Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
18 Август 2024, 10:23

Данлы булып йәшәү рәхәтме?

Стәрле­тамаҡтан ҡайтып киләбеҙ, ярты юлда бензин бөттө, ә талон юҡ. Шул ваҡыт администратор: “Мин Фидан Ғафаров менән ҡайтып барам”, – тип әйткән. Заправкалағы ҡыҙҙар: “Давай, йырлап күрһәтһен!” – ти икән.

Данлы булып йәшәү рәхәтме?Данлы булып йәшәү рәхәтме?
Данлы булып йәшәү рәхәтме?

Фидан Ғафаровтың даны хатта ҡайһы бер Мәскәү артистары­ныҡын да үткән. Данлы булып йәшәү рәхәтме, әллә михнәте лә бармы?

Фидан Ғафаров:

– Ул турала уйлағаным юҡ. Дандың файҙаһы ни, тормош кәрәк-ярағына етерлек булды. Ҡазанда аҙыҡ-түлек магазинында колбаса менән май булған, ул ваҡытта дефи­цит ризыҡ. Фиданды алып килеп күрһәтһәгеҙ, колбаса һатабыҙ, ти­гәндәр. Коллектив һорағас, киттем.

Икенсе бер ваҡиға. Стәрле­тамаҡтан ҡайтып киләбеҙ, ярты юлда бензин бөттө, ә талон юҡ. Шул ваҡыт администратор: “Мин Фидан Ғафаров менән ҡайтып барам”, – тип әйткән. Заправкалағы ҡыҙҙар: “Давай, йырлап күрһәтһен!” – ти икән. Башымды заправканың бәләкәй генә тәҙрәһенә тығып йырларға тура килде. Ул дан шул йомош-фәләнгә ярай ине.

Автор:
Читайте нас