— Атайым беҙгә бер быуатлыҡ еҙ самауыр бүләк итте. Шуны реставрацияға бирәбеҙ, оҫтаны ла таптыҡ. Һемәген алмаштырһалар, бер-ике урында ямаһалар — ҡайнатырға ла була. Өйөбөҙгә сығып, Алла бирһә, шыжлатып, балаларыбыҙ менән сәй эсербеҙ, — тип ярышып һөйләне улар.
Бер ябай ғына самауыр, ә уның менән күпме пландар ҡоролған, киләсәкте күҙ уңында тотҡан уйҙар тыуған... Өфөлә йәшәүсе Наҙгөл менән Юлай ҠАСИМОВтар бер-береһеҙ тормошто күҙ алдына ла килтермәй.
Уларҙың һәр кеме үҙ өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән, танылыу алған. Юлай — Башҡортостанда билдәлелек яулап өлгөргән йәш ҡурайсы, Наҙгөл — республикала башҡорт йәштәрен берләштергән күп кенә проекттар авторы. Ә икеһе бергә — бер бөтөн, бер-береһен тулыландырып торған пар.
Юлай
“Тормоштоң ни тиклем ҡатмарлы икәнен бәләкәй саҡтан белдем”, — тип йылмая Юлай. Тыуған яғы — Йылайыр районының Үрге Сәлим ауылында тик башланғыс кластар була. Юлайҙың әсәһе уҡытыусы, шуға ла беренсе класта яңы йыл кисәһендә ҡалған балалар өйҙәрендә яһанып килһә, малайға костюмын мәктәптә кейергә тура килә. Шул мәлдә бүлмәгә Кәримә исемле инәй килеп инә лә Ҡыш бабай булып кейенеп ала. Яңы йыл тылсымына ышанған, Ҡыш бабайҙың шыршы аҫтына бүләк һалғанын күргеһе килеп, йоҡламай төндәр үткәргән малайҙың ниҙәр кисергәнен күҙ алдына килтерәһегеҙҙер...
Юлайҙың әсәһе Гөлбанат Сәлимгәрәй ҡыҙы — ауылдың әллә нисә быуынын уҡытҡан хөрмәтле педагог. Улының класс етәксеһе лә була ул. “Мәктәптә миңә әсәй тип өндәшмә”, — тип өйрәтә ул Юлай беренсегә барғанында. Малайға хатта бер тапҡыр “әсәй” тип ысҡындырғаны өсөн мөйөштә лә торорға тура килә. Улының башҡа уҡыусылар алдында өҫтөнлөгө бар тип уйламаһындар типме, әсәһе уҡытыусы булараҡ Юлайға ҡарата үҙен талапсан тота.
Егеттең атаһы Ринат Хөббөхужа улы Силәбелә техник йүнәлештә белем алғандан һуң тыуған ауылында төпләнә. Ул — иң кесе малай, шуға ла тыуған йорт нигеҙен һаҡлау бурысы тап уға һалына. Һәр ир-балаға кеүек, Юлайға атаһы — өлгө. Бәләкәйҙән унан ҡалмай, эйәреп йөрөп үҫә. Хатта ауыл халҡы алыҫта оҙон буйлы ир-егет китеп барһа, ә эргәһендә бала йүгерһә, тимәк, Ринат тип танығандар.
— Ата-әсәйемдән алған иң ҙур һабаҡ — йәшел йылан менән мауыҡмаҫҡа. Беҙҙең һөнәрҙә, йәшерен-батырыны юҡ, эскелек тоҙағына эләгеү еңел. Сығыштарҙан, байрамдарҙан һуң табынға саҡыралар, ә унда ялтырбаштар әҙер ултыра. Күп яҙмыштар, карьералар эскелек арҡаһында боҙолдо, хатта ғүмерҙәр өҙөлдө. Ғөмүмән, беҙҙең студент йылдары менән сағыштырғанда, хәҙер йәштәр эскелек менән мауыҡмай. Уларҙың бөтөнләй икенсе төрлө ҡыҙыҡһыныуҙары, тормошҡа ҡараштары, маҡсаттары бар, — ти егет.
