Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2024, 17:10

Харис Шәриповҡа тауышың бөтә тигәндәр

Хатта икенсе һөнәр һайларға ҡушҡандар... Ә һеҙ нимә тиер инегеҙ? 

Харис Шәриповҡа тауышың бөтә тигәндәрХарис Шәриповҡа тауышың бөтә тигәндәр
Харис Шәриповҡа тауышың бөтә тигәндәр

Бөгөн популяр йырсы Харис Шәрипов Өфө сәнғәт училищеһын тамамағас, филармонияға эшкә бара. Теләге эстрада артисы булыу. Комиссия йыялар. Нәзифә Ҡадирова: “Бик ҡыҙыҡлы тауыш. Мин – за!”- ти ҙә “Гастролгә ашығам, - тип сығып китә. Билдәле музыкант Наил Ғәлиев та Харисты алырға ризалығын бирә. Әммә ҡаршы төшөүселәр ҙә күберәк булып сыға. Бер йырсы ир: “Бер-ике йылдан тауышың бөтәсәк, икенсе һөнәр һайла”, - ти. Шулай итеп, Шәрипов эстрадаға алынмай. Һөҙөмтәлә йырсы      хорға бара. Ә бер йылдан һуң уны эстрадаға эшкә алалар. Бына  35 йылдан ашыу самаһы Харис Шәрипов үҙенең моңло йырҙары менән тамашасыларҙың күңелен имләй. Әгәр теге ваҡыт комиссиялағы әҙәмде тыңлап, кәйефе төшөп, икенсе юлдан китһә, нимә булыр ине икән?!

   Әйткәндәй, күптән түгел Миәкә районында сығыш яһағанда ғәжәп хәл була. Бер тамашасы: “Харис ҡустым, бына нисә йылдар һине яратып тыңлайым. Хәлемдән килһә, фәлән йырсының  ( теге ваҡыт эстрадаға алыуға ҡаршы булған йырсының исемен атай) бөтә званиеларын һиңә алып бирер инем. Ул кеше хәҙер йырлаймы ул?” – ти.  

  Ваҡыт бөтә нәмәне үҙ урынына ҡуя шул. 

Фото: Бәйләнештә

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас