+22 °С
Ямғыр
“Ҡалала өс бала үҫтереүе ҡыйындыр бит”, – тип әйтеп ҡуя ҡайһы берәүҙәр. Һис тә ауыр түгел, киреһенсә, шәп! Бала күмәк булған һайын маҡсаттар ҙа, көс тә арта ғына бара ул. Был йәһәттән байтаҡ милләттәштәребеҙҙең ҡалала ишле ғаилә ҡороп йәшәүенә шатланам. Шулай кәрәк! Башҡорт балалары ауылда ғына түгел, ҡалала ла артып барырға тейеш. Тик уларға ваҡытында дөрөҫ тәрбиә, йүнәлеш биреү шарт.
Фото: Бәйләнештә