Юлай башланғыс кластарҙы Үрге Сәлим ауылында уҡыһа, бишенсе класҡа күрше Матрай ауылына бара. Тап ошонда ул ҡурай менән таныша. Уның серҙәренә түңәрәкте етәкләгән Ғәлим Монасипов төшөндөрә.
— Йылайыр ере электән көслө, билдәле ҡурайсылары менән дан тотҡан. Улар тураһында белеп-ишетеп йөрөп, түңәрәккә барҙым да инде. Ҡурай булмаһа, башҡа бер ниндәй ҡоралды ҡулыма алмаҫ инем, — ти егет.
Юлай әле лә тыуған яҡтарын онотмай — районда үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Уның фекеренсә, һәр башҡорт тыуған еренә ныҡ бәйле, илһөйәрлек тап бала саҡ үткән ауылдан, райондан башлана. Тыуған яҡтарыңды, тәрбиәләгән кешеләрҙе, мөхитте онотоу — ҙур хата.
Юлай 9-сы кластан һуң Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә тип маҡсат ҡуя. Әммә һәр икенсе кеше уға: “Аҡсаң булмаясаҡ, шуның булмаясаҡ, тегенең булмаясаҡ... Ана фәләндең улы музыкантҡа уҡығайны, хәҙер Себергә сығып китте...” – ти. Ундайҙарға ул: “Ҡарағыҙ, Йылайырҙа тыуып үҫкән ағайҙар хәҙер нисек Өфөлә күтәрелеп, билдәле булып киттеләр, улар ғаиләләрен, ата-әсәләрен матур итеп ҡарайҙар. Ниңә һеҙ мине шундай тырыштар менән сағыштырмайһығыҙ?” – тип яуап ҡайтара.
Һүҙен һүҙ итеп Юлай теләгән һөнәре буйынса уҡырға инә. Өфө сәнғәт училищеһында уҡ ул йыр-моң донъяһына баш-көллө сума. Дуҫ егеттәре менән “Саптар” этно-төркөмөн булдыра. Был төркөм менән улар күп сығыштар яһап, фестивалдәрҙә ҡатнашып, сәхнәгә күнегә, сыныға.
Училищены тамамлағас та егет “Саптар” ҡурай мәктәбен аса. “Саптар” мәктәбе иң шәп проекттарҙың береһе ине, ти ул. Тик ғаилә ҡорғас, уның ваҡыт яғы сикләнә. Айына әллә нисә кеше уҡырға теләк белдереп торһа ла, әлеге мәлдә мәктәптең эше туҡтатылып торған.
Күптән түгел Юлай Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын да тамамланы. Хәҙерге мәлдә ул “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы. Сығыштар яһарға, оҫталыҡ дәрестәре бирергә лә ваҡыт таба.
— Ир-егет өсөн үҙенең өлкәһендә уңышҡа ирешеү — мотлаҡ. Миңә был фекерҙе атайым, әсәйем, уҡытыусыларым еткерҙе. Шул уҡ ваҡытта һәр кемгә карьераһын үҫтерергә кәрәк, тип бөтәһен бер ҡалыпҡа һалмайым. Был фекерҙе үҙемә генә ҡағиҙә итеп алдым. Сөнки карьераңды матур итеп үҫтерһәң, яҡындарыңды ла ҡарай алаһың. Ғаилә ҡорорға ҡыйыулығың еткәс, уны лайыҡлы бағыр өсөн аҡса табырға ла тейешһең. Ә яҡшы карьера – кеҫәң буш булмауҙың гарантияһы. Тик бер карьера ғына арыу тормош вәғәҙә итә тип әйтеп булмай. Бәхетле булыу өсөн ғүмерҙең бөтә өлкәһе лә бер тигеҙ барырға тейеш: эшең дә, һаулығың да, ялың да шәптән булһын, — тип ҡараштары менән уртаҡлашты ул.
Һәр кеше, маҡсаты ниндәй булмаһын, уға тырышлығы менән генә ирешә ала. Талантың булып та көс һалмайһың икән, бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ. Бөгөн Юлайҙы йәштәр араһында ла, өлкәндәр араһында ла яҡшы белеүҙәре, сығыштарын көтөп алыуҙары — уның тырышлығының емеше. Ул, мәҫәлән, 2021 йылдан алып йыл һайын Өфөнөң иң ҙур сәхнәләрендә үҙенең шәхси концертын бирә. Ундай залдар йыйған ҡурайсылар бөгөн һирәк. Быйыл тамашаны ноябрь аҙағына планлаштырған.
Уңышлы карьераһына, халыҡ-ара фестивалдәрҙә беренсе урындар яулағанына ҡарамаҫтан, Юлай: “Төп еңеүем — ғаиләм”, — ти.
Наҙгөл
“Әйҙә, ҡыҙым, атта йөрөргә өйрәтәм”, — тип йылмая атаһы бәләкәс Наҙгөлгә ҡарап. Атаһының ат бағып, һыбай йөрөгәнен күреп буй еткереп килгән ҡыҙ шул һүҙҙәрҙе генә көткәндәй йүгереп килеп етә. Атаһы уны көслө ҡулдары менән күтәреп ат өҫтөнә ултырта. Әммә йәш малға был оҡшап етмәйме, уйнаҡлай башлай. Наҙгөл тын да алырға ҡурҡып, атаһына ҡарап, илай башлай. Атаһы: “Илаһаң, атта йөрөргә өйрәтмәйем”, — ти. Ҡыҙ йәштәрен һөртә-һөртә: “Йөрөгөм килмәй”, — тип төшә. Башҡа һыбай йөрөү тураһында Наҙгөл дә, атаһы ла һүҙ ҡуҙғатмай.
... Быҫҡаҡлап ямғыр яуа ул көндө. Нөҙгөл көтөү көткән атаһына төшкө аш алып бара. Ул ямғыр аҫтында йәйәү килеп еткән ҡыҙын йәлләй, ахырыһы. Һыбай йөрөргә өйрәтмәйем тиһә лә, Наҙгөлдө атҡа атландыра. Нескәлектәрен аңлатҡас, ауылға ҡайтырға ҡуша. Тәүге тапҡыр һыбай ултырған ҡыҙ алға ҡарау урынына артҡа боролоп күҙҙән юғалғансы атаһынан ҡарашын алмай. Ул да, әллә борсолоп, әллә ҡыҙының уңышына ҡыуанып, үрелеп ҡарап тороп ҡала.
Нөҙгөлдөң бала саҡ хәтирәләре тап көтөү менән бәйле. Ауыл тирәһендә эш тә эш, һис бушармын тимә. Ә бына көтөү ваҡыты етһә, бар мәшәҡәттәр туҡталып ҡала. Атаһы менән ағаһы көтөү көтһә, әсәһе менән ул, ҡустыһы төшкө аш алып бара. Тәбиғәттә сәй ҡайнаталар, бергәләшеп тамаҡ ялғайҙар, аҙаҡ еләк йыялар.
Наҙгөл Ейәнсура районы Ибрай ауылында тыуған. Әсәһе Фәнүзә Ғәлийән ҡыҙы — ғүмер буйы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Өйҙә — әсәй, мәктәптә — класс етәксеһе. “Һин мине тыңламаһаң, башҡа уҡыусылар ниңә тыңларға тейеш? Һин уҡымаһаң, башҡалар ниңә дәрестә тырышһын? Һин — уларға өлгө”, — тип әсәһе әйткәс, Наҙгөл икеләтә тырышып уҡый. Ысынлап та, уҡытыусы балаһы — һәр ваҡыт күҙ уңында. Фәнүзә Ғәлийән ҡыҙы үҙе бигерәк нескә, наҙлы күңелле булғанғамы икән, Наҙгөлдө ул дорфараҡ итеп тәрбиәләй.
Атаһы Рәмил Сиражетдин улы, үкенескә күрә, яҡты донъяла инде юҡ. Күпләп ат, ҡорт тотҡан ул. Йәй буйы малдарҙы, ҡорттарҙы бағып ауылда булһа, ҡыш көндәре Себер тарафтарында эшләй. Ҡулы ла алтын була. Үҙенә күрә йомоҡ, аҙ һүҙле, әммә ҡыҙына ҡарата сикһеҙ яратыу кисергән Рәмил Сиражетдин улы бәләкәй Наҙгөлгә кейемдәр ҙә тегә, сәстәрен дә үрә... Ҡыҙының, ғаиләһенең йөрәгендә иң йылы хәтирәләр ҡалдырған кеше ул.
— Атай бәләкәстән минең үҙ баһамды үҫтереүсе. Ҡайһы бер хәлдәрҙә үҙемде һайлауым — тап уның тәрбиәһе. Әсәйемә бөгөн ҡарайым да, уның кеүек наҙлыраҡ, йомшағыраҡ булырға кәрәк, тигән һығымтаға киләм, — тип уйҙары менән уртаҡлаша Наҙгөл.
Ата-әсәһе балаларының һәр бер ҡарарын ихлас ҡабул итә. Бер ваҡытта ла “Юҡ, улай итмәйһең”, тип сиктәр ҡуймай. Шуға ла Наҙгөл бәләкәйҙән һәр аҙымы өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡты алырға өйрәнә. “Хаталанһаң да, зарланып булмай, үҙең ғәйепле”, — тип көлә ҡыҙ. Икенсе яҡтан, уңыш та, еңеү ҙә үҙ көсөң менән булдырылғас күпкә татлыраҡ бит!
Һигеҙенсе класҡа тиклем ҡыҙ үҙҙәренең ауыл мәктәбендә уҡый. Ун беренсене Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы республика башҡорт гимназияһында тамамлай.
Наҙгөл мәктәп партаһынан шиғырҙар яҙа, прозала үҙен һынап ҡарай. Әммә яҙыу өсөн һәләттән бигерәк ултырып эшләй белеү талап ителеүенә бик тиҙ төшөнә:
— Идеяларым ташып торһа ла, бер урында оҙаҡ ултыра торған кеше түгелмен. Йәнә, шиғыр булһынмы, прозамы, уларҙы ҡағыҙға теркәгәндә тойғоларыңды аҡтарырға, теләһәң-теләмәһәң дә, үҙ тормошоң менән параллель үткәрергә тейешһең. Мин иһә үҙ күңелемде урынынан ҡуҙғатырға, хис-тойғоларға бирелергә теләмәйем, тормошҡа реаль ҡарағым килә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, шиғыр яҙырлыҡ талантым юҡ минең. Ә бына текст яҙа алам. Шуға ла бөгөн мин башлыса йырҙарға һүҙҙәр яҙам, мин быны ижад тип иҫәпләмәйем, — ти ҡыҙ.
Ҡулына аттестат алғандан һуң Наҙгөл Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инеп, тәүҙә – бакалавриатта, аҙаҡ магистратурала белем ала.
Университетты тамамлағас, үҙ-үҙенә һорау бирә: “мин нимәне камил эшләй беләм?” Башҡорт телендә матур итеп һөйләшә, яҙыша алған Наҙгөл ошо йүнәлештә нимәлер эшләргә кәрәк тигән һығымтаға килә.
Хеҙмәт юлын ул “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһендә башлай. Унда башҡорт телендә беренсе республика дебат уйындарын ойошторалар. Был Наҙгөлдөң башҡорт телен үҫтереүгә арналған тәүге ҙур проекты була. Артабан хеҙмәт юлын йәш белгес Башҡортостан юлдаш телевидениеһында дауам иттә. Унда эшләгән осорҙа ла “Аҫылташ” форумы, “Аҫылташ” интеренет-марафоны проекттарын тормошҡа ашырырға ваҡыт таба. Әүҙем, ҙур проекттарға тотонорға ҡурҡмаған белгесте күреп, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондына эшкә саҡыралар. Бында ул әлеге көндә лә төрлө проекттар өҫтөндә эшләй.
