Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2024, 14:00

Йылдар үткәс кенә ҡайһы берҙәре: «Мин бит һине бик ныҡ яратып йөрөнөм», — тип әйтеп ҡуя ине

«Ә ниңә ваҡытында әйтмәнең?» — тип һорайым.

Йылдар үткәс кенә ҡайһы берҙәре: «Мин бит һине бик ныҡ яратып йөрөнөм», — тип әйтеп ҡуя инеЙылдар үткәс кенә ҡайһы берҙәре: «Мин бит һине бик ныҡ яратып йөрөнөм», — тип әйтеп ҡуя ине
Йылдар үткәс кенә ҡайһы берҙәре: «Мин бит һине бик ныҡ яратып йөрөнөм», — тип әйтеп ҡуя ине

— Мин һәр ваҡыт итәғәтле, ипле булырға тырыштым. Булмышыма килгәндә, гел генә ғишыҡ утында яна торған кеше түгелмен, йәшлек осоронда янып-көйөп яраттым да, яратылдым да. Шулай ҙа һәр саҡ күңелем түрендә мөхәббәт булды. Миңә йыш ғашиҡ була инеләр, йылдар үткәс кенә ҡайһы берҙәре: «Мин бит һине бик ныҡ яратып йөрөнөм», — тип әйтеп ҡуя. «Ә ниңә ваҡытында әйтмәнең?» — тип һорайым. «Әллә инде, баҙнат итмәгәнмен», — тигән яуап алам. Заһир Вәлитовҡа ошо хаҡта һөйләгәс: «Нурия, улар һиңә алиһә итеп ҡараған, яҡын барырға ҡыймағандар!» — тине. Күрәһең, шулай булғандыр ҙа. Мин үҙемде ғүмерҙә лә алиһә, матур кеше тип һанаманым. Беҙ Фидан менән халыҡ яратҡан юғары тойғоло ролдәрҙә уйнағас, тамашасы беҙгә үҙ хыялындағы матурлыҡты ла өҫтәп ебәргәндер. Гәзит-журналдарҙа һүрәтемде баҫһалар, ҡайһы берәүҙәрҙең: «Эй-й-й-й... Сибәрлек нимә инде ул?!» — тип кинәйәләп әйткәнен ауыр кисерә инем. Мин эшкә килгәндә, Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡан актрисалар үҙҙәре утыҙҙан саҡ артылған йәштәр ине, әлбиттә, шунда уҡ күтәреп ҡаршы алманылар. Етмәһә, артыҡ ныҡ баҫалҡы булдым, телевидениеға барһам, объектив бөтә йәмһеҙлегемде күрһәтә инде, тип, ҡотом осоп ултыра торғайным. Хәҙер йәш саҡтағы фотоларға ҡарап, йәшлек үҙе матур, ниңә шул хәтлем бөтөрөнгәнмен икән, тип уйлап ҡуям. Яңыраҡ телевидениела бер тапшырыуҙа төштөм. «Нурия, йыйырсыҡтарың да күренә шул», — тим үҙемә. Ә күңелемдәге икенсе Нурия тынысландыра — ниңә уларҙан ҡурҡырға? Улар бит минең йәшлегем эҙҙәре, гел көлөп торған алсаҡ ҡыҙҙар ролен уйнаным. Үҙем дә көлөргә яратам, күҙҙҙәремде ҡыҫып, ауыҙымды йырып, рәхәтләнеп көләм. Йыйырсыҡтар — йәшлегем эҙҙәре, ә йәшлек тиҙ үтә шул...


Туҡтап тор, көҙ,

Мине ҡаршыларға ашыҡмаһын әле ҡышым,

Минең әле йәйге һуҡмаҡтан

Офоҡтарға табан барышым.

Ашыҡма, көҙ, минең юлдарыма

Һағыш һарайҙары һалырға.

Йырҙарымдан, утлы күҙ йәшемдән,

Мөхәббәттән мине айырма!

Динара ҠӘЙҮМОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас