Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июль , 23:10

Аҡҡош йыры һаман ҡолаҡта сыңлай

Фәрит Бикбулатов – башҡорт сәнғәтенең ҡабатланмаҫ моңо, ысын хазинаһы ул. Ул иҫ киткес бай ижади мираҫ, үлемһеҙ йырҙар ҡалдырҙы. Ә һеҙ, дуҫтар Фәрит ағайҙың ниндәй башҡа йырҙарын яратаһығыҙ?

Аҡҡош йыры һаман ҡолаҡта сыңлай
Аҡҡош йыры һаман ҡолаҡта сыңлай


Фәрит Хәйбулла улы Бикбулатов 1936 йылдың 8 авгусында Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районының Мәҡсүт ауылында тыуған. 1968-1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре – диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире булып эшләй. Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы.
Фәрит Бикбулатов эстрада йырҙарын оҫта башҡарыусы булып танылды. Милли сәнғәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Ул башҡарған бик күп йырҙар – «Аҡҡош куле», «Уҙып барған ғүмер», «Гармунлы йәшлек» һәм башҡалар халыҡ яратып йырлаған йырҙарға әйләнде.
Репертуарында бик күп башҡорт халыҡ йырҙары: «Зөлхизә», «Сәлимәкәй», «Сибай», «Урал», «Шәүрә», «Шафиҡ» Һәм башҡалар булды.
Фәрит Бикбулатов – башҡорт сәнғәтенең ҡабатланмаҫ моңо, ысын хазинаһы ул. Ул иҫ киткес бай ижади мираҫ, үлемһеҙ йырҙар ҡалдырҙы, бөгөн дә улар беҙҙең күңелдәрҙе тирбәтә, һағышландыра, моңландыра.
Йырсының йәне йәннәттә булһын!
Ә һеҙ, дуҫтар Фәрит ағайҙың ниндәй башҡа йырҙарын яратаһығыҙ?

Автор:
Читайте нас: