Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
27 Октябрь 2024, 11:15

Төнгө нурҙар Повесть Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ

Ҡарағайым! Эй, ҡарағайым! Ишетәһеңме мине? Баянан бирле ялбарам бит – әрнеүле һүҙҙәремде, моғайын да, аңлап ятаһыңдыр, юрамал ғына мине шулай ирештерәһеңдер – эйеме, бәһлеүәнем?Ҡарағайым, тим?! Был бит мин – Билал, таныйһыңдыр? Дегет кеүек бөҙрә сәсле, күп илауҙан күҙе сөм ҡара булған, ҡаҡсараҡ ҡына кәүҙәле етем бер малай. Йәшем инде ун дүрткә китте.

Төнгө нурҙар Повесть Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВТөнгө нурҙар Повесть Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ
Төнгө нурҙар Повесть Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ

Төнгө нурҙар

Повесть

Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВ

Ҡарағайым! Эй, ҡарағайым! Ишетәһеңме мине? Баянан бирле ялбарам бит – әрнеүле һүҙҙәремде, моғайын да, аңлап ятаһыңдыр, юрамал ғына мине шулай ирештерәһеңдер – эйеме, бәһлеүәнем?
Ҡарағайым, тим?! Был бит мин – Билал, таныйһыңдыр? Дегет кеүек бөҙрә сәсле, күп илауҙан күҙе сөм ҡара булған, ҡаҡсараҡ ҡына кәүҙәле етем бер малай. Йәшем инде ун дүрткә китте.
Ю-уҡ, мине һин оноторға тейеш түгелһең – беҙ бит әүәл-әүәлдән бер-беребеҙҙе беләбеҙ, яҡын дуҫтарбыҙ. Хәтерләйһеңдер, әсәйем иҫән саҡта, ошонда бесән эшләгән йәмле йәй көнөндә минең, бер айлыҡ ҡына сабыйҙың, һинең ботағыңа тәүге тапҡыр сәңгелдәге эленгән. Унан, әләл баҫып киткәс тә әле, һинең эргәңдә яңғыҙым уйнағанмын, осоңа етергә тырышыптырмы, йылдан-йыл бер ботағыңа юғарыраҡ үрмәләгәнмен.
Ҡарағайым, тим? Эй, ҡарағайым? Минең ошо әйткәндәремде лә ишетмәйһеңме әллә? Һине бит әсәйем вафат булғас та яңғыҙыңды ҡалдырманым да баһа? Яныңа килеп гелән хәлеңде белеп торҙом, ботаҡтарыңа менеп, онотолоп уйнаным. Ә һин бөгөн килеп дуҫың менән мәңгегә хушлашырға итәһең.
Ю-уҡ, башҡа һыйғыһыҙ хәл был! Шул хәтлем ҙур кәүҙәң менән ау әле, ә? Ә бит шундай көслө һәм бирешмәҫ кеүек тойола инең үҙең. Быуаттар буйы еребеҙгә баҫып ингән дошмандарҙан имен ҡалғанды, бөгөн килеп үҙебеҙҙекеләр ҡулындағы замана ҡоралы башыңа еттеме шулай?
Ҡот осҡос хәл: кисә бында ғифриттәр килеп бөтә нәмәнең аҫтын-өҫкә килтергән! Афәт ҡупҡандағы кеүек, ят ауаздар ишетелгәйне шул. Замана ҡоралы – бысҡы – һине лә аямаған, күҙ асып йомғансы юҡ иткән. Бына бөгөн тимер ғифриткә тейәп үҙеңде алып та китәсәктәр.
Ҡарағайым! Эй, ҡарағайым! Бәлки, ауған урыныңдан ҡалҡынырһың, ә? Ошондай вәхшилеккә нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк?!. Аңлайым: һин инде хәҙер көсһөҙһөң. Шуны тойоп, ана, йәштәрең-сайырың аға...
Их, Еркәйем, һине әүәлгесә ғәрәсәт-афәттәрҙән ҡурсыған батырҙарың ҡалманымы ни? Яуап бирсе миңә, ишетәһеңме?
Сеү: ер иңрәп, ер һыҡтап ҡуйғандай булды түгелме?! Әллә быуаттар буйы уның ҡуйынына һеңгән батырҙар рухы терелә микән? Иманым камил: улар көтмәгәндә ҡалҡан кеүек ҡалҡып сығыр әле! Сөнки сал Урал ере батырҙарға мохтаж да, батырҙарҙан мәхрүм дә булмаған! Һәм булмаҫ та!
Йә, ярай, бәхил бул, ҡарағайым! Хаиндар һинең балаларыңа – башҡа ағастарға йоғонмаҫ элек, миңә ашығырға кәрәк! Икмәк тотоп ант итәм һиңә!
...Ергә шулай афәт килде.
...Ергә шулай ҡара ҡайғы килде.

* * *
Күктә бөгөн йомро ай күренмәне. Гүйә, ул леспромхоздың аяуһыҙ эҙҙәрен – иҙелгән үләндәр, йыйылған ағастар һәм сауҡаларҙы күҙәтеүҙән сирҡанды.
Дөм ҡараңғы төн. Күкте тотошлайы менән ҡара болоттар ҡаплап алған. Ҡайҙалыр алыҫтараҡ ялағай уйнай, унан тирә-йүнде дер һелкетеп күк күкрәп ҡуя. Йәшенле ямғыр булырға самалай, ахыры. Шулай ҙа кисә ошо төбәккә ҡулын һуҙған урмансыларҙың эше туҡталмай. Лесовоздарҙың фараларынан сыҡҡан нурҙар, прожектор кеүек, тирә-йүнде байҡай. Йөк тейәүсе трактор өйөлөп ятҡан ағастарҙың бер юлы биш-алтауһын таһыллы ғына ҡыҫҡысына эләктереп машиналарға тейәй. Шоферҙар кабина эсендәге тейәүсе иптәшенә – операторға төрлө фармандарын яуҙыра:
– Ғиндуш, йәһәтерәк ҡыймылдаһаңсы? Йоҡлатаһың бит беҙҙе!
– Юҡ, тейәй бир әле! Әҙ булды ла баһа!
Бер машина ауыр үкереп ҡуҙғалып китеүгә, уның урынын йәһәт кенә икенсеһе биләй. Шофер халҡы, ай-бай, өтөгөрәк шул, яратмайҙар сират көтөүҙе. Бына әле тәүге рейстарын алып барып бушатырға өлгөргән өс машина, ҡарышҡан һымаҡ, бер ыңғайы килде лә етте.
Ҡойроҡта ултырған шоферҙың түҙер әмәле ҡалманы, ахыры – кабинаһынан төшөп әллә серем итеп алырға ниәтләне, ауа-түнә урман ситендәрәк ултырған вагончикка табан атланы.
Ошо ваҡыт яҡындағы ҡыуаҡ артынан көтмәгәндә өс шәүлә ҡалҡып сыҡты һәм улар йүгерә-атлай эйәһеҙ ҡалған машинаның кабинаһына йомолдо. Шул арала мотор телгә килде, һәм ауыр “КрАЗ”, һиҫкәнгәндәй, ырғып урынынан ҡуҙғалды.
Шоферҙар быға ыжлап та бирмәне, сөнки бәғзеләре үҙ эштәре менән мәшғүл булһа, бәғзеләре, форсаттан файҙаланып, әүен баҙарына киткәйне.
Ҡасҡын “КрАЗ”ға тағы ҡарауылсы будкаһын үтергә кәрәк ине. Ҡарауылсы ҡарт ни, алтмышын уҙған йоҡоһоҙ бөтмөр әҙәм, фонарын тотоп, ҡаршыға сығып та баҫҡайны. Күрәһең, алыҫтан уҡ аңғарып ҡалған.
“КрАЗ”, алда кеше пәйҙә булғанлыҡтан, ҡапылғара туҡтап ҡалды, фараларын һүндерҙе.
– Эй, Фәнил, окаянный малай, ҡайҙа шулай һыпыртып ултыраһың? Йөгөң юҡ та баһа! Боҙолдоңмо әллә? – ҡарауылсы донъя яңғыратып һөрән һалды ла машинаға ҡарай туйтаңланы. – Ҡана, берәй тәмәкеңде көйрәтеп алайыҡ булмаһа...
Лесовоз эсендәгеләр уңайлы мәлде генә көтә ине, ахыры. Ҡарттың юлдан ситкәрәк сығыуы булды, геүләтеп газға баҫтылар ҙа йән-фарман ары елдерҙеләр, ай бирҙе – ҡояш алды, эҙҙәрен дә һыуыттылар.

* * *

Райондың милиция бүлеге эш көнө башланыр-башланмаҫ борон аяҡ үрә баҫты. Леспромхоз директорының телефон аша ағас ташыу участкаһындағы кисәге “ЧП” хаҡында хәбәр итеүе сәбәпсе булды быға. Ул, әллә үҙе лә эштең айышына йүнләп төшөнмәгән, әллә әүәл-әүәлдән һүҙенең шулай рәте-сираты юҡ, бәйләнешһеҙ һүҙҙәрен теҙә генә бирҙе – кәрәккә-кәрәкмәгәнгә өтәләнеп-сәбәләнде, донъя ярһытып ҡарауыл ҡысҡырҙы.
Тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булдылар – тиҙ арала оператив эҙәрләү төркөмө төҙөлдө. Уға етәкселек итеү енәйәттәрҙе асыуға ун йылға яҡын ғүмерен биргән капитан Борһановҡа тапшырылды.
Ҡырҡҡа етмәҫ борон сәстәре ярайһы уҡ саллана төшкән Фәрғәт Борһанов хәлде урында тикшереү өсөн шундуҡ Тарауҙы буйына юлланды.
“Дә-ә, яңы урында эште башлар-башламаҫ борон леспромхоз ҡалай ирмәк хәлгә тарыған? Хатта район тарихында ике ятып бер төшкә инмәгән енәйәт эшләһендәр – “КрАЗ” һынлы “КрАЗ”ды сәлдерһендәрсе! – тип баш сайҡаны следователь, шунан, бар зиһенен туплап, төрлөсә фараз ҡылырға кереште. – Улай-былай шул көндө шоферы һуҡмыш йөрөмәне микән? Шунан файҙаланып, иптәштәренең шаяртыуҙары ла ихтимал бит әле – хәҙерге заманда комиктар ҙа быуа быуырлыҡ. Директорҙары ла, өтөк әҙәм, хәлдең айышына йүнләп төшөнмәгәнгә оҡшай. Йоҙроҡ төйөп яу һалырға тиһәң, әйҙә, уны ҡуш!
Әгәр ҙә был версия аҡланмаһа? Шофер егет тә тел тейҙергеһеҙ булһа? Ул саҡта уға үсле кеше юҡмы – шуны асыҡларға кәрәк, сөнки ундай хәлдең дә булыуы ихтимал. Бына быныһы инде, иптәш капитан, ҡатмарлыраҡ мәсьәлә... Әллә берәйһе юҡҡа сығарылған сабынлығы өсөн үс алырға булғанмы? Халыҡ леспромхоздың Тарауҙыла ағас ҡырҡыуына тәүҙән үк башы тояғы менән ҡаршы ине шул. Шуға ла унда бесән эшләгән кешеләрҙең һәр береһе хаҡында белешергә кәрәк булыр... Шуртым белһен – бәлки, техника эргәһендә ураланырға яратҡан малай-шалайҙың эшелер әле? Ярай, энә түгел бит, табылыр – “КрАЗ” һынлы “КрАЗ” ҡайҙа китер тиһең!”
Борһанов “газик” тәҙрәһенән тышҡа текләне лә бер ни өндәшмәҫ-ишетмәҫ булды. Кәйефе хөрт, күрәһең. Ауыртҡан башҡа – тимер таяҡ тигәндәй, табылып тора бер әтнәкәһе, тип йәне көйҙөмө, әллә көслө ямғырҙан һуң юлдың боҙолоуы эсен бошорҙомо? Ихтимал, икеһе лә булғандыр.
“Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигән мәҡәл хас ошо районға төбәп әйтелгәндер, күрәһең. Хатта көн ҡоро саҡта йөрөүҙәре үҙе бер михнәт булғанды, көслө ямғырҙан һуң юлдар – тфү, ташҡа үлсәйем – тотош батҡаҡҡа әйләнә. Район үҙәгенән саҡ ҡына ситкәрәк сыҡһаң, еңел машиналар бәғзе ваҡытта йөрөй ҙә алмай. Тигеҙерәк, яландарға бай төбәк булһа ла әйтмәҫ инең. Ә бында шау урман, тау артынан тау артылып күҙең тона. Эйе, район йылдың-йылы ситкә әллә күпме ағас оҙата, әммә юлдың-юлын рәтләтә алмай, сөнки кеҫәһенә бер тин дә инмәй шул. Ҡыҙыҡ, үҙең һауын һыйыр рәтендә йөрө, имеш тә, ауыҙыңды асһаң, үпкәң күренергә торһон әле!
Борһановтың машинаһы тауға үрләгән һайын, бына-бына ауам тигәндәй, тайғылап-шыуғыларға керешә. Етмәһә, аҙым һайын тиерлек соҡор-саҡыр. Уларҙы үтеүе үҙе бер михнәт: сусҡанан да былайыраҡ бысраҡҡа ҡойонаһың.
Тора-бара “газик”тың бөтөнләй таҙа урыны ҡалманы. Тик тәҙрәнең бер мөйөшөнән генә, юлсыларҙы үсекләгән төҫлө, иге-сиге күренергә уйламаған ҡотһоҙ юл күҙгә ташлана ине. Борһанов әллә серем итеп алырға теләне, әллә шөҡәтһеҙ күренеште күҙәтеүҙән ялҡып китте – күҙҙәрен йомоп, тынып ҡалды.
* * *
Район үҙәгенән утыҙ саҡрым самаһы алыҫта ятҡан Тарауҙы буйы әүәл-әүәлдән тылсым эйәһеләй иҫ киткес тәбиғәте менән арбай. Армыт-армыт тауҙар, ҡайыш кеүек бормаланып һуҙылған Ағиҙел, ҡыйғыр ҡоштар осор бейеклегендәге ҡаялар – һәммәһе лә әкиәт донъяһын хәтерләткәндәй. Боронораҡ ошо ергә ата-бабалар ауыл булып ултырған. Улар, матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләр, әүәл-әүәлдән йылғаға яҡыныраҡ һәм гүзәл тәбиғәтле урынды һайлаған шул. Ә хәҙер ошонда ауыл булған тип кем әйтһен?! Бирешмәҫ нигеҙ таштары ла күптән инде ергә һеңеп ғәйеп булған. Хәйер, заманалар тиҫкәрегә үҙгәргән осорҙа ауыл ғына юҡҡа сыҡтымы һуң? Тарауҙы күҙгә күренеп һайыҡты, кейек-йәнлеге лә биҙҙе, солоҡтары ла ҡороно. Әүәлерәк кинәнес менән әйтелгән Тарауҙы һүҙе лә онотолоп бара хәҙер. Уны икенсе зәһәр һүҙ алыштырҙы. Тарайҙы! Ә кисә... халыҡ хатта һуңғы өмөтөнән – мал-тыуары өсөн бесән әҙерләгән ошондағы барлы-юҡлы сабынлығынан мәхрүм ителде. Бар тәбиғәт зар иланы, ул яралары һыҙлауынан ярҙам һорап мөлдөрәне – замана техникаһы, йөҙйәшәр ҡарағайҙарҙы тәләфләү менән бергә, ерҙең бер ҡат тиреһен аҡтарып алды. Үләндәр тупраҡҡа ҡуша иҙелде, йәшеллекте ҡап-ҡара яланғаслыҡ алыштырҙы.
Борһанов ошо Тарауҙы буйына арманһыҙ булып кискә генә килеп етте. Аҙым һайын тиерлек түңгәктәр һерәйешеп күҙгә ташлана. Эшселәрҙең эше бер минутҡа ла туҡтамай – тирә-йүндә мотобысҡы тауыштары яңғырай, йөҙйәшәр ҡарағайҙар иңрәп-һыҡтап ергә түшәлә. Балта тотҡан кешеләр уларҙы ботағас, ҡырмыҫҡа кеүек йыбырлашып йөрөгән тракторҙар бер урынға өйөргә керешә. Ә кискә ҡеүәтле лесовоздар был ҡарағайҙарҙы тейәп алып та китәсәк.
Һары төҫтәге милиция машинаһы йөк тейәү участкаһы мастерының вагончигы яғына кәйелде. Мастер, кешегә ҡаты бәрелмәҫ һәм гелән булмаған нәмәне лә вәғәҙә итергә яратҡан Максимыч тигән әҙәм, йүгереп килеп тә сыҡты. Ул следователь алдында саманан тыш ҡунаҡсыл ҡыланды, сәй тәҡдим итте, тоҙһоҙ хәбәрҙәре менән уның күңелен күтәрергә теләне. Әммә Борһановтың юҡты бушҡа ауҙарғыһы килмәне, участкалағы эш процесы менән ентекләберәк танышыу маҡсатында, Максимычҡа ҡыҫҡа ғына һорауҙар биреп, үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе блокнотына теркәргә кереште. Кисә рейсҡа нисә лесовоз сыҡҡан? Шоферҙарҙан кемдәр эшләгән? Ташылған ағастың иҫәбен кем алып бара? Участкала төнгө ҡарауылсы бармы? Шунан ул Фәнилде саҡырырға ҡушты. Мастер, следователгә ярамһаҡланғандай, бер нисә ҡат эйелеп-бөгөлдө лә бесәй кеүек шым ғына баҫып сығып та тайҙы.
Сирек сәғәттәй ваҡыт уҙыуға, ҡурҡышынан ағарынған һәм ашығыуҙан йыш-йыш тын алған шофер егет следователдең ҡаршыһында баҫып та тора ине. Ул, кәүҙәгә оҙон булһа ла, төҫкә бик йәш. Әле йүнләп балалығы ла китеп бөтмәгән. Армиянан ҡайтыуына яңыраҡтыр, күрәһең.
Борһанов баҙап ҡалған егеткә ултырырға ишараланы. Үҙе бер нөктәгә текләп, авторучкаһын таҡтанан ҡоршалған өҫтәл ишаратына шаҡылдата-шаҡылдата уйға ҡалды.
Былай ҙа йән тынысһыҙлығы ғазаплаған шофер егеттең түҙеме оҙаҡҡа етмәне, ҡурҡып ҡына минут-секунд һайын мейеһен телгеләгән һорауҙарын теҙҙе:
– Ағый, ни, ултыртһалар, күпме бирерҙәр икән?.. “Машка” табылырмы? Әллә уның, ни, хаҡын ғына ҡаплатырҙармы?
Борһанов иҫенә килгәндәй булды, йөҙөнә йылмайыу сыҡты.
– Ҡуйсы, ҡустым, алдан уҡ барыһын да яманға юрамайыҡ әле, – тине ул тыныс һәм яғымлы ғына. Шофер егеткә лә йән керҙе, ахыры – йәтешләберәк ултырҙы ла следователдең ауыҙына ҡарап ҡатты.
– Әйт әле, Фәнил, ни өсөн машинаң янынан киткәйнең?
– Ни... үҙ йомошом менән инде.
– Бер-бер шул көндө төшөрмәгәйнеңме? Йәшермә, тураһын әйт, тикшереү эшендә һәр факт әһәмиәтле.
– Юҡ, ағый, мин бит грамм да ауыҙыма алмайым. Өйрәнмәгәнмен әле, армиянан ҡайтыуыма яңы саҡ.
– Ә иптәштәрең енәйәт ҡылынған саҡта нимә ҡараған?
– Улар, ни, мине боҙолоп ҡайтып китте тип уйлаған! Үҙҙәре лә аҙаҡ бик борсолдолар. Гел гадуктарым да хеҙмәттәштәрем бит.
– Ула-ай... Хәҙер ныҡлап ҡына уйла әле: һинең бәхәстәргә ингән, дошманлашҡан кешеләрең булманымы?
– Юҡ, ағый! Мин бит, ни, себенде лә рәнйетмәйем.
Борһанов, китергә мөмкин тигәндәй, урынынан тороп егеткә ҡул бирҙе.
– Ярай, ҡустым, әллә ни төшөнкөлөккә бирелеп ташлама. Енәйәтселәр ҡасып ҡотола алмаҫ, эҙҙәренә төшөрбөҙ.
Фәнил рәхмәт әйтте лә, аяҡтары ергә теймәй, атылып сығып китте.

* * *
Леспромхоз директоры Әпкилдин яҡты таңды аттыра алмай йөҙәне. Төндө, баҫлыҡҡан кеше һымаҡ, уяулы-йоҡоло үткәргәс, гаражға шылтыратып шоферын саҡыртты ла иртәнге ете тулыр-тулмаҫтан эшенә юлланды.
Әпкилдиндең иң мөһимгә иҫәпләгән тәүге эше – ағас ташыу буйынса көндәлек норманың үтәлеше менән ҡыҙыҡһыныу. Бына ошо директорҙың көндәлек кәйефендә сағылыш таба ла инде! Норма үтәлә икән, ул көнө буйы шат кәйефле, үтәлмәһә – унан ҡырыҫ әҙәм табылмаҫ, аҡырынып-екеренергә, ҡурҡытып-янарға ла аптырамаҫ хатта. Ни әйтһәң дә, уның киләсәге юғарынан килгән план үтәлешенә бәйле. Ә ҡырҡылған ағастарға төкөрөп тә бирмәй ул. Хәҙер леспромхоз алдынғылыҡҡа сыҡтымы, күсмә байраҡтарға, төрлө бүләкләүҙәргә күмеләсәк. Директорҙы ла онотмаясаҡтар – барыһы ла ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәсәк, киләсәккә уға зәңгәр юл асыласаҡ.
Хәйер, былай ҙа үрләне инде Әпкилдин. Урман техникумын тамамлағас, хеҙмәт юлын үҙенең районындағы леспромхозда мастер булып башланы, унан техник бүлек начальнигы, баш инженер вазифаһына үрләне. Бына хәҙер икенсе йыл инде ул ошо “Шүлгән” леспромхозында директор. Юҡ, был ғына туҡтата алмаҫ Әпкилдинде! Киләсәктә уның теләге – барлыҡ леспромхоздарға баш булған “Башлеспром” берекмәһендә эшләү. Бына ситтән тороп институтын ғына тамамлаһын әле.
Ярай, планы – план, үрләү өсөн икенсе мөһим ҡағиҙәне үтәү ҙә фарыз шул. Һин бер ниндәй ҙә насар хәлгә тарырға тейеш түгелһең. Тотош леспромхозда саҡ ҡына берәй етешһеҙлек булһын, иң беренсе директорға йәбешәсәктәр. Бына ошо шөрләтә ине уны.
Әпкилдин ҡайғырамы, шатланамы – ай-бай тыштан һиҙемләүҙәре! Йышылған әҙәм ни, барыһын да күңеленең тәрән төпкөлөнә йәшерергә күнеккән. Шулай ҙа әле ара-тирә сәғәтенә күҙ һалғылап алыуынан ниндәйҙер күңелһеҙ хәлгә тарығанлығын сырамытырға мөмкин ине. Бөгөн хатта үҙенең “бисмилла”һын да онотто – ғүмерендә тәүге мәртәбә норманың үтәлеше менән ҡыҙыҡһынманы.
Иртәнге сәғәт туғыҙға Әпкилдинде райкомдың беренсе секретары Аллағолов саҡыртҡайны... Барыһын, барыһын хәтер иләгенән үткәрҙе леспромхоз директоры. “Ни бысағыма саҡыртты икән? – тигән бер генә уй бырауланы мейеһен. – Ах, шул ҡәһәр һуҡҡан “КрАЗ”, башҡа бер бәлә булды бит! Әллә Тарауҙыла бесән эшләгән халыҡтан ялыу бармы икән?.. Былай ул-был осраҡҡа үҙ-үҙемде аҡларлыҡ яуаптарым әҙер-әҙергә, тик урынымдан алыу тураһындағы мәсьәләне күтәреп сыҡмаһа ғына ярар ине. “Башлеспром”ға шылтыратып шыҡырыҡлап та өлгөрһә – бөттө баш...”
Әпкилдиндең Тарауҙы буйына ҡул һуҙыуының үҙенә генә мәғлүм сәбәптәре бар ине шул. Был урындың ус төбөндәгеләй ятыуы, ағастарының шау ҡарағайлыҡ булыуы тамшандырҙы директорҙы. Мәғлүм, лесовоздар алыҫ аранан ағас ташып һис эш ҡыйрата алмаясаҡ, бынан тыш, әллә күпме яғыулыҡ әрәм-шәрәмгә китәсәк. Һөҙөмтәлә план да үтәлмәйәсәк. Хәйер, ҡарағайҙың ҡайын, уҫаҡ кеүек ағастарға ҡарағанда кубатураһы ла күберәк – тимәк, Тарауҙыға хужа булдыңмы, план да бына тигән үтәләсәк!
Эйе, Әпкилдиндең уй-хыялдары татлы төштәге кеүек шыма ғына бара ине. Бөгөн килеп, аяҙ көндө йәшен атҡандай, барыһы ла юҡҡа сығырмы шулай?
Директор сәйнәгән аҙығын йота алмай хитланған байғош әҙәмгә оҡшап ҡалғайны.
...Райондың Беренсеһе Аллағолов Әпкилдинде һалҡын ғына ҡаршы алды. Шулай ҙа тороп ҡул бирҙе, ултырырға ымланы.
Был икәү, тыштан ҡарағанда, хас игеҙәктәргә оҡшаш ине. Икеһе лә ҡыҫҡа буйлы, йыуан кәүҙәле, ҡорһаҡтары бүлтәйеп сығып тора. Айырма тик шунда: Беренсе директорға ҡарағанда олораҡ сырайлы һәм түбәһе пеләшләнә башлаған.
Аллағолов бер килке һүҙ башламай ултырҙы. “Нисек итеп йомшаҡ түшәп ҡатыға ултыртырға белмәй аптырай, ахыры”, – тип уйланы Әпкилдин, маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты.
Оҙаҡламай секретарь телгә килде: план үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды, ыңғай яуап алғас, бер-ике ауыҙ маҡтау һүҙе әйтте. Әммә был һүҙҙәр ғәҙәттәгесә ихлас яңғыраманы. Шунан: “Һеҙҙең ошо хаҡта ниндәйерәк фекерҙәр булыр, Зөфәр Ғәлимович?” – тип, директорҙың алдына таушалып бөткән ҡағыҙ киҫәген этәрҙе.
Әпкилдин, тыштан тыныс күренергә тырышһа ла, ашыға-өтәләнә уға күҙ йүгертте.

“Райкомдың беренсе секретары Аллағоловҡа
Ультиматум.
Һеҙҙән беҙҙең райондың ағасын ҡырған алты леспромхоздың эшмәкәрлеген туҡтатыуын, үҙебеҙҙең “Шүлгән” леспромхозының Тарауҙынан ҡулын алыуын талап итәбеҙ. Мәғлүм булыуынса, был ҡоротҡос эшмәкәрлектең барыһы ла һеҙҙең фатиха менән башҡарыла. Был енәйәттең туған халҡыбыҙ һәм киләсәк быуындар өсөн ауыр эҙемтәләргә килтерәсәге хаҡында төшөндөрөп тороуҙың хәжәте юҡтыр.
Район ағас оҙатыуҙан файҙа алһа, халыҡтың тормош көнкүреше яҡшырһа, бер асыу! Уның ҡарауы, килтерелгән зыян күберәк: ағас бөтөнләй ҡалманы тиерлек, йәш үҫентеләр ултыртыу баштан себен осороу өсөн генә башҡарыла. Һал ағыҙыу һөҙөмтәһендә йылға төбөнә батҡан ағастарҙан балыҡтар ағыуланып үлә. Ҡылынған енәйәттәрҙе хатта һанап бөтөрлөк түгел. Быны ғына аңлау өсөн, моғайын, артыҡ аҡыл кәрәкмәйҙер.
Ошоға саҡлы халыҡтың һүҙе етәкселек тарафынан һис һанға һуғылманы һәм һуғылмай ҙа! Шуға күрә “КрАЗ”ды алып китеү осрағы мәжбүри булды, башҡа сара юҡ ине.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: ультиматум шарттары аныҡ һәм теүәл үтәлмәгән хәлдә лесовозды табыу һәм ҡайтарып алыу хаҡында уйлап та бирмәгеҙ. РАЗИЛ”.

Әпкилдиндең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, иллә-мәгәр үҙ-үҙен тиҙ ҡулға алды.
– Хәҙерге заманда ай-һай кешегә ярауҙары, – тип һуҙҙы ул, тәрән көрһөнөп. – Барыһы ла беҙҙән торалыр шул. Хөкүмәтебеҙ план бирә икән, леспромхоздарҙы тота икән, ни эшләргә һуң? Илгә бит ағас та кәрәк! Эшселәргә аҡса һауанан яумай, ә эшләгән продукция өсөн яуа.
– Шул-шул, – тип ҡеүәтләне уны йөҙө уйсанланған Беренсе. – Уныһы ғына һәр кемгә мәғлүм.
Әпкилдиндең эсенә йылы йүгерҙе. “Тимәк, мин генә түгел, ҡартлас үҙе лә борсола! Булды, килешеп булыр, ахыры”, – тип фекер йөрөттө ул, мәгәр ҡыуанысын, ғәҙәттәгесә, тышҡа сығарырға ашыҡманы.
Беренсе, нотоҡ һөйләгәндәге кеүек, юғары тойғолар менән дауам итте:
– Аңлайым: был енәйәт хаҡында башҡа яҡтар, республикабыҙ белеп ҡалһа, йырҙарҙа йырланған, шиғырҙарҙа данланған районыбыҙ йөҙөнә тап төшәсәк. Шуға күрә беҙгә бер төптән булырға кәрәк, иптәш директор!
– Шул-шул! – тип ҡеүәтләне уны Әпкилдин. – Беҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп-килешәһе, мәсьәләнең айышына төшөнәһе урынға, машинаны урлап алып кит, имеш. Был бит малайлыҡ, улай ғына түгел, закон буйынса яза бирелергә тейешле енәйәт!
– Район тарихында булмаған ҙур енәйәт! – тип төҙәтте уны Беренсе. – Ә енәйәтселәр закон алдындағы яуаплылыҡтан һис ҡасып ҡотолорға тейеш түгел. Беҙҙең илебеҙ донъяла иң гуманлы ил булыуға ҡарамаҫтан! Эске эштәр бүлеге начальнигын да был хаҡта иҫкәрттем. Ә ҡылынған хурлыҡты районыбыҙ хеҙмәтсәндәре белһен, нәфрәтен белдерһен өсөн район гәзите мөхәрриренә мәҡәлә әҙерләргә ҡуштым.
Улар ҡаты итеп бер-береһенең ҡулын ҡыҫты.

* * *
Борһанов бына аҙна самаһы инде аптырашта йөрөй. Начальник эште өтәләгәндән-өтәләй, сөнки, мәғлүм, тикшереү барышы менән Аллағолов үҙе ҡыҙыҡһына. Ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, фарман биреүҙәре генә анһат шул, ә бар йөктө үҙең артмаҡлай башлаһаң, ай-һай... Ҡарышҡан һымаҡ, эш мыҫҡал да ҡуҙғалырға оҡшамай. Уның, гүйә, ебе лә, йөйө лә юҡ. Ярай, енәйәтселәре бер хәл, хатта лесовозы эҙһеҙ ғәйеп булды бит! “Энә түгел, табылыр”, – тип үҙен иртә, бик иртә тынысландырған Борһанов. Урлауҙың тап көслө ямғыр алдынан булыуын әйт әле! Ҡойон машинаның һис бер эҙ-әҫәрен ҡалдырмаған.
Ауыҙына ғына төкөр инде донъяһының – исмаһам, бер версия ла аҡланманы. Эргә-тирәлә бесән эшләүселәрҙе лә ҡат-ҡат күҙ уңынан үткәрҙе, мәгәр машинаны ҡыуып алып китерлек берәү табылманы – гел ҡарт-ҡоролар.
Разил, башҡа бер бәлә булған Разил... Кем һуң ул? Шул исемле кешене эҙләп барлыҡ районды тикшереп сығырғамы ни? Юҡ, быға ваҡыт һис етмәйәсәк. Ә, бәлки, ниндәйҙер Разилдың бында бөтөнләй ҡатнашлығы юҡтыр. Енәйәтсе үҙенең ысын исемен белгертеп йөрөһөн тиһеңме? Эҙ яҙҙырыу өсөн бының маскировка булыуы ла ихтимал.
Бары шуны ғына белә Борһанов: еңел йомош менән төшкән арала машинаны алып ҡасып булмай, шуға күрә шофер вагончикка йоҡларға киткән булырға тейеш. Ә хеҙмәт дисциплинаһы? Юҡ, ул бында үтәлмәй – шоферҙарҙың, елкәһе тартышып, боҙолоу һылтауы менән ҡайтып киткеләүҙәре ошоноң асыҡ миҫалы түгелме ни? Шуға күрә һығымта: “КрАЗ”, раҫлауҙарынса, ҡараңғы төшкәс тә түгел, ә кешенең тәмле йоҡоһо мәлендә – таңғы дүрт менән биш араһында юғалған!
Следователь ҡарауылсы ҡарттан тағы бер ҡат һорау алмаҡсы булды.
– Зинһар, хәтерләргә тырыш әле, бабай, кабина эсендә ни ҙә булһа төҫмөрләп өлгөрмәнеңме?
– Төҫмөрләргә ни, нибус, насип булған тиһеңме? Фәнил икән тип һөрәнләгәйнем, шундуҡ утты һүндерә һалдылар, окаянныйҙар.
– Бабай, шулай ҙа кабина эсендә нисәләп кеше булды тип уйлайһың? Әллә берәү генәме?
– Бәй, мин әүлиәлер шул! Шуртымдан беләйемме? Әй, тороп тор, күҙемә бер нисә баш салынды, нибус!
– Бабай, һиңә иң һуңғы һорау: берәйһенең йөҙөн яҡынса булһа ла сырамытып ҡалманыңмы, исмаһам?
– Ҡара төн уртаһында, ишшү, етмәһә, етмеште ҡыуған күҙҙәрем менән ниндәй сырамытыу ти ул? ...Әй, тороп тор, малай-шалай булды, шикелле, нибус!
“Малай-шалай тиген, ә? – Борһанов өсөн был көтөлмәгәндә ишетелгән өр-яңы хәбәр ине. Мәгәр икеләнеүҙән һаман башы сыҡманы. – Ай-һай, ышаныуы ла ауыр ҡартласҡа! Һүҙенең һис рәте-сираты юҡ. Ике ауыҙҙың береһендә “нибус”ы менән “шикелле”һен ҡабатлай.
Ярай, малай-шалай икән, ти. Утыҙ саҡрым аранан район үҙәге малайҙары килеп йөрөһөнмө? Ә ниңә? Булыуы ла бик ихтимал. Әллә...” – Шунда ул кинәт леспромхоз биләмәләренән ете-һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта – Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан пионер лагерын хәтеренә төшөрҙө.
Һеҙҙең шундай ғәжәп күренеште күргәнегеҙ бармы? Ана, бормаланып ҡына, үҙ көйөн көйләп, күпте күргән Ағиҙел аға. Уның теге яҡ ярында, тәбиғәтте ел-дауылдарҙан ҡурсып, ҡалҡан шикелле бейек ҡая баҫҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ: таштарҙа ла ағас үҫә шул – уның өҫтөн ҡарағайҙар һырып алған. Бер сафҡа тупланып, яуға юлланған батырҙар тиерһең! Ысынлап та, бер аҙ арыраҡ баҡһаң, хас ҡыйралыш урыны! Тауҙар леспромхоздың дәһшәтле ҡоралынан тотош яланғасланып ҡалған. Ай, көндән-көн һирәгәйә шул меңйәшәр ҡарағайҙар сафы!
Сеү! Ҡолаҡ төбөндә моңло ла, һағышлы ла бер көй зыңлай түгелме? Эйе, әкрен иҫкән ел ыңғайына ҡарағайҙар хаҡында әлеге ҡая шулай зарлы көй һуҙа... Эй, йәнһеҙ йырсы! Һине лә, ахыры, мәңгелек йоҡоңдан уяттылар! Ерҙәге вәхшилеккә шаһит булып әрнейһең, оран һалаһың, хис-тойғоларға бай йырың менән аһ-зарҙарыңдан арынырға теләйһең кеүек...
Ә Ағиҙелдең икенсе ярындағы ҙур ғына аҡланда ғәмһеҙ ҙә, шат та тормош ҡайнай. Бер рәткә теҙелеп ултырған, иҫкерә төшкән өс-дүрт өй күҙгә ташлана. Шунан арыраҡ, футбол майҙансығында, малайҙар шау-гөр килеп туп тибә. Бәғзе берәүҙәр һыу инә, ҡомға ятып ҡояшта ҡыҙына, бер нисә урында теннис уйнайҙар. Ара-тирә ҡыҙыл галстук таҡҡан апай-ағайҙар – пионервожатыйҙар күренгеләп ҡала.
Ошо ваҡыт оло юл буйлап тау башынан йыбырлап ҡына төшөп килгән ниндәйҙер һары нәмә күҙгә салынды. Уңарсы машина геүләгәне ишетелде, һәм тиҙҙән ул ағас йорттарҙың береһе эргәһенә килеп тә туҡтаны. Кабинанан милиция кейемендәге берәү килеп төштө лә, өтә баҫып, лагерь начальнигы бүлмәһенә йүнәлде. Был капитан Борһанов ине.
Биш минут самаһы ваҡыт уҙғас, атылып лагерь начальнигы килеп сыҡты һәм мегафонынан донъя яңғыратып һөрән һалды:
– Таңсулпан Йомабаевна, кереп сығығыҙ әле миңә!
Йәшерәк кенә пионервожатый, балалар төркөмөнән айырылып, йүгерә-атлай начальник бүлмәһенә ашыҡты.
Бер аҙҙан ҡурҡышынан йөҙө көл төҫөнә ингән был ҡыҙ Борһанов ҡаршыһында ултыра ине инде.
– Һеңлем, үткән шәмбе көндө, һеҙҙең дежурлыҡ ваҡытында, төндә лагерҙан малайҙар юғалып торманылармы?
– Әллә. Мин йоҡлаған балалар янына инеп йөрөмәнем, шикелле... Иртән тороуға барыһы ла теүәл була былай. Әлегә ундай тәртипһеҙлектәрҙең күҙәтелгәне юҡ...
– Ула-а-й... – Борһанов йәнә ҡыйынһынып ҡалды. – Ә үҙ йомоштары менән инеп-сығып йөрөүселәрҙе лә иҫәпләмәйһегеҙме?
– Ундайҙар һирәк-һаяҡ була инде. Бәләкәйерәктәр ҙә күп бит...
– Зинһар, һеңлем, иғтибарыңды тупла әле? Шул көндө кемдәр сығып йөрөнө? Мине тик малайҙар ҡыҙыҡһындыра. Берәйһенең булһа ла исемен иҫләмәҫһеңме? Был тикшереү өсөн айырыуса мөһим.
– Юҡ, бер ҙә генә хәтерләмәйем... Хәйер, шул көндөмө, белмәйем, өсәү осрағайны. Тышҡа сыҡҡандар ҙа ҡаса-боҫа ғына инеп баралар. Мин: “Нишләп йөрөйһөгөҙ?” – тип һорайым. “Әллә йәшереп тәмәке тартаһығыҙмы?” – тим. “СССР Һаулыҡ һаҡлау министерствоһы: тартһағыҙ ҙа, тартмаһағыҙ ҙа хәҙер тәмәке дефицит, тип яңыса иҫкәртә бит, апай”, – ти Илнур тигәне. “Ә нимә эшләнегеҙ?” – тип ныҡышам мин. “Лагерҙағы ҡаты-ҡото ризыҡтарҙы беҙҙең нескә ашҡаҙандарыбыҙ һис эшкәртергә теләмәй, шуға, эсебеҙ ташып үлеп ятмайыҡ тип, аш һеңдереп йүгереп килдек”, – ти теге тел биҫтәһе. Үҙҙәре, ысынлап та, тирләп-бешеп бөткән.
– Малайҙарҙың исемдәрен әйтегеҙ әле?
– Радик, Азамат, Илнур.
Борһанов уларҙы блокнотының айырым юлдарына яҙып ҡуйҙы ла уйға ҡалды, һәм иғтибары был исемдәрҙең баш хәрефтәренә төштө. “РА”. Туҡта, туҡта! Разил тигән һүҙҙең ғилләһе ошонда түгелме икән?
– Тап шулай! Р – Радик, Аз – Азамат, Ил – Илнур!
Следователь, былай ҙа дер-дер килгән ҡыҙҙы һиҫкәндереп, үҙенең асышынан хатта ырғып торҙо. Уның хәҙер ысын бурҙарҙы табыуына иманы камил ине.