...2019 йылда Наҙөлдөң атаһының ғүмерен яман шеш өҙә. Был ҡайғыны ул бик ауыр кисерә. “Ризыҡтың тәме, донъяның йәме юғалғандай булды. Йоҡлаһам да йоҡом туймай, уйҙар буталды, артабан ни булырын күҙ алдына килтереү ауыр ине”, — тип иҫләй ул көндәрҙе Наҙгөл. Депрессияға батҡан ҡыҙ атаһының үлемендә хатта үҙен ғәйепләй. Ошо мәлдә ул психологтарға мөрәжәғәт итә. Өс йыл белгестәр менән шөғөлләнгәндән һуң, Наҙгөл, ниһайәт, үҙен яңынан тыуғандай хис итә башлай. Психолог һөнәренә ҡарата ҙур ихтирам, һөйөү уяна. “Мөмкинлек булһа, психолог һөнәрен һайлар инем”, — ти Наҙгөл Юлайға. “Мөмкинлегең бар, хыялланып йөрөгәнсә, әйҙә, уҡы”, — ти уға тормош иптәше. Шулай Наҙгөл ҡабаттан студент булып китә. Быйыл декабрҙә БДПУ-ның магистратураһының дипломын аласаҡ.
Әлеге көндә Наҙгөл психолог булараҡ тормош юлында юғалып ҡалғандарҙы ҡабул итә.
— Ауылда, башҡорт йолаларында үҫкән ҡыҙҙарға дөйөм психологияны фильтр аша үткәрергә кәрәк. Күп кенә заман тендециялары беҙҙең йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күҙ уңында тотмай. Мәҫәлән, бөтә донъяла ирекле мөнәсәбәттәр популярлаша. Ә беҙҙең күбебеҙҙе тәүҙә мәктәпте тамамларға, шунан диплом алырға, кейәүгә сығырға, балалар табырға, һөйөклө ҡатын, яҡшы әсәй булырға кәрәк тип тәрбиәләйҙәр. Ошондай ике төрлө ҡараш ата-әсә йортонан яңы сыҡҡан ҡыҙҙың эске донъяһында ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙыра. Үҙен “ауылдарса” , “иҫкесә” фекерләйем тигән һығымтаға килә. Шундай юғалып ҡалған, ике ут араһында янған сибәрҙәргә ярҙам иткем килә: әгәр ҙә ғаилә принциптары менән йәшәү рәхәт, уңайлы икән, башҡаларға, тенденцияларға иғтибар итергә кәрәкмәй, — тип эшенең төп йүнәлеше тураһында һөйләне ул.
Наҙгөл менән Юлай
Башҡорт донъяһы бәләкәй, ә Өфө — ҙур ауыл, тип әйтәләр. Урамда танышыңды осратмай үтеп тә булмай. Юлай менән Наҙгөл — икеһе лә әүҙем йәштәр. Бер-береһен сараларҙа, моғайын, күреп йөрөгәндәрҙер. Шулай ҙа улар икеһе лә “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә эшләгән саҡтарында танышҡандары тураһында һөйләнеләр. Бер көндө йәштәр социаль селтәрҙә бәхәсләшеп китә. Ике-өс сәғәт яҙышып, фекер алышалар. Ә бер нисә көн үткәс, Юлай Наҙгөлгә: “Күпме уйлаһам да һинең менән тағы ла бәхәсләшергә сәбәп таба алманым”, — тип яҙа. Шунан инде улар яҡындан аралаша башлай.
Бала саҡтан уҡ атай-әсәйе миҫалында эскерһеҙ саф мөхәббәт барлығын тойоп йәшәгән Наҙгөл тормошта ниндәй генә ваҡиғалар булһа ла, ана шул ысын тойғоноң уны урап үтмәҫенә ышана.
— Дөрөҫөн генә әйткәндә, башта Юлайҙы тормош иптәшем булыр тип уйлап та ҡараманым. Миңә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы көсәйгәс, ир-ат дуҫтарым күп, шуларҙың береһенә әүерелер, моғайын, тип фекер йөрөттөм. Етмәһә, минән өс йәшкә кесерәк тә ине. Ныҡлы аралаша башлағас, уның үҙ йәшенә ҡарата күпкә өлгөргәнерәк булып сығыуын аңланым, — ти Наҙгөл.
— Был ҡыҙҙы кәләш итеп алырғамы, әллә юҡмы, тигән шик бер ваҡытта ла булманы, булмаясаҡ та. Уның менән аралаша башлағас та, был минең кешем, уның менән яҙмышымды бәйләгем килә тигән теләк күңел түрендә яралды, — ти Юлай тойғолары хаҡында.
Юлай буласаҡ кәләшенә теҙләнеп, балдаҡ һуҙып тәҡдим яһамай. Йолаһына тап килтереп, әсәһенән ҡыҙын уға кейәүгә биреүҙәренә рөхсәт һорай. Ризалыҡ алғас, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәп, туғандарын йыйып, матур итеп никах уҡыталар, туй үткәрәләр. “Мин тәҡдим яһағанын һаман да көтәм”, — тип көлә Наҙгөл.
Яратышып өйләнешеү — бер, ә хистәрҙе һүндермәй йәшәү — бөтөнләй икенсе эш. Мөхәббәтте һаҡлар өсөн кеше иң тәүҙә үҙен өйрәнергә тейеш, тигән фекерҙә йәштәр. Үҙеңде аңламай тороп, башҡа берәүҙе аңлау мөмкин түгел. Әгәр ҙә үҙ өҫтөңдә эшләмәһәң, психологияны өйрәнмәһәң, тормош иптәше менән осрашыу үҙе бер хата булыр ине, тип билдәләйҙәр улар. Шунһыҙ үҙ ҡулдарың менән ул мөнәсәбәттәрҙе юҡҡа сығарырға мөмкин. Әле иһә яуаплылыҡты һәр кем үҙ өҫтөнә ала.
— Минеңсә, татыу ғаиләнең сере — мөхәббәттә һәм бер-берегеҙҙе хөрмәт итеүҙә. Ә иң мөһиме — йәреңде ишетә белеүҙә. Ҡыйынлыҡтар, ауырлыҡтар, аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, үсегер урынға ултырып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә кәрәк. Үпкәләүҙәр, әлбиттә, була инде. Әммә уны оҙаҡҡа һуҙырға ярамай: ултыраһығыҙ, һөйләшәһегеҙ, аңлашаһығыҙ, — тип белдерҙе Юлай.
Үткән йылда йәштәрҙең бәхетен арттырып улдары ла тыуған. Уға бик үҙенсәлекле Самрау тигән исем дә биргәндәр. Исемде Наҙгөл һайлаған:
— Мәктәптә уҡығанда “Урал батыр” эпосын ятлап, конкурста ҡатнаштым. Шул мәл беренсе тапҡыр халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын тулыһынса уҡып сыҡтым һәм Самрау батшалығына иҫем китте: ғәҙеллек, яҡшылыҡ хөкөм иткән ил ныҡ хәтергә уйылды. “Батшаның исеменә тиклем шәп”, — тип уйлағайным шул мәл. Үҫә килә улымды тап Самрау тип атағым килгәнен аңланым. Юлайҙы осратҡас та ошо теләгемде белдерҙем, ғаилә булһаҡ, ошондай хыялым бар, тинем. Ул ҡаршы булманы.
Быға тиклем йәштәр ваҡыттарының күп өлөшөн карьераға бүлһә, хәҙер эш икенсе планға күскән. Улдары менән мөмкин тиклем күберәк ваҡыт уҙғарырға ынтылалар. Төп маҡсаттарының береһе — Самрауҙы башҡортса фекерләгән, һөйләшкән шәхес итеп тәрбиәләү. Үҙҙәре ауыл мөхитендә үҫкәс, телде өйрәнеү, белеү тигән мәсьәлә бөтөнләй ҡалҡып сыҡмай. Әммә ҡала шарттарында бала таҙа башҡортса һөйләшһен өсөн, ярайһы уҡ тырышлыҡ талап ителә. Тәрбиәселәре тик башҡортса һөйләшкән балалар баҡсаһын табыуҙан алып уны уратасаҡ мөхиткәсә уйларға, планлаштырырға кәрәк. Бының өсөн йәштәр ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәҫкә һүҙ ҡуйышҡан. “Был — иң ауыр һәм ҡиммәтле проект“, — тип көләләр үҙҙәре.
Бер бала — юҡ бала, тигән фекерҙә Ҡасимовтар. Киләсәктә яңы төҙөй башлаған өйҙәренә сығып, ишле ғаилә булырға хыяллана Наҙгөл менән Юлай.
Айгөл СӘЛӘХОВА.