Яулыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тормошонда ҙур урын биләй. Ул мосолман ҡатын-ҡыҙының тажы. Иманлылыҡ, тәртип һәм тәүәккәллек билдәһе, һаҡлаусы ҡалҡан булып тора.
Башҡорттарҙа яулыҡтың киң таралыуын уның төрҙәренән, атамаларынан һәм аксессуарҙарынан да күреп була.
Күбеһенең боронғо исемдәре халҡыбыҙҙың көнсығыш диалекттарында – Ҡоншаҡ, Арғаяш, Силәбе, Ҡурған башҡорттарында һаман да һаҡлана. Борон яулыҡһыҙ йөрөү бик һирәк күренеш булған. Ял иткәндә лә, эш мәлендә лә яулыҡ бәйләп йөрөгәндәр. Әлбиттә, был динебеҙҙән дә килә — сәс күрһәтергә ярамаған. Өләсәйҙәребеҙ әйтеүенсә, яулыҡ шайтандан һаҡлаған, сәс ялбыратып йөрөгәнгә зәхмәт эләгә, тигәндәр. Һәм, киреһенсә, яулыҡ ябынғандар зәхмәттән һәм шайтандан һаҡланыр, тигәндәр. Дөйөм алғанда, әлбиттә, яулыҡ һәр бер диндә, мәҙәниәттә ошондай “ҡатын-ҡыҙ ҡалҡаны”, әҙәпте һаҡлаусы ролен биләй.
Беҙҙең һалҡын климатта иң популяр яулыҡ төрө – шәл. Башҡорт шәле — тик Башҡортостанда ғына барлыҡҡа килгән, әммә даны алыҫтарға таралған хазина. Кәзә дебетенән бәйләнгән күпереп торған йомшаҡ, йылы шәл республиканың бренды тип аталыуға хоҡуҡлы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының яратып ябынған яулыҡ төрө — “француз яулыҡ”. Халҡыбыҙҙа 19-сы быуатта киң таралған был кейем элементы Наполеон яуҙарынан һуң билдәле булып киткән. Башҡорт яугирҙары үҙҙәренең әсәһе, һеңлеһе, һөйгән йәрҙәренә ҡәҙерләп бүләк иткәндәр. Шул осорҙан алып был яулыҡ милли кейемебеҙҙең бер өлөшөнә әүерелгән.
Яулыҡ менән халҡыбыҙҙың күп йолалары, уйындары бәйле. Йәштәр араһында “Йәшерәм яулыҡ”, “Яулыҡ осоро”, “Яулыҡ йүгертеү”, “Лыбыр-лыбыр” уйындары билдәле. Туй йолаларында ла яулыҡ төп урын биләй. Туйға барған сананың дуғаһында бер яғында таҫтамал, икенсе яғында иһә яулыҡ бәйләнгән булған.
“Килен һөйөү” йолаһында киленде ҡаршылап тәү бүләк ҡәйнәһенән бер шәл була, кейәүҙең еңгәйҙәре һәм апайҙары ла яңы туғандың яурынына шәл, ебәк йәки француз яулыҡ ябындыралар. Ябындырған саҡта киленгә “хуш килдең” тип матур теләк теләйҙәр. “Йыуаса” йолаһында ла һыйлаған саҡта ҡоҙағый-ҡоҙасаларға яулыҡ бүләк иткәндәр.
Урал аръяғында йортҡа беренсе тапҡыр ҡунаҡ булып килгән ҡатын-ҡыҙ затына ла яулыҡ бүләк иткәндәр. Өйгә бәләкәй ҡыҙ килә икән — уны буш сығармағандар. Бында ла яулыҡ оло бүләк булып торған.
Егет менән ҡыҙ араһындағы тоғролоҡ билдәһе лә — яулыҡ
Тоғролоҡто һәм ғаилә ҡороу ниәтен күрһәтеү маҡсаты менән егет ҡыҙға яулыҡ бүләк иткән.
Мөхәмәтша Буранғолов быны ҡыҙ күҙләү йолаһында әйтеп үткән: егет күңеленә ятҡан ҡыҙға яулыҡ бүләк иткән, әгәр ҙә ҡыҙ ҙа егетте оҡшатып кейәүгә сығырға риза булһа — ул бүләк яулыҡты ҡабул иткән.
