Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
12 Октябрь 2024, 05:00

Сәхнәнән инвалид коляскаһына ултырған һылыу

– Миңә 29 йәш. Шул хәтлем ғаилә ҡороп, бәпәй табып, үҫтергем килә ине, – тип хәтер йомғағын һүтте Айгөл. – Александр менән гражданлыҡ никахында йәшәнек. Эсмәй, шундай яғымлы, тип уға йөрәгемде астым. Уның алкоголдән кодировка­ланғанын белмәй инем. Бер көн шулай концерттан ҡайтҡас, ҡайҙа барып ингәнемде лә белмәй, аптырап торҙом. Иремде ен алмаштырғанмы ни? Шул ҡәҙәр иҫерек ине. Бер ваҡыт йоҙроҡтарын төйнәп, миңә ынтылды... Иҫемә килгәндә дауаханала инем...

Сәхнәнән инвалид коляскаһына ултырған һылыуСәхнәнән инвалид коляскаһына ултырған һылыу
Сәхнәнән инвалид коляскаһына ултырған һылыу

“Йәшәү осҡондарым һүрелмәҫ...”

“Әйҙә, әйҙә... Бына шулай, тағы ла, тағы ла бер генә аҙым...” Бер аҙым ғына түгел, һәр хәрәкәт уға шундай ауырлыҡ менән бирелә. Ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн уртын ҡанатҡансы тешләп, хәрәкәтһеҙ, ҡатып ҡалған аяҡтарын һөйрәп, ул тағы ла “ходунок”ка сат йәбешә. Тағы ла бер аҙым, тағы ла... “Минме, мин башҡаса йөрөй алмайыммы? Бына, бына шулай...”Һәр аҙымын шундай ҙур ауырлыҡ менән эшләгән сибек кенә кәүҙәле был ҡыҙыҡай, аяҡтары тотмай, ҡолап китә лә ҡайтанан сәмләнеп, тырышып-тырмашып, “ходунок”ка йәбешеп тороп баҫа... Уға торорға, баҫырға, атларға кәрәк...Ә бит бөтәһе лә яҡшы ғына башланғайны. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлап, ҙур сәхнәләрҙә осоп-ҡанатланып бейегән Айгөлдө һәр ҡайҙа ла көтөп алалар. Халыҡ уның үҙен, бейеүҙәрен дә яратып өлгөргәйне. Бөтәһе лә күҙ асып йомған арала селпәрәмә килде...

Айгөл Мөтиғуллина – Сибай ҡыҙы. Дөрөҫөрәге, Красноярск ҡалаһында тыуһа ла, үҙен Сибайҙыҡы тип иҫәпләй. Бәләкәстән йыр-моң яратып үҫә. Ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан, күңелле көй ишетһә, күбәләктәй, ҡулдарын йәйеп, бейергә төшөп китер булған. Ҡыҙының бындай һәләтен күргән әсәһе уны алты йәшенән сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегенә бирә. Шунда ул бейеү сәнғәтенең нескәлектәренә төшөнә, бейеү хәрәкәттәрен өйрәнә. Ете йыл буйына төрлө милләт бейеүҙәре менән сәхнәләрҙә сығыш яһай. Ләкин яҙмыш ҡушыуы буйынса ул әсәһе менән Сибайға ҡайтып төпләнә. Үҙенең булмышын бейеүһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмауы хаҡында әсәһенә белдерә. Шулай итеп, ул Сибай ҡалаһының “Гөлдәр” өлгөлө бейеү ансамбленә килеп эләгә. Шунда тәүге тапҡыр башҡорт бейеүе менән таныша. Таныша һәм ғүмерлеккә ғашиҡ була. Башҡорт халыҡ бейеүҙәренең һәр хәрәкәтенең һығылмалылығына, ябай һәм шул уҡ ваҡытта тылсымлы, матур булыуына һоҡлана. Улай ғына ла түгел, уларҙың һәр береһенең тарихы булыуына ла ғәжәпләнә. Айгөл өсөн яңы, сағыу, бай, яҡты тормош башлана.


Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙ алдында, кем булырға, ниндәй юлдан китергә, тигән һорау тыумай. Ул күптән инде хәл иткән – бейеүсе буласаҡ! Шундай ҙур теләк уны Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына алып килә. Биш йыл уҡыу дәүерендә профессиональ бейеүсегә әйләнә. Сәхнә тултырып, тыпырлатып бейеп китеү уның өсөн бер ни тормай. Кәрәк булһа, тын ғына ятҡан күлдә йөҙгән аҡҡош, кәрәк икән, ярһып сапҡан юртаҡ кеүек осҡондар сәсрәтеп бейеү ҡыҙ өсөн тормош мәғәнәһенә әйләнә.


Бына һуңғы курс. Улар Өфөлә. Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһай. Һуңғы бейеүҙе башҡарып, сәхнәнән төшөүгә уларҙы “Каруанһарай” төркө­мөнөң танылған йырсыһы Вилдан Яруллин ҡаршылай. Теҙелеп баҫып торған ҡыҙҙарға күҙ йөрөтөп сыға ла, Айгөлгә бармаҡ менән төртөп күрһәтеп: “Бында кил әле”, – тип саҡыра. Бер нәмә лә аңламай торған Айгөл эргәһендәге ҡыҙҙарға боролоп ҡарай ҙа: “Кем, минме?” – тип ҡабатлап һорай. “Эйе, эйе, һин”, – ти йырсы. Айгөлдөң ҡасан уҡып бөтөрөн, киләсәккә пландары тураһында ҡыҙыҡһынып, “Каруанһарай” ансамбленә эшкә саҡыра. Йәшлек ҡанатында осҡан Айгөлдө ул ваҡытта был тәҡдим ҡыҙыҡһындырмай. Уҡырға, артабан белемен камиллаштырыу маҡсаты менән яныуын әйтеп, баш тарта. Ләкин яҙмыш ғали йәнәптәре үҙ хөкөмөн сығара. Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетына уҡырға инә алмай. Сәбәбе – бәләкәй буйлы булыуы.


Оҙаҡ уйлап тормай, Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһына эшкә килә. Өфөгә концерт менән барған саҡта Вилдан Яруллин менән юлдары тағы ла киҫешә. Айгөлдө был коллективта күреүенә бик ғәжәпләнгән йырсы бейеүсе ҡыҙға ауыҙ асырға ла ирек бирмәй. Шул уҡ көндө етәкләп тигәндәй машинаһына ултыртып, үҙе ҡарап тороп филармониянан эштән китеүе тураһында ғариза яҙҙырта һәм Өфөгә алып ҡайтып китә. Шулай итеп, Айгөл һигеҙ йыл данлыҡлы “Каруанһарай” ансамблендә сығыш яһай. Вилдан Яруллин, Рәсүл Ҡарабулатов, Лилиә Ишем­йәрова менән бергә ҡанатланып, йөҙөп йөрөп эшләй. Рәсәйҙең бөтә ҡалаһы, хатта сит илдәрҙең дә сәхнәләрендә тамашасыларға бейеүен бүләк итә. “Был һигеҙ йыл – минең өсөн иң ҡәҙерле, иң матур, иң бәхетле йылдарым”, – ти Айгөл Мөтиғуллина, күҙҙәренә йәш алып.


– Миңә 29 йәш. Шул хәтлем ғаилә ҡороп, бәпәй табып, үҫтергем килә ине, – тип хәтер йомғағын һүтте Айгөл. – Александр менән гражданлыҡ никахында йәшәнек. Эсмәй, шундай яғымлы, тип уға йөрәгемде астым. Уның алкоголдән кодировка­ланғанын белмәй инем. Бер көн шулай концерттан ҡайтҡас, ҡайҙа барып ингәнемде лә белмәй, аптырап торҙом. Иремде ен алмаштырғанмы ни? Шул ҡәҙәр иҫерек ине. Бер ваҡыт йоҙроҡтарын төйнәп, миңә ынтылды... Иҫемә килгәндә дауаханала инем...


Аяҡ-ҡулдары, ҡабырғалары һынған, башы яраланған, яһалма тын алыу аппаратына тоташтырылған Айгөл ун көн буйы комала ята. Күҙҙәрен асҡас, табиптар, шәфҡәт туташтары уның исемен, ҡайҙан икәнен, адресын һораша. Ләкин ул бер нәмә лә хәтерләмәй булып сыға, хатта исемен дә иҫләй алмай өҙгөләнә, әсәһен дә танымай.


Әсәһе менән Сибайға ҡайталар. Хушлашҡанда табиптар ҡаты хөкөм сығарып, Айгөлдөң бер ҡасан да атлай алмаясағы хаҡында белдерә. Ҡаты туҡмалыуҙан һуң ныҡ йәрәхәт алған ҡатындың аяҡтары бөтөнләй йөрөмәҫ була. Уға 1-се төркөм инвалидлыҡ бирәләр. Шулай итеп, бейеүсе сәхнәнән инвалид коляскаһына төшөп ултыра. Айгөл өсөн тормош туҡтап ҡалғандай тойола. Көн менән төн ялғаша, уның өсөн ҡояш та, ай ҙа бер була.


– Бер көн шулай телевизор ҡарап ултырһам, унан сәхнәлә бейеп йөрөгәнемде күреп ҡалдым, – тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе Айгөл. – Шул минутта тулыһынса хәтерем ҡайтты. Телевизорҙа бейеп йөрөгән ҡыҙ менән хәҙерге Айгөл араһында айырма ер менән күк араһы ине. Элек кем булғанмын да, хәҙер кеммен, тип миндә истерика башланды. Әсәйем дә тотоп тыя алмай ине хатта...


Ул минуттарҙа нимә кисергәнен ул үҙе генә белә. Тормошоноң аҫты-өҫкә әйләнә. Ҡыҙының шундай хәлдә булыуын күргән әсә йөрәгендә нимә ҡупҡанын яҙып та аңлатырлыҡ түгел. Ҙур сәхнәләрҙә күбәләктәй осоп бейеп йөрөгән ҡыҙының күҙ асып йомған арала инвалид креслоһына күсеп ултырыуын күргән әсә йөрәге нисек түҙҙе икән?! Оҙаҡ уйлағандан һуң Айгөл, әсәһенең ризалығын алып, Сибай ҡалаһындағы “Азатлыҡ” приютына күсеп сыға. Бында уның өсөн яңы тормош башлана.


Приют директоры Илһам Әбделғужин Айгөлдө ҡайтанан тормошҡа ҡайтарыу маҡсаты менән яна һәм бейеүен дауам итергә тәҡдим яһай. “Нисек инде бейергә? Был Илһам Факилович, ниндәй хәлдә ултырғанымды белә тороп, нисек шулай әйтә ала? Көләме әллә, тип ғазапландым”, – тип хәтерләй Айгөл. Ләкин Илһам Факил улы ныҡымыш булып сыға: “Ә һин бейеп ҡара, бәлки, килеп сығыр”, – тип ҡыҙҙың йөрәгенә өмөт сатҡылары һала. Шул көндән алып Айгөл бейеүҙәренең видеояҙмаларын ҡарай башлай. Хәрә­кәттәрен иҫкә төшөрә. Әле береһен, әле икенсеһен башҡарып ҡарай. “Килеп сыға шикелле”, – тип ул бала кеүек ҡыуанып, дәртләнеп китә. Ҡулдарының хәрәкәттәре килеп сыға башлағас, аяҡтарын да эшкә ҡушырға маташа. Һыҙланыуҙарға ҡара­май, уларҙы хәрәкәтләндерергә тырыша. Шул ваҡыт уға Илһам Факил улы ярҙамға килә. Айгөлгә “ходунки” алып килә һәм баҫып йөрөргә ҡуша. Уның аптыраулы ҡарашын күреп: “Ә һин атлап ҡара”, – тип тағы ла йөрәгенә өмөт сатҡылары һала.


Айгөл яңы тәпәй баҫырға әҙерләнгән сабый кеүек ҡабаттан атларға өйрәнә башлай. Ҡолап китеп, тағы ла “ходунок”ка сат йәбешеп тороп баҫа. Оҙаҡ ҡына маташҡандан һуң килеп сыҡҡан тәүге бер-ике аҙым күңелендә өмөт уята. Коридорҙың бер осонан икенсеһенә барып етә, кире әйләнә. Тағы ла бара, тағы ла...


Һәм нимә күрәм: Айгөл әйткән һүҙҙәрен иҫбатларға теләп, ҡаршыма тороп уҡ баҫты!


– Бына инвалид креслоһынан тороп баҫтым, бына атлайым, – тип ул әкрен генә бер-ике аҙымын яһап күрһәтте. – Беләһегеҙме, бының менән генә туҡ­талманым, бөгөн аяҡтарым мине тыңлай башланы, бейей ҙә алам.


Шулай тине лә башҡорт халҡының “Бишбармаҡ” бейеүенә төшөп китте... Дөрөҫ, креслола ултырған килеш. Ләкин бейей бит! Аяҡтарын иҙәнгә терәп, тыпырлатып та ала. Был минуттарҙа уның күҙҙәренән осҡондар сәсрәй, бар йөҙөнән нур бөркөлә ине. “Күрмәһәгеҙ – бына күрегеҙ! Ышанмаһағыҙ – бына ыша­нығыҙ...” – тигән һымаҡ ине уның бар ҡиәфәте. Был – ысынлап та, мөғжизә! Шунан әйтегеҙ инде, мөғжизә юҡ, тип! Өфө табиптарының, башҡаса бер ҡасан да атлай алмаясаҡ, тигән ҡара мөһөрөн һыпырып ташлап, ул бөгөн тороп баҫты, хатта бейей ҙә башланы. Афарин, Айгөл!


Эйе, Айгөлдөң бындай уңыштары артында туғыҙ йыллыҡ күпме хеҙмәт, әсе тир, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, сабыр­лыҡ, күҙ йәштәре ята. Бер-ике көнлөк, өс-дүрт айлыҡ ҡына түгел, йылдар дауамында шөғөлләнеүҙең һөҙөмтәһе ул. Бөгөн унан 1-се төркөм инвалидлыҡ категорияһын алып, 2-сеһен билдә­ләгәндәр. “Илһам Факил улы һәм уның тырыш, тынғыһыҙ хеҙмәткәрҙәре мине, бахыр өйрәкте, һомғол аҡҡошҡа әйләндерҙе. Миндә йәшәүгә өмөт уяттылар. Беҙҙең приютта йәшәгән бөтә тәрбиәләнеүсе исеменән уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәте, хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәтемде белдергем килә. Улар беҙҙең өсөн – фәрештә”, – тине ул, ҡыуанып.


Айгөл Мөтиғуллина бөгөн әүҙем тормош менән йәшәй. Приютта мәҙәни саралар ойоштороусы, кер йыуыусы булып та эшләй. Осрашыуҙарға, төрлө ярышҡа ҙур теләк менән йөрөй. Инвалид балаларға бейеүҙәр ҡуя. Үҙенең бәләкәй генә төркөмө менән “Хәҙер ярҙам ит” акцияһында ҡатнаша. Урамда, майҙанда концерт номерҙары менән сығыш яһайҙар. Унан килгән аҡсаны инвалид балаларҙы дауалауға йүнәлтәләр. Айгөл белемен камиллаштырыу менән даими шөғөлләнә. Тегенселәр курсын тамамлап, бөгөн ул компьютерҙа эшләү серҙәренә төшөнә.


Былтыр Айгөлдө Учалы ҡалаһына саҡырып, инвалид балаларға бейеү һалыуын һорайҙар. Эшенең һөҙөмтәһе – район һабантуйында үҙенең бәләкәс бейеүселәре менән сығыш яһай.


– Бөгөн дә беҙ Вилдан Яруллин менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, аралашып торабыҙ, – ти Айгөл. – Күстәнәстәре менән килеп ҡайтҡаны бар. Бөгөн улар миңә операцияға аҡса йыйырға ярҙам итә. Санкт-Петербург ҡалаһына бара­саҡмын. Табиптар, аяғыңда ныҡлы баҫып торорға өмөт бар, ти. Хыялым – сәхнәгә кире ҡайтыу...


Алла ярҙам бирһен, Айгөл! Теләк­тәреңдең тормошҡа ашыуына һис кенә лә икеләнмәйем. Табиптарҙың ҡаты мөһөрө менән риза булмайынса, ҡабат аяҡҡа баҫыу өсөн тормошҡа сат йәбешеп, йәшәргә тырышҡан был ханым күптәргә өлгө булырлыҡ. Тормош ҡуйған ҡаты һынауҙарҙы ныҡышмалылығы, сабыр­лығы менән еңеп килгән Айгөлдө сәхнәлә күрәсәгебеҙгә ышанабыҙ.

 

Фото: Лилиә ТАКАЕВА.

 

Автор:
Читайте нас