+24 °С
Ямғыр
Гөлназ Асаева бер интервьюһында бала сағында бейеүсе булырға хыялланғанын әйткән.
– Оса һөйәгем һынды. Минең кәүҙәм гел ҙур булды. Бындай тормош өсөн нормаль булһам, балет өсөн – һимеҙерәк инем. Мин хореография училищеһында уҡыным, балет тип яндым. Бер көндө партнерым тотоп ҡала алманы һәм төшөрөп ебәрҙе. Был – минең өсөн яҙмыш билдәһе булды.
Миндә икеләнеү бар ине, йырсы булып китергәме йәки опера һәм балет театрына эшкә урынлашырғамы, тигән һайлау алдында тора инем. Ул ваҡытта миңә 15 йәш ине. Шулай ҙа ике һөнәрҙе лә бергә алып барырға тырыштым, – тип һөйләй йырсы.