Шулай итеп, яулыҡ ныҡлы ғаиләнең тыуыуына ла сәбәп булған.
Яулыҡ – ул башҡорт ҡатын-ҡыҙының дәрәжәһен белдергән элемент.
Силәбе, Арғаяш һәм Ҡурған башҡорттарында ҡушъяулыҡ кейәүгә сыҡҡан ҡатындың ғаилә хәлен билдәләгән. Улар ике яулыҡты бергә тегеп, ситтәрен позумент, ваҡ тәңкәләр, мәрйен менән биҙәгәндәр.
Урал аръяғында кейәүҙә булыуҙың билдәһе — ҡашмау. Ҡашмау аҫтына ла яулыҡ булған.
Яулыҡты ябыныу тәртиптәре
Йәш килендәр яулыҡты маңлайҙан артҡа, елкә яғына тартып ябынған булһалар, өлкән йәшкә еткәндәр, балалары ҙурайған ҡатындар яулыҡты яҙып, бөкләмәй эйәк аҫтына бәйләп ҡуйғандар.
Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар таҫтар кейгән. Таҫтар — башҡорттарҙа олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың башына урай торған, бер осо сигеүле оҙон аҡ митҡал йәки башҡа кизе-мамыҡ туҡыма. Ғәҙәттә, аҡ төҫтәге туҡыманан эшләнгән таҫтар ябынғандар.
Таҫтар яулыҡтан ҙурыраҡ, оҙонса булған. Таҫтарҙы маңлайҙы ҡаплап торған биҙәкле таҫма — һарауыс менән бергә ябыныр булғандар.
Көнсығыш башҡорттарындағы таҫтарҙарҙың оҙонлоғо борон өс метрға тиклем булған. Урта һәм көньяҡ Башҡортостанда таҫтарҙы асыҡ төҫтәге ике метр оҙонлоҡтағы ситса туҡыманан эшләгәндәр. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында был баш кейеме ҡыйыҡса тип аталған. Ул — өсмөйөш рәүешендә.
Халҡыбыҙ өсөн яулыҡтың әһәмиәте, әлбиттә, динебеҙҙән килә. “Нур” сүрәһенең 31-се аятында ошолай тиелгән: “Мөьминә ҡатын-ҡыҙҙарға ла һөйлә: (ярамағандарға ҡарауҙан) тыйылһындар; намыҫ һәм ғиффәттәрен һаҡлаһындар. Күрһәтергә ярағандарҙан (йөҙ менән ҡулдарҙан) башҡа зиннәттәрен күрһәтмәһендәр”.
“Зиннәт” тигән һүҙҙең эсендә күп мәғәнә ята. Биҙәнеү әйберҙәре лә, һөрмә тартыу, тырнаҡтарға ҡына һөртөү ҙә, муйын да, күкрәктәр ҙә, бармаҡтарҙан юғары беләктәр ҙә, балтырҙар ҙа һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғи гүзәллеге лә — зиннәт. Быларҙың барыһы ла ирҙәрҙең дәртен ҡоторта. Шуға күрә, ҡатын-ҡыҙ үҙенең матурлығын, зиннәтен асмаҫҡа, ирҙәрҙе вәсүәсәгә һалмаҫҡа тейеш.
Яулыҡтар муйындарын, яғаларын, күкрәктәрен ҡаплап торһон. Зиннәт урындарын үҙ ирҙәренән, үҙ аталарынан, үҙ ирҙәренең аталарынан, үҙ улдарынан, үҙ ирҙәренең (башҡа ҡатынынан тыуған) улдарынан, үҙ ир туғандарынан, үҙ туғандарының улдарынан, ҡыҙ ҡәрҙәштәренең улдарынан, үҙенең (хеҙмәтсе) уң ҡулдары биләгәндәрҙән, үҙҙәренең ҡолдарынан, енси ихтыяжы булмаған ир хеҙмәтселәрҙән, ҡатындарҙың йәшерен ерҙәренә иғтибар итмәгән балаларҙан ҡатын-ҡыҙ зиннәтле урындарын күрһәтмәҫкә тейеш.
Ғәзиз ЙОСОПОВ.