- Мин Илшат ағайҙы оло, саф һөйөү менән яраттым, ул миңә йөрәк йылыһы менән бергә атай һөйөүен дә бүләк итте – һәр ваҡыт миңә “ҡыҙым” тип өндәште. Илшат ағай, драматург, актер булараҡ олуғ шәхестәрҙең береһе, тип иҫәпләйем, ул рухлы, сая, хисле булды. Тыуған ерен, тыуған телен Илшат ағай һымаҡ ныҡ яратҡан кешеләр бик һирәк! Уның ошо һөйөүе миңә һәм балаларыбыҙға күскәндер. Бына кешеләр тормошта идеаль ғаилә булдырырға ынтыла, бөтә йәшәү рәүешен шуға йүнәлтә. Мин бер ваҡытта ла ғаиләм идеаль булһын тип ынтылманым, моғайын, ваҡыт та булмағандыр, нисек бар – шул килеш ул минең өсөн идеаль ғаилә булып тора: унда шатлыҡтары- һағыштары, йыуаныстары-ҡыуаныстары бергә үрелгән…”
“Тауҙар бейегерәк булған һайын, уларҙың яҙмыштары ла ауыр, ҡатмарлы” – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Бер ни менән дә теркәлмәгән, тик ышаныс һәм һөйөү менән генә яралған ғаиләлә улар үҙ йөгөн аҙаҡҡа тиклем бергә тарта алмайҙар, әммә дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре, ихтирам төшөнсәһе мәңгелеккә күңелдәрендә уйылып ҡала. “Һуңынан бергә йәшәмәгән саҡта ла Илшат ағай килеп йөрөнө, уны һәр ваҡыт асыҡ сырай менән ҡаршы алдым, сәғәттәр буйы аш бүлмәһендә һөйләшеп ултыра инек. Бер-беребеҙгә асыу-үпкә һаҡламаныҡ. Сәнғәт кешеһенең яҙмышы шулайҙыр, күрәһең, ижадта ла, ғаиләлә лә берҙәй үк бәхетле булғандар күп түгел. Сөнки беҙҙең табынғаныбыҙ – сәхнә, театр бит” – тип бик матур хәтирәләр менән бүлешә Рәмзиә Хисамова.
Динара Ҡәйүмова