* * *
Һай, был ҡояшты! Бөгөн нурҙарын ҡалай аяуһыҙ һибә, нимәгәлер үсеккән төҫлө ҡыҙҙыра ла ҡыҙҙыра. Бөркөү һауа хатта тынды ҡура. Күлдәк менән генә йөрөһәң дә, лысма тир булаһың, телеңде шундуҡ арҡыры тешләйһең.
Эҫенән ҡасып, урман эсендә – күләгәлектә өс малай тәгәрәгән. Барыһының да йөҙө һурыҡҡан төҫлө. Күрәһең, ауыр уйҙар ғазаплайҙыр үҙҙәрен.
Уларҙың тыңҡышыраҡ кәүҙәле, түңәрәк аҡ сырайлыһы Илнур булыр. Ҡушаматы – Тел биҫтәһе. Тартай теленән таба тигәндәй, ошо ғәҙәте өсөн уға туҡмаҡ та эләккеләп ала. Бәләкәй сағында уҫал ат тешләгәнлектән, ҡашы эргәһендә иҫтәлеккә алас-йолас йөй тороп ҡалған. Ни тиһең инде – шаянлыҡтың ғилләһе.
Арыраҡ ятҡаны – Илнур кеүек үк аҡ сырайлы, әммә ослораҡ танаулыһы – Азамат атлы булыр. Ул етди төҫ алһа, ауыҙын турһайтҡан кеүек була, кәүҙәһен бөкрәйтә төшә һәм кешегә бәзерәйеп ҡараусан. Шуға күрәлер, ҡушаматы – Алйырҙан. Оялды ниһә, битенә генә түгел, тотош ҡолаҡ остарына хәтлем ҡыҙыллыҡ йүгерә.
Үлән сәйнәп ятҡан сандыр кәүҙәле ҡарасманырағы Радик тигән малай булыр. Уның сәйер ҡылыҡтары күберәк. Ауыр хәлгә тарыһа, бына әлеге кеүек, бер өҙлөкһөҙ ҡашын һикертә башлай. Ҡушаматы – Инженер. Моғайын, мәктәптә уҡыған фәндәрҙән ырата алмаһа ла, техникаға мөкиббән киткәне өсөн йәбешкәндер инде. Хәйер, өсәү араһында иң сосо ошо Радик тиһәң дә һис яҙыҡ булмаҫ. Бая туп тибеүсе малайҙар төркөмөнән күҙ асып йомғансы айырылып, Борһановтың әңгәмәһен тыштан шыпырт ҡына тыңлаусы ла ул ине. Иптәштәрен дә ваҡытында иҫкәртеп өлгөрҙө. Унан, хәлде бер нисек тә төҙәтә алмауҙарына төшөнгәс, урманға һыпыртыуҙан башҡа әмәл ҡалмағайны уларға.
Малайҙарҙың өсөһө лә, бәй, нисек килеп сыҡты әле был тигәндәй, эстән генә үҙенсә баш вата ине. Ә бит барыһы ла ете ҡат иләктән үткәрелеп уйланғайны...
Бер саҡ шулай лагерҙа Айсыуаҡ ауылының етенсене бөтөргән ошо өс малайы араһында көтмәгәндә бәхәс ҡупты.
– Ҡарағыҙ әле, леспромхоз ағасты бер көн эсендә ҡалай мөнтәгән! – тип ғәжәпләнде Азамат, яланғасланып ҡалған тауҙарға бағып. – Трибуналарҙан да сығып һөйләйҙәр, гәзиткә лә яҙған булалар, әммә һаман эт өрөп тора, бүре йөрөп тора, тигән кеүек килеп сыға шул.
– Хәҙерге заманда гәзит менән себенде һәм урынынан бушатылған түрәне генә үлтерәләр, ҡустым-күмәсбаш! – тип ҡыҫылды Илнур, белмәһәң – бел тигәндәй.
Азаматҡа был етә ҡалды.
– Ә-ә, һин күрәләтә атайыңды яҡлашмаҡсы булаһың, һиҙәбеҙ бит инде! Ул колхоз председателе булып һайланғаны бирле ялан яғына ана күпме ағас оҙатты! Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай шул!
Малайҙар, йөҙҙәре буҙарышып, бер-береһенең яғаһына йәбеште. Үҙҙәрен әлдә Радик аралап ҡалды, юҡһа эш ҙурға китә ине.
– Һин, Азмый, белмәгән көйөнсә башҡаса һөйләнмә, – тине Илнур, үпкәләп. – Атайым ағасты үҙе өсөн елгәрмәй! Үткәндә лә бер машина таҡта тейәп киткәйне. Йүнлерәк әйбергә алмаштырамы тиһәм, ферма малдары өсөн һалам һөйләшеп ҡайтҡан. Ана шулай һыйырҙарға ҡарағай ашатҡан кеүек булабыҙ инде.
– Ярай, ауыҙын асһа үпкәһе күренергә торған колхоз тишек-тошоғон ямау өсөн ағас һатһын да, ти, ә ситтән килгән алты леспромхоз атаһының башын ҡараймы беҙҙә?! – Азамат иптәштәренә һынсыл ҡараш ташланы.
– Һеҙгә һөйләнең ни, һөйләмәнең ни – стенаға борсаҡ бәреү менән бер бит ул, – тип төшөнкөлөккә бирелде Илнур. – Белгең килһә, бөкрөнө ҡәбер генө төҙәтә. Улар менән башҡасараҡ һөйләшергә кәрәк.
– Әйҙә, әйҙә, башлаған фекереңде ослап бөтөр, Илнур әфәнде, – тип етди төҫ алды Радик. – Һин, мәҫәлән, ни ҡыйратыр инең?
– Мин леспромхоздың берәй бәндәһен рәхәтләнеп заложник итеп алыр инем. Тик уны ҡайҙа бикләп тотаһың да нисек итеп аҫрайһың? Үлән йолҡоп ашатырға әҙәм заты мал түгел – ана шуныһы яман. Астан үлеп ята ҡалһа, балалары илашһа, баштарыбыҙ йәшләй таш зинданда сереһә – ана шуныһы яман. Бер тигәс тә, йөҙ тигәс тә, мең тигәс тә шул яман!
Илнур һамаҡлап бөтөүгә, күҙҙәре майланып, араға Радик төштө.
– Ә, нимә, рәхәтләнеп берәй “КрАЗ” сәлдерергә була! Ул теге әҙәмең кеүек ашарға ла һорамаҫ, мин бында, тип ҡысҡырып та ятмаҫ.
– Юҡ, елкә төбө ҡысытмай әле, – тип ҡырт киҫте Илнур. – Урманды тәләфләгәнгә үс итеп, Радик, Илнур, Азамат тигән өс ағаҡайығыҙ алып ҡасты, тиер өсөн беҙгә тәүҙә дошманға ла йылмая белгән япон булып тыуырға кәрәккән. Бында һеҙгә боғаҙҙан алып һуғышырға партизан отряды ла түгел. Эләкһәң, һөйләшеп тә тормай, шундуҡ колонияға олаҡтырырҙар. Унан беҙгә дөрөҫлөктө зиндандағы ҡомаҡтарға ғына иҫбат итергә ҡала.
– Малайҙар, таптым! Тәүҙә машинаны әҙәм аяғы етмәҫ ергә йәшереп торорға кәрәк! – тип һөрәнләне Азамат, һөйөнсө алырға йыйынғандай. – Унан Аллағолов исеменә матур итеп ультиматум яҙабыҙ. Беҙҙең талаптар үтәлә икән, машинаның ҡайҙа йәшерелгәнлеген аңлатып, икенсе хатты төшөрәбеҙ ҙә вәссәләм! Хатта үҙебеҙгә күренеп йөрөүҙең дә хәжәте ҡалмай!
Был тәҡдим барыһының да күңеленә хуш килде.
– Булмаһа, бер тәүәккәлләп ҡарайыҡ әле, – тип осланы һүҙҙе Илнур. – Беҙгә, әлбиттә, һәйкәл ҡуйып мәшәҡәтләнмәҫтәр, әммә ҡартлыҡ етеп, теге донъяға киткәс, ейәндәребеҙ яҡшы яҡтан иҫкә алыр, исмаһам. Ауыр тупраҡтары еңел булһын инде олатайҙарыбыҙҙың, ул заманда халыҡ – наҙан, ә улар революционерҙар булған, тиеп доға ҡылырҙар.
Малайҙар, барыһын да ете ҡат иләктән үткәреп, “операция”ның планын төҙөнө. Уртаҡ фекергә килеп, уйҙы шәмбе көндө атҡарырға булдылар.
...Сәбәләнеп барыусан Азамат оҙаҡ сыҙап ята алманы, ирендәрен бәлшәйтә төшөп яу һалды:
– Йә, хәҙер нишләйбеҙ инде? Колонияға эләктек тәки! Өйгә хәбәр итһәләр, әсәйемдәр ҡайғырышыр инде, бахырҙар. ...Хәҙер мәктәптә берәй тәртипһеҙлек булһын, уҡытыусылар, ана шуларҙан фәһем алығыҙ, колонияға эләгә күрмәгеҙ, тип кластан-класҡа һөйләп йөрөйәсәк... Тотош ауылға ләстит тараласаҡ! – Ул һығылып илап ебәрҙе, шунан, тешләнеп, Илнурға барып йәбеште. – Бары һинең арҡала эләктек, Индуй! Пионервожатый менән бушҡа ләстит һатып тормаһаң, һиҙмәҫтәр ҙә ине.
Малайҙар, бер-береһенә ҡундырышып алғас, көрмәкләшергә тотондо. Әлдә үҙҙәрен тағы Радик аралап ҡалды.
– Ни ҡыланаһығыҙ, алйоттар! Бында бит Илнур ғәйепле түгел. Һин дә юҡҡа тырабызланаһың, Азамат! Следователь “Разил” һүҙенең серенә төшөнөп ҡалды бит...
Малайҙар, иҫтәренә килгәндәй, шып туҡтаны.
– Эйе, – тигән булды Илнур. – Улай булмаһа, берәй нисек аҡланыу сараһын ғына табыр инек әле.
– Малайҙар, – Азамат йәнә сәбәләнде. – Ҡуй, яҡшы сағында барып бөтәһен дә һөйләйек тә бирәйек, ғәфү үтенәйек. Бәлки, бер юлға ултыртмаҫтар, ә?
– Ай-һай, ултыртмаһалар ҙа, баштан һыйпап ҡуймаҫтар. Төпсөнә-тикшерә башларҙар, тәккә-бушҡа бәйләнеп, йә тегендә, йә бында һөйрәп йөрөтөрҙәр. Ҡайҙан беләһең уларҙы?! – тип шик белдерҙе Радик.
– Малайҙар, улайһа, әйҙә, ауылға ҡасып ҡайтайыҡ та китәйек? – тип ялбарҙы йәнә Азамат.
– Ҡайтайыҡ та китәйек, имеш! – Илнур уны үсекләгән төҫлө ауыҙын ҡыйшайтты. – Шөрөптәрең бушағандыр һинең! Унда мелтондар күптән көтөп тораларҙыр инде. Бауырһаҡтар бешереп, ҡоймаҡтар майлап...
Барыһы ла бер аҙға өнһөҙ-тынһыҙ ҡалды. Тик ғәмһеҙ сиңерткәләр генә, маҙаға тейеп, бер өҙлөкһөҙ серелдәшә лә серелдәшә ине.
– Малайҙар, былай итһәк, нисек булыр? – тине Илнур, ауыр тынлыҡты боҙоп. Тегеләр икеһе лә урындарынан ырғып торҙо. – Әллә Өфөгә юлланып ҡарайыҡмы? Үҙебеҙҙең балалар гәзите ярҙам итер, моғайын. Һәр хәлдә, “КрАЗ”ды ҡотороп урламаныҡ, маҡсатыбыҙ бары изге булды. Дөрөҫлөк ҡасан булһа ла еңергә тейештер бит?
Был тәҡдимдән барыһының да эсенә йылы йүгерҙе. Хатта кикреге шиңгән Азаматтың да шыңшығаны баҫылды. Мәгәр оҙайлы сәфәр өсөн тиҙ арала малайҙарға аҙ-маҙ аҡса, аҙыҡ-түлек йүнләйһе бар ине. Эштәр көрсөккә терәлде тип торғанда ғына әлдә Илнур ҡотҡарҙы. Уның район үҙәгендә кесерткән тамыры булһа ла туғандары йәшәй икән, иртә таңдан ул шунда юл тотто.

* * *
Рәшәткәле тәҙрәнән һүрән генә яҡтылыҡ төшә. Камера эсендә ярым ҡараңғылыҡ. Хәйер, быны камера тиһәң – хәтере ҡалыр. Эскеселәр, енәйәтселәр өсөн таҡтанан, серек бүрәнәнән арлы-бирле ҡоршалған ваҡытлы торлаҡ тиһәң, ярап торор.
Илнур башын баҫҡан да ауыр уйға сумған. Ултыра-ултыра ла, тешләнеп, йоҙроғо менән тубығын төйгөсләргә керешә. Үҙенең ебәргән хатаһы, ас ҡалған дуҫтары, иң хәтәре – башланған эштең осланмай ҡалыуы ғазаплай ине уны. Йә, дөрөҫлөк шулай еңелерме ни?! Эйе, аяныс, үтә аяныс хәл.
...Ул район үҙәгенә арманһыҙ булып килеп еткәс, кешеләрҙән һорашып туғандарының йортон эҙләп тапты. Мәгәр улар, күршеләренең раҫлауынса, ҡайҙалыр алыҫҡа ял итергәме, ҡунаҡҡамы киткән икән. Оҙаҡ уйларға форсат юҡ ине. Бәлки, берәй таныш-белеш осрар тип, ул урам буйлап атланы. Шулай йөрөй торғас, үҙе лә һиҙмәҫтән, икмәк магазины яғына боролдо. Тәмле еҫтәр, тылсымлы көстәй, әллә ҡайҙан үҙенә арбап тора ине шул. Велосипедына сетка тултырып икмәк аҫҡан, үҙенә тиҫтер тейешлерәк бер малайҙы осратты, ихласланып сәләм бирҙе һәм егерме тин аҡса һораны. Әммә тегеһе ҡаршылашты, шуға ла аяҡ салып йыҡты ла, кеше шәйләмәҫ борон, бер буханка икмәген алып ҡасты. Ә аҙағы билдәле... Ҡараңғы тыҡрыҡтар аша ҡаса-боҫа оло урамға килеп сығыуы булды, ҡаршыһына елгән еңел машинаның шығырлатып тормозға һалыуы ишетелде. Шунан кабинанан ике-өс милиционер һикереп төштө лә ҡулдарынан шаҡарып та алды.
Тәүҙә Илнур, теге малай ошаҡлап өлгөргәндер, тип фараз ҡылды. Эш тәрәнгә китмәҫ борон, ғәфү үтенеп, иптәштәре эргәһенә тайырға ашыҡты. Мәгәр милиция бүлеге тәңгәленә еткәс, ни күҙе менән күрһен: урам яҡта, “Енәйәтселәр эҙләнә” тигән таҡтала, улар хаҡында ла мәғлүмәттәр эленеп тора ине.
Шалтырап ишек йоҙағы асылды һәм торбанан сыҡҡандай ҡарлыҡҡан һәм тупаҫ тауыш яңғыраны:
– Эй, малай аҡтығы, һине – капитанға!
Илнур өнһөҙ-тынһыҙ ғына әрмән танаулы, һары йөҙлө тыңҡыш милиционер артынан атланы.
– Йә, ҡустым, машина ҡайҙа? – Борһанов ҡаршыһына ултырған малайға һынсыл ҡараш ташланы.
– Ниндәй машина? Хәтерем яңылышмаһа, һеҙҙең миңә машина биреп торғанығыҙ булманы, – тип белмәмешкә һалышты Илнур.
– Аллағоловҡа ультиматум ҡуйыусы ла һеҙ түгелме ни?
– Аллағолов? Ҡайһы ауылдың кешеһе һуң ул? Бер ҙә иҫләмәйемсе?
– Белмәмешкә һалышма — партиябыҙ етәксеһе!
– Ниндәй партияның етәксеһе? Геологтар партияһыныңмы?
– Ай-һай, башыңды юҡҡа иҫәргә һалаһың, ҡустым! – Борһановтың тауышы асыулы яңғыраны. – Һинең әкиәтеңә ышанырға милицияла шыр наҙандар эшләмәй! Хатта һеҙҙән ҡурҡынысыраҡ енәйәтселәр менән эш итергә тура килә беҙгә. Бурҙарҙың һеҙ икәнлеге күптән үк миңә мәғлүм, так што ҡотола алмаҫһығыҙ! Әйт, иптәштәрең ҡайҙа? Алдан уҡ киҫәтеп ҡуям – ялған күрһәтмә биргән өсөн закон нигеҙендә язаға тарттырыу ҡаралған.
– Ниндәй иптәштәр? Улар күп бит! Мәҫәлән, ауылда, республика эсендә, унан ситтә тигәндәй... Йәл, әлегә сит илдә генә дуҫтарым юҡ. Бәлки, Хоҙай насип итһә, киләсәктә улары ла табылыр.
– Мине әлегә Радик менән Азамат ҡыҙыҡһындыра!
– Ә-ә, улармы ни? Эҫенән телдәрен арҡыры тешләп, лагерҙа йөрөйҙәрҙер, ҡайҙа китһендәр? Мин бит бында, район үҙәгенә, кистән үк юлланғайным.
– Килеүеңдең маҡсаты ниндәй ине?
– Хан заманынан бирле күрмәгән туғандарым йәшәй бында. Тик ни хәл итәһең — осрашырға насип булманы... Ә кире боролғанда, һеҙҙең елғыуарҙар, ғәфү итегеҙ, бәһлеүәндәр тотоп алды.
Борһанов әллә мәғәнәһеҙгә һүҙ көрәштереүҙе кәрәкле тапманымы, әллә башҡа эштәре көтә инеме — малайҙы алып китергә бойорҙо һәм өҫтәне:
– Бына нимә, ҡустым, аҡылыңа килергә иртәгәгә тиклем һуңғы мөмкинлек бирәм. Ағай булараҡ, кәңәш итәм: үҙ ғәйебеңде ихлас таныу яза сараһын йомшарта. Һуңынан үкенергә тура килмәгәйе! Иптәштәрең һәм кеше араһында үҙеңдең намыҫыңды, ата-әсәйеңдең хаҡын уйла, исмаһам.
Баяғы милиционер малайҙы камераһына оҙатты.
Уның артынса уҡ майһыҙ ишек иңрәп-һыҡтаны, йоҙаҡ шартлап бикләнде.

