Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
21 Август 2024, 05:12

Юлыҡта - китап туйы!

Кисә Ғафури районы Юлыҡ ауылында Яҙыусылар Союзы ағзаһы, журналист Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшинаның икенсе “Ҡашлы йөҙөк” тип аталған китабының исем туйы үтте.

Юлыҡта - китап туйы!Юлыҡта - китап туйы!
Юлыҡта - китап туйы!

Кисә Ғафури районы Юлыҡ ауылында Яҙыусылар Союзы ағзаһы, журналист Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшинаның икенсе “Ҡашлы йөҙөк” тип аталған китабының исем туйы үтте. Был ваҡиға уңайынан яҡындары, ауылдаштары, ижадын үҙ итеүселәр йыйылды. Шулай уҡ йәш яҙыусының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, ҡәләмдәштәре Венер Исхаҡов, Заһиҙә Мусина, Айнур Аҡылов, Фәһим Әхмәров һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин килде. Яҙыусыны туғандары, уҡытыуслары, әсәһе-атаһы һәм Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов ҡотлап үтте. Сара ауыл клубы хеҙмәткәрҙәренең һәм Фәрүәз Урманшиндың моңло йырҙары менән үрелеп барҙы.

Юлыҡта - китап туйы!
Юлыҡта - китап туйы!
Юлыҡта - китап туйы!
Юлыҡта - китап туйы!
Юлыҡта - китап туйы!
Юлыҡта - китап туйы!
Юлыҡта - китап туйы!
Автор:
Читайте нас