70-се йылдар башында бөтә республиканы таң ҡалдырған «Ғәлиәбаныу», «Ғәлиә» һәм башҡа спектаклдәрҙә күңелгә үтеп ингән моңо, оҫта уйнауы, һылыулығы менән арбаған Нурия Ирсаеваға күптәр табына. Матур ғаилә ҡороп, Гөлназ ҡыҙы тыуғас, унан да бәхетле кеше булмай донъяла. Әммә дан, шөһрәт, алҡыштар – миҙалдың бер яғы ғына. Икенсеһендә – өҙгөләнеүҙәр, күҙ йәштәре...
Данлыҡлы әсәнең ҡыҙы булыу – Хоҙайҙың оло бүләге лә, һынауы ла шул. Бәләкәс Гөлназдың театрҙағы репетицияларҙа, спектаклдәрҙә һәм гастролдәрҙә тәүге рәттә әсәһенең һәр ым-хәрәкәтен күҙәтеп, һәр һулышын тойоп, ошо илаһилыҡҡа хилафлыҡ килтереүҙән ҡурҡып, шым ғына көтөп ултырыуы ныҡ хәтерендә ҡалған. Үҙ ихтыярына ҡуйып, азатлығын артыҡ сикләмәй, иркәләтеп кенә тәрбиәләй актриса ҡыҙын. Ижадҡа һөйөү һәм үҙ көсөнә ышаныс уята. Ул театр факультетын бөтһә лә, яҙмышын радио-телевидение менән бәйләгән, музыкаль биҙәүсе һәм режиссер. Хәҙер үҙе лә өләсәй инде. Асияһының – биш йәшлек Милана, ә Кәримәһенең өс йәшлек Вәрисә тигән ҡыҙҙары бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: Нурия Исхаҡ ҡыҙын ейәнсәрҙәре лә, бүләсәрҙәре лә «әсәй» ти. Милана бүләсәрен үҙенә оҡшатып: «Ҡыҙым һәм ейәнсәрҙәрем минең юлды һайламаны, ә бына Милана үҙемде хәтерләтә. Хисле, наҙлы, иғтибарлы, ижади йәнле бала, – ти ул йылмайып. – Бүләсәрҙәрем менән өҫтәл аҫтына инеп тә уйнайбыҙ, һөйләшәбеҙ, йырлайбыҙ. Әсәләре бик яратып тәрбиәләй үҙҙәрен, оҫталыҡҡа, өлгөрлөккә йәштәргә етеп булмай, әммә әкиәттәрем, уйындарым бәләкәстәремде бик ҡыҙыҡтыра».
Нурия Ирсаеваның исеме, ул башҡарған ролдәр, йырҙар мөхәббәт көсөнә ышаныс уята, йәшлек образын мәңгеләштерә. Ошо һүнмәҫ наҙ уның яҡындарының да күңелен балҡытып, гел матурлыҡҡа, изгелеккә һәм ижади бейеклектәргә әйҙәһен!
Архив. 2017 йыл