, атаһының бер туғаны Фәрит Бикбулатов моңонда үҫкән ҡыҙ бала йырсы булмай, кем булып китергә тейеш ине?! Шуға ла улар ғаиләһендә үҫкән һәр бала сәхнә юлын һайламаһа ла, сәнғәткә ғашиҡ. Ә Гөлсөм сәхнәлә йырлап ҡына ҡалмай, йырҙың йөкмәткеһен моңо аша ғына түгел, үҙе төп геройға әйләнгән сәхнә әҫәре кимәленә еткереп, тамашасыға күрһәтә белеүсе лә. Йөрәгендә дөрләп янған һөйөү утын тапшырыусы ла. Ул – актриса. 2004 йылда юғары уҡыу йортон «Драма артисы» һөнәре буйынса тамамлағандан алып, республикабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында хеҙмәт итә. Гөлсөмдөң тәүге һәм иң мөһим ролдәренең береһе – башҡорт легендаһы мотивтары буйынса Таңсулпан Ғарипованың «Ғилмияза» спектаклендә Ғилмияза роле. Тырышып ташҡа ҡаҙаҡ ҡағып була тиҙәр, ләкин тырышып ҡына сәхнәлә роль сығарып булмағанын актер ғына түгел, тамашасы ла бик яҡшы аңлай торғандыр. Ғилмиязаһы менән Гөлсөм Бикбулатова үҙендәге актерлыҡ һәләтен романтик лириканан алып, эпик трагедияға тиклем үҫтерҙе. Режиссер Таңсулпан Бабичева (Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор) йәш актрисаны ауыр һәм күп планлы ролдә асты. Оҙон көйҙө дөрөҫ һәм оҫта башҡарыу өҫтөнә тәрән пландағы психологик роль уйнап, Гөлсөм Вәлиулла ҡыҙы ысын драма актрисаһы икәнлеген раҫланы. Ғәмәлдә был эштә актрисаның үҙенсәлекле көсө, һоҡланғыс сәхнә һыҙаттары сағылыш тапты. Шулай уҡ уның үҙ булмышындағы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабырлыҡ, күндәмлеге лә күренмәй ҡалманы.

Артабан С.Суринаның «Алтын балта» әкиәтендә – Көнһылыу, Л.Кәбированың «Тылсымлы ҡурай»ында – наҙлы Ҡар бөртөгө, М.Кәримдең «Йәләлетдин атай» драмаһында – балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ҡыҙ Резеда, «Ташлама утты, Прометей!»ҙа – Хәритә ролдәре өҫтөндә эшләгәндә, актрисаға тәбиғилек, йәшлек дәрте, мөләйемлеге уңыш килтерә. Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алып китеү дөрөҫ булыр, һәр сығарған образда Гөлсөм Бикбулатова тамашасы күңелендә йырсы булараҡ уйылып ҡала. Уның геройҙарында яҙ сафлығы, яҙ һулышы, таныш тәбиғәттең, сикһеҙ ҡеүәттең һәм һөйкөмлө илһам көсөнөң йоғонтоһо һиҙелмәй ҡалмай.

Гөлсөм Вәлиулла ҡыҙы үҙ героиняларын бик яҡшы белә һәм уларҙы әҫәрҙең йөкмәткеһенә ярашлы характерҙа ентекле итеп сығара. М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында (режиссеры – И.Ғиләжев) Иркәбикә, Туҡтабикәһен комик яҡтан күрһәтһә, З.Биишева әҫәре буйынса ҡуйылған «Мөхәббәт һәм нәфрәт» музыкаль легендаһында (режиссеры – Р.Хәкимов) Диңгеҙбикә образын етди, һауалы итеп тасуирланы. Диңгеҙбикә – бар кисерештәрен йөрәк түренән тышҡа сығармай йәшәүсе тере йән был әҫәрҙә. Көслө тулҡындары, аяуһыҙ елдәре аша шундай образ күҙаллана ла инде. Сәхнәлә уны ҡатын-ҡыҙ итеп кәүҙәләндереү – бик отошло. (Кем белә, бәлки, диңгеҙ – ир-ат затынандыр?!) Автор менән килешмәү мөмкин түгел, быны дәлилләп, актриса ҡатын-ҡыҙ һомғоллоғон, нескәлектәрен, сибәрлеген диңгеҙ холҡона ярашлы итеп һүрәтләй. Бында ла йырсы роль Гөлсөм Бикбулатоваға һәм йырсы актриса Ләйсән Миңлеғәлиеваға тапшырылыуы – спектаклдең уңышы.

Быларҙан тыш актриса  М.Буранғоловтоң «Башҡорт туйы» романтик драмаһында – Асия, З.Фәйзуллинаның «Р-һыҙ ҡалған Мырҙабай» әкиәтендә – Сысҡанбикә, К.Чуковскийҙың «Айболит һәм Бармалей» мюзиклында – Маймыл, төрөк авторы Р.Н.Гюнтекиндың «Уйҙарымдан ғына юғалма» музыкаль драмаһында – ҡара кейемле ҡатын, Н.Ғәйетбайҙың «Ғашиҡтар көнө» музыкаль комедияһында – Миләүшә ролдәре менән күңелгә яҡын. Актрисаға тағы үҫеү, асылыу өсөн классик әҫәрҙәрҙәге ролдәр менән дә йәшәп ҡарау мөһим. Киләсәктә Гөлсөм Бикбулатованы театр сәхнәһендә киңерәк ролдәр аша күрербеҙ әле, тип ышанғы килә. Сөнки донъяның сиктәрен һәм алыҫлыҡтарын ул үҙ утрауынан икһеҙ-сикһеҙ итеп күҙаллай. Ә был киңлектәрҙең Гөлсөм моңона сорналған булыуы бәхәсһеҙ.

 

Рәзилә Ырыҫҡужина

"Тамаша" журналы, 2023 йыл.

 

Автор:
Читайте нас: