Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
15 Август 2024, 12:49

Фәрүәз апай "Ямаха"ла осоп килеп етте!

Матайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡ. Ташбулат ауылында үткәрелгән "Беҙ бергә" тип аталған сараға "Ямаха"һында зыйылдатып килеп туҡтаны.

Фәрүәз апай "Ямаха"ла осоп килеп етте!Фәрүәз апай "Ямаха"ла осоп килеп етте!
Фәрүәз апай "Ямаха"ла осоп килеп етте!

Матайҙа ҡош кеүек осоп йөрөгән был апайҙы Әбйәлилдә осраттыҡ. Ташбулат ауылында үткәрелгән "Беҙ бергә" тип аталған сараға "Ямаха"һында зыйылдатып килеп туҡтаны. Күсем ауылы ҡыҙы Фәрүәз Хәйбуллина булып сыҡты. Тиҙҙән 70 йәш тула икән.

-17 йәштән матайҙа йөрөй башланым, - ти ихлас йылмайып. - "Минск", "Восход" исемле матайҙарым булды. Правам бар, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәйем.Матай бигерәк ҡулайлы транспорт, кәрәк урынға йәһәт кенә елдереп сығам да китәм...

Фәрүәз апайҙың шөғөлдәре күп. Буш ваҡытында гармунда һыҙҙырып, үҙенең дә, бүтәндәрҙең дә күңелен күрә. "Шоңҡар" журналын да яратып уҡыуын әйтте.

-Яҙыусылар, артистар менән берлектә осрашыу була тигәс, эй ҡыуандым! Бик матур сара ойошторҙоғоҙ! Бындай байрамдар бик кәрәк.Бигерәк тә ошондай мәлдә. Нисек кенә булмаһын, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ. Ошондай осрашыуҙар халыҡҡа көс, дәрт бирә. Киләсәктә лә матур йола дауам итһен ине, - тине Фәрүәз апай

Фәрүәз апай "Ямаха"ла осоп килеп етте!
Фәрүәз апай "Ямаха"ла осоп килеп етте!
Автор:
Читайте нас