Әбделхәй Ғөбәйт улы менән Венера Фадил ҡыҙы биш бала тәрбиәләп үҫтерә, Сара икенсе бала булып донъяға килгән. Ғаилә башлығының абруйы ауылдаштары араһында бик ҙур була, холоҡ-фиғеле буйынса тура һүҙле кеше, намыҫлы ир-егет тип тә беләләр уны. Йәш ғаиләлә тәүгеһе булып ҡыҙ бала — Рәмилә донъяға килгәс, икенсеһе мотлаҡ малай булырға тейеш, тип фекер йөрөтә атай кеше. Ҡатынын икенсегә бала табыу йортона оҙатып ҡуйғас, үҙенсә бер түҙемһеҙлек менән малайын ҡаршы алырға әҙерләнә башлай. Баланың донъяға килеүе хаҡында хәбәр алыу менән, бөтә эшен ташлап, “Урал” мотоциклында бала табыу йортона барып етә.
— Кем? — тип һорай ҡатынынан Әбделхәй ағай.
— Ҡыҙ... — Был һүҙҙе ишеткәс, балҡып торған йөҙө һүрелә. Өмөт иткән малай тыумағас, ҡатынының артабанғы хәбәрен тыңлап та тормайынса, ҡырт боролоп ауылына ҡайтып китә. Ҡатынына үпкәһе шул тиклем ҙур була — өмөтөнөң аҡланмауын күреп, хатта бала табыу йортонан да барып алырға баш тарта, йәш әсә менән сабыйҙы Әлмөхәмәткә егеүле атта өләсәй кеше алып ҡайта. Әсәй кеше балаға Розалия тигән исем ҡуштыра. Сәңгелдәктәге бала бишкә төрләнә, тиҙәр. Йәш сабый туп-тумалаҡ, теремек, матурҡас ҡына булып күҙгә күренә башлай — өләсәһе менән әсәһе бәләкәстең янынан китмәй, “ҡара турғайым”, “алтыным”, “бәпкәм” тиеп, тупылдатып һөйөп, яратып ҡына торалар үҙен. Әбделхәй ағайҙың да күңеле йомшара — сабыйҙы ҡулына ала, уға һүҙ ҡуша башлай, ә бер көндө хатта: “Ҡыҙыбыҙға исеме тура килмәй, икенсе исем ҡуштырам”, — тип мулла саҡырта һәм яңынан исем ҡысҡырта — шул ваҡыттан алып Розалия Сара булып китә.