Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
19 Август 2024, 08:05

Лилиә Ишемйәрованың кейәүгә сығыуына әсәһе башта риза булмай

Әммә йырсы ла үҙ һүҙендә тора

Лилиә Ишемйәрованың кейәүгә сығыуына әсәһе башта риза булмайЛилиә Ишемйәрованың кейәүгә сығыуына әсәһе башта риза булмай
Лилиә Ишемйәрованың кейәүгә сығыуына әсәһе башта риза булмай

БДУ-ның математика факультетын тамамлаған Урал Мортазин, «Ирәндек» бейеү ансамблендә сәнғәткә ылығып, бейеүсе яҙмышын һайлай. Яңы асылған филармонияға ул да эшкә килә. Лилиә менән Өфөлә гастролдә саҡта бер табында осрашып һөйләшеп китәләр. Францияла булған ваҡытта аралары йылына. Унан ҡайтҡас, Урал Лилиәгә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. 19 йәше саҡ тулған ҡыҙын әсәһе йәлләй, эшләй бир әле, ти. Ошо егеткә сыҡмаһам, башҡаға бармайым, тип ҡырт киҫкәс, риза була. «Урал мине ниндәй булғанмын, шулай яратты. Тумалаҡ ҡына, түңәрәк кенә килеш. Шулай ҡабул иттем, тине. Ябыҡ, тип талап ҡуйманы. Зөлхизә тыуғас, матдәләр алмашыныуы көйләнеп, кәүҙәм еңеләйҙе. Ныҡ ябығып киткән осраҡта, ҡоро һөйәккә ҡалма, тип борсола ине. Сәхнәлә эшләгәс, еңел булырға кәрәк, артыҡ ауырлыҡ ҡамасауламаһын, эстетик яҡтан да һомғол буй отошлораҡ, тип үҙемә аныҡ маҡсат ҡуйҙым. Ул ваҡытта Альмира апайҙа йәшәнем. Ул да маҡсаттан тайпылмаҫҡа таяныс булды. Лилиәгә был ярамай, теге ярамай тиһә, уның әсәһе Зәйтүнә апай, ҡуй, Альмира, кеше балаһын йонсотма, ти торғайны. Тумалаҡ ҡыҙҙың зыр әйләнгән орсоҡҡа әүерелеүен, үҙенә яңы имидж эшләүен тамашасы айы­рыуса бер ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Тырышһаң, бына бит, булдыраһың, тинеләр.

Автор:
Читайте нас