* * *
Көн кисәйә. Ҡояштың эҫеһе һүрелә, ул баҙрап тау артына һалыулай. Эҫенән йонсоған тәнгә еләҫ булып ҡалды, тын алыуҙары ла шундай иркенәйҙе.
Радик менән Азамат, ҡайын төбөнә ултырып, ҡаты уйға талған. Йөҙҙәре бик борсоулы. Өнһөҙ-тынһыҙ ғына кәпәс тултырып йыйып алған шартыйҙарын сәйнәйҙәр. Икеһен дә бер үк уй ғазаплай – Илнур. Апаруҡ ваҡыт уҙҙы, ә ул китте лә – вәссәләм! Бер-бер асыҡ ауыҙланып... тотолоп ҡына ҡуйҙымы икән? Юҡ, һис яманға юрағылары килмәне малайҙарҙың. Бәлки, хәҙер әүәлгеләй хәбәрҙәрен теҙә-теҙә хасил да булыр, өмөтһөҙ – шайтан, тиҙәр түгелме әле?
Малайҙарҙың йөҙҙәренән берсә арыу ғәләмәте төҫмөрләнә. Ни тиһәң дә, көн оҙоно эш муйындан булды уларға. Тағы төнәргә тура килмәгәйе тип, сыбыҡ-сабыҡтан ҡыуыш ҡорҙолар. Былай барынса рәте-сиратына килтерергә тырыштылар – тишек-тошоҡтарҙы һәйбәтләп көпләнеләр, аҫтарына ҡутара-яра үлән йолҡоп түшәнеләр. Юҡһа, ай-бай, төндө үткәреүҙәре, йоҡолары йоҡо булманы бөгөн! Көндөҙөн эҫенән әлһерәтһә лә, таңға ҡарай һыуытты ғына шул. Бер-береһенә һыйынышып ятһалар ҙа, дер ҡалтырап сыҡтылар. Ә серәкәйҙәр, иҫәп-хисапҡыналары булмаған ҡәһәр һуҡҡыр мәлғүндәр, үҙәктәренә генә үткәрҙе инде, Илнур әйтмешләй, “өс донорҙың”! Ҡотолоу әмәлкәйҙәре табылһасы, исмаһам?! Безелдәшкән тауыштары әле һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырап торған һымаҡ.
Төшкә ҡарай эргәләге тау битләүендә түшәлеп ятҡан бармаҡ башылай шартый сүпләнеләр. Иптәштәре килтергән ризыҡҡа ғына һалыныу ирлек түгел бит инде. Иш янына ҡуш тигәндәй, ҡатҡаныраҡ булһа ла, ҡаҡыһы, ҡуҙғалағы табылды. Күҙ осона эләккән ашарға ярарлыҡ барыһын да йыйҙылар – кәзә һаҡалы ла, йыуа-һоҫҡоно ла, муйыл-мышары ла ҡалманы. Бәшмәк осрай ҙа бит – бешереп-өтөр өсөн шырпыһы ҡайҙа һуң? Ҡармаҡ булһа, бәрҙеһен дә ҡаптырып булыр ине – эргәләге шаршыла мул ғына тойолалар. Ҡарпыйҙар ҙа, малайҙарҙы үсекләгән төҫлө, ялтырашып кире сумалар.
Малайҙар, оло юл яғына бағып, күҙ нурҙарын түгә-түгә өмөттәрен өҙҙө, ахыры, һөйләшмәй генә ҡыуышҡа атланылар. Асығыуҙан эстәрендә бүреләр олошорға кереште. Мәгәр быны бер-береһенә һиҙҙереүҙе хуп күрмәнеләр. Һиҙҙереп тә ни ҡылаһың инде – майлы ҡалъя үҙенән-үҙе алдыңа килеп ятмаҫ бит? Урман ризығы менән дә, мәғлүм, әллә ни оҙаҡҡа бармаҫһың.
Ҡыуыш алдында көтмәгәндә... бер төргәк хасил булғайны. Быны осло күҙ Радик шундуҡ шәйләп ҡалды һәм танауын мыш-мыш тартып, сөскөрә-бышҡыра килгән Азаматҡа туҡтарға ишараланы.
– Бына ғәләмәт, ә! Бая ғына юҡ ине лә баһа? Бер-бер кеше-маҙар йөрөймө икән.
– Былай... мин... мин... Кү-үрмәнем! – Азамат аптырауҙан бигерәк ҡурҡыуға ҡалғайны.
– Ә-ә, юрамал Илнур шаярып йөрөйҙөр! Әйҙә, эҙләп киләйек әле?
Улар деү теттереп эргә-тирәне айҡап сыҡтылар. Әммә әҙәм затын осратыу түгел, эҙенә лә юлыға алманылар. Шунан шикләнә-ҡурҡа төргәкте сисергә керештеләр һәм, ни ғәжәп, бер буханка икмәк, бешерелгән “мундир” картуф, өс консерва, тоҙ, шырпы килеп сыҡмаһынмы?!
Тамам аптырауға ҡалған малайҙар тәүҙә ризыҡҡа үрелергә йөрьәт итмәне, мәгәр асығыу барыбер үҙенекен итте – ипләп кенә йыпырырға керештеләр.
* * *
Иртә таңдан, ҡалтыр-ҡолтор иңрәп, камера ишеге асылғас, Илнур следователгә саҡыртҡандарҙыр тип фараз ҡылды. Мәгәр көтмәгәндә тар һәм ҡараңғы коридорҙа... әсәһенә юлыҡты.
– Улым, Илнурым! – Ҡайғынан бөгөлөп төшкән әсәһе уны ҡосаҡлап күкрәгенә ҡыҫты ла үкһеп-үкһеп иларға кереште. – Нишләнең һин, ә? Йөрөмә тинем бит шул тәртипһеҙ Азамат, Радик ыңғайына. Йә, ни бысағыма кәрәк булды һиңә леспромхоз машинаһы? Үҙеңде хәлдән килгәнсә кейендерҙек, ашаттыҡ, матайына ҡәҙәр теләгән нәмәңде алып бирҙек. Әҙәм араһында кәм-хур булмаһын, тинек. Хәҙер килеп беҙгә рәхмәтең шулмы? Енәйәтсе даның, ана, бөтә мирға таралған! Минең менән атайыңдың хаҡын уйлар инең бәләкәй! Уны урынынан төшөрттөң, партиянан сығарттың инде, тимәк!
Һуңғы торо йөрәк сире менән йыш яфаланған әсәһенең һамаҡлауы күпкә барманы – һушһыҙ көйө иҙәнгә ауҙы.
– Әсәй, әсәкәйем! – Илнур, ҡысҡырып илап, Сәлимә апайға ташланды.
Әсәһен, һушына килтерергә тырышып, төрлөсә өгөтләп-ялбарыуҙарын, инәлтә-көттөрә генә ҡыҙыл тәре төшөрөлгән машинаның килеүен бик томанлы хәтерләй Илнур. Аҡ халатлы ике кеше, әсәһен носилкаға һалып, сығыуға табан йүнәлгәс, йәне сыға яҙып, ул да эйәрҙе. Мәгәр милиционерҙар форсат бирмәне – тотоп алып ҡалдылар.
Илнур бар хәленсә уларҙан ысҡынырға теләне, бер-икеһенең ҡулын батыра тешләп алды. Мәгәр тегеләрҙә аяу юҡ ине – һөйрәкләп камераға алып киттеләр ҙә эскә атып бәрҙеләр. Һөрлөгөп барып төшөүҙән малайҙың күҙ алдында зәңгәрле-ҡаралы дүңгәләктәр бейешергә кереште.
Ул ғәрлегенән, ирендәрен ҡанатҡансы сәйнәп, буҫығып иланы ла иланы. Шунан, гүйә, таш бәғергә әйләнде, ашауҙан да төңөлөп, көн буйына хәрәкәтһеҙ ҡалды.
Малайҙың йөрәгенә мәңге уңалмаҫ яра һалынғайны.
...Милиция бүлеге бына нисәнсе көн инде аяғүрә баҫҡан. Һәр хеҙмәткәргә енәйәтсе малайҙар хаҡында махсус күрһәтмә туҡылған. ГАИ постары кәрәккә-кәрәкһеҙгә һәр үткән машина, мотоциклды тикшерә. Автовокзал, аэропорт хеҙмәткәрҙәренә лә күптән үк тейешле фарман бирелгән.
Борһановтың оператив-эҙәрләү төркөмөнә эште мөмкин ҡәҙәр ҡыҫҡа тоторға ҡушалар. “Йоҡоғоҙҙан уянығыҙ, эҙләгеҙ, табығыҙ”ҙан башҡаны белергә лә теләмәйҙәр. Был инде – райондың юғары етәкселегенең әмере, уны үтәмәй ҡара – таяҡтың икенсе башы ла бар бит әле!..
Быны ғына аңламаҫҡа Борһанов һынлы Борһанов иҫәр түгел. Көллөһөн ете ҡат иләктән үткәрә, көндән-көн алдағы яҙмышына нығыраҡ күҙ ташлай. Түрәләр менән телефон аша һөйләшеүҙәрҙә, “кешене ысын кеше яһаған, уның киләсәген яҡтыртҡан фиҙакәр хеҙмәткә” тиккә генә ишара яһалмайҙыр. Аңлай Борһанов уларҙың тел төбөн! Йомшаҡ түшәп, ҡатыға ултыртырға самалау ана шул була ул.
Өс малай, ауыртҡан башҡа тимер таяҡ булып төшкән, танау аҫтары ла кипмәгән өс малай... Уйламағайны район етәкселегенең аҫтына беҙ булып ҡаҙаласаҡ тип.
Бер һорауға ун һорау менән яуап ҡайтарған, башын иҫәргә һалып белмәмеш-күрмәмеш ҡыланған теге суҡынғыр тотҡон да кисәгенән һуң тамам кеҙегә әйләнде. Донъяла йәшәүен дә онотҡан һымаҡ, һүҙ ҡайтарыу түгел, хатта ашауҙан яҙҙы. Әсәһе менән осраштырғас, теле сиселер тип өмөт иткәйне бит Борһанов. Мәгәр эш, ҡарышҡан һымаҡ, кирегә китте.
Һәр хәлдә, следователь шуны һиҙҙе: район үҙәгенә малайың аҙыҡ юллау өсөн килгән, сөнки ас ҡорһаҡҡа урманда оҙаҡ йәшеренеп ятыу мөмкин түгел. Туғандарын юллап йөрөүе лә раҫ – кеҫәләрендә һуҡыр тин дә булмауы ихтимал бит. Ә тегеләре әле ҡайҙа боҫоп ята икән? Яҡындамы? – Бына тап ошо һорау борсой ҙа инде Борһановты!
“Туҡта, малайың арманһыҙ булғайны түгелме? Тимәк, тимәк, ул... байтаҡ ҡына ара үткән! Бынан иһә яҡынса шундай һығымта яһарға мөмкин: улар сама менән Тарауҙы тирәләрендә ҡыҙыра һәм әле иптәштәренең аҙыҡ-түлек килтереүен көтөп ята. Эйе, хәҙер берәй нәмә һиҙенеп ҡалып, баш һуҡҡан яҡтарына олаҡмаҫтары борон өлгөрөп ҡалырға кәрәк!”
Борһановтың башында көтмәгәндә бына шундай план тыуҙы. “Ярай, ҡарап ҡарарбыҙ, ҡустылар, аслыҡҡа оҙаҡ сыҙарһығыҙ микән? Үҙегеҙ үк ауыҙға килеп ҡабырһығыҙ!”

* * *
Уйындан уймаҡ ҡына сыҡты, тимәк!.. Ниндәйҙер мажара хаҡында китаптан уҡыу, йә булмаһа, кинонан ҡарау ғына анһаттыр, мәгәр ошолай үҙ елкәңдә татыһаң, ай-бай... Күңелһеҙ хәбәр өйҙәгеләргә лә мәғлүмдер инде хәҙер. Көнө-төнө борсолаларҙыр, дүрт күҙ менән улар хаҡында хәбәр-хәтер көтәләрҙер, нисек тә бының аҙағын яҡшыға юрарға тырышаларҙыр.
Ысынлап та, аҙағы ҡалай ғына барып бөтөр икән? Малайҙарҙың үҙҙәрен дә минут-секунд һайын тап бына ошо уй борсой, ул аҙға ғына ла тыныслыҡ бирмәй.
Илнур, аҡтыҡ күҙ нурҙарын түктереп көттөргән Илнур... Ҡайҙа ғына ғәйеп булдың һин? Ниңә улай оҙаҡланың? Эш хәҙер тик һиңә барып төкәлде бит. Аҙ-маҙ аҙыҡ-түлек йүнәтеп сәфәр сығаһы ине бына. Ошолай ҡасҡын кеүек урманды күпме ҡыҙырырға, ҡәҙерле ваҡытты әрәм-шәрәм итергә була?
Иртә менән уянған ике малай бына ошондай ауыр уйҙарға тарығайны. Радиктың күндәмлегенә хатта бәғзе ваҡытта шаҡ ҡатып та ҡуяһың, ә Азаматҡа килгәндә инде тап иптәшенең киреһе. Бына әле лә уның ауыр-ауыр көрһөнгәне, ваҡыты-ваҡыты менән шыңшығаны ишетелә.
Улар оҙаҡ сыҙап ята алманы, тороп, бер-береһенә һүҙ ҡушышмай ғына ҡыуыштан сыҡты. Хәйер, ошондай баш ҡайғыһы төшкән мәлдә ниндәй кәйеф булһын ти инде?
Алданыраҡ сыҡҡан Азамат ҡапыл тертләп киткәндәй булды, йәһәтерәк иптәшенә һарылды. Ҡыуыш алдында, тап кисәге урында, йәнә бер төргәк хасил булғайны. Бәй, ни ғәләмәт был? Яуаптарын һис кенә лә сисә алмаҫлыҡ йомаҡ кеүек әкәмәттәр башты ғына ҡатырҙы бит!
Оҙаҡ ҡына аптыранып торғандан һуң, Радик ахыр сиктә төргәккә үрелде һәм һаҡлыҡ менән генә тағатырға кереште. Бына ғәжәп: ул лыҡа аҙыҡ-түлек менән тулғайны, хатта бөгөн кәнфит, хәлүә кеүек тәм-том да күренгеләне.
Оҙаҡ уйларға форсат юҡ. Малайҙар төргәкте ҡыуыш эсенә индереп тыҡтылар ҙа оло юлға ҡарай атланылар. Һөйләшешмәһәләр ҙә, шуныһы мәғлүм: Илнурҙы юллап сыҡтылар. Кем белә – бәлки, ул хәҙерҙәре ҡаршыға ла тап булыр. Унан шундуҡ Өфөгә сәфәр тоторҙар. Һәр хәлдә, малайҙарҙың юрауҙары изгегә генә ине.
Дымлы ерҙә ятып йоҡлау сирләшкә Азаматҡа етә ҡалған – аҙым һайын йүткерә. Һиҙҙерергә теләмәһә лә, уның, ысынлап та, температураһы күтәрелгәйне. Тәне уттай янғанлыҡтан һәм хәле булмағанлыҡтан, аҙымдарын да ыратып баҫа алманы.
Шул саҡ алда машина геүләгәне ишетелде һәм малайҙарҙың сәстәре үрә торҙо: милиция! Улар, бүре тырнағынан ысҡынырға теләгән бәрәс шикелле, артҡа ҡарай йүгерҙе. Мәгәр тап ҡаршыларына ғына эргәләге ҡыуаҡлыҡтан йәнә бер машина выжлап килеп сыҡты һәм биш-алты милиционер кем уҙарҙан малайҙар артынан ташланды.
– Һин ҡас! – Радик эргәһендә йән-фарман сапҡан Азаматты ҡыуаҡлыҡ араһына йыға төрттө лә үҙе, милицияны албырғатырға теләгәндәй, икенсе яҡҡа һуҡтырҙы. Исмаһам, Азамат ҡасып ҡотолһон, йомшаҡай нәмә, шыр ебәреп, серҙе сисеп ҡуйыр... Мәгәр Радик алыҫ китә алманы, кемдеңдер аяҡ салыуынан һөрлөгөп барып төштө. Шундуҡ берәү арҡаһына килтереп баҫты, ҡулынан шаҡарып тотоп алды. Малайҙың ауыртыныуҙан йәне сыға яҙҙы, үкереү ҡатыш ҡысҡырып ебәрҙе.
Һиҙҙеләр: барлыҡ милиционерҙар хәҙер Азамат артынан ташланды. И-их, хыялдары тамам селпәрәмә килдеме ни инде? Радик бар көсөнә милиционерҙан ысҡынырға маташты, мәгәр көслө ҡулдар, ауыр аяҡ һис кенә лә форсат бирмәне. Уның ғәрлегенән күҙенә йәштәр эркелде. Тап шул саҡ ниндәйҙер зыйлаған тауыш ҡолағына салынып ҡалды, ул да булманы, малайҙы тотҡан милиционер гөрһөлдәп ергә ауҙы.
– Машинаға ултыр ҙа һыпырт! – тигән ҡалын тауыш ишетелде ҡайҙандыр. Мәсьәләнең айышына төшөнөү, уны-быны уйлап тороу ҡайғыһы юҡ ине Радикта – машинаға ҡарай тороп сапты, шунан үкертеп моторҙы ҡабыҙҙы ла елдереп сығып та китте.
Азамат менән мәж килгән милиционерҙар шунда ғына иҫтәренә килде.
– Аңшайып тормағыҙ! Машинаға ултырығыҙ ҙа ҡыуа төшөгөҙ! – тип ярһып ҡысҡырҙы Борһанов. Мәгәр милиционерҙарға машинаға барып етергә насип булманы, ул кинәт эйеп китте лә, тиҙлеген арттырғандан-арттыра барып, тау аҫтына тәкмәс атты.

* * *
“Эй-йе, баш китерлек эштәр ҡылынды шул... Ә таяҡтың елле башы... тап уға, Радикка төшәсәк! Сөнки “КрАЗ”дың рулен кем тотто? Ул! Алып ҡасҡан милиция машинаһы өсөн дә башынан һыйпамаясаҡтары көн кеүек асыҡ! Һушһыҙ тәгәрәгән милиционер, тәкмәс атҡан машинаны ла уға япһарасаҡтар – күреп тор!
Бына ғәләмәт – ниндәй билдәһеҙ заттың эше булды икән был? Ана шулай тип аҡланып ҡара аҙаҡ – барыбер фәтүә булмаясаҡ, алдап торма, хыялый, тип көләсәктәр генә!.. Әгәр ҙә теге милтон йән бирһә?! ...Әллә яҡшы саҡта милицияға бирелергә лә ҡуйырғамы? Ошолай япа-яңғыҙ ҡаса-боҫа оҙаҡ йөрөп тә булмаҫ бит инде?.. Юҡ, Өфөгә икән Өфөгә! Тик Илнур менән Азаматтан башҡа ни генә ҡыла алыр һуң ул? Улар, бахырҙар, милицияла эт күрмәгәнде күрәләрҙер инде хәҙер... Әллә яңғыҙ ғына юлланырғамы? Ә ҡалайтып?!
Йөҙө көл төҫөнә инеп иҫәңгерәп ҡалған Радик түҙмәне – һулҡылдап иланы ла ебәрҙе. Йөрәген өйкәгән, күңелен өткән көс еткеһеҙ ҡайғыларҙан бер юлы арынырға теләгәндәй, аяҡ аҫтындағы үләндәрҙе, тешләнеп, йолҡҡослай-йолҡҡослай, күҙ йәштәрен рәхәтләнеп түкте лә түкте ул.
Күпме шулай ултырғандыр – аҫта, әрәмәлек эсендә, еректәрҙең бер-бер артлы шартлап һынғаны ишетелде. Малай башын күтәреп ҡараны һәм һиҫкәнеп китте: милиционерҙар ах та ух уға ҡарай йүгерә ине. Радик таштарға эләгә-һөрлөгә йәнтәслимгә тау башына үрмәләне. Мәгәр осҡа етәрәк ни күҙе менән күрһен: ҡыҙыл фуражкалы әҙәмдәр тауҙың икенсе яғын да ҡамап алғайны. Ул аяҡ-ҡулдары бәйле бисара бәндә шикелле ҡатып ҡалды. Эйе, малай машина эҙе буйлап көсәйтелгән милиция подразделениеһы ебәрелеүен һәм үҙен, биноклдән күреп ҡалып, ҡамауға алыуҙарын башына ла килтермәй ине.
Кинәт алда ғына бер таш ҡыймылдай башланы. Радик, яңылыш күрмәйемме икән тигәндәй, күҙҙәрен селт-селт йомғолап шуға текәлде. Уғаса аҫтан бер тауыш ишетелде.
– Эй, малай, бында төш! Йәһәтерәк!
Радик, ни булһа ла булыр, тип саҡырған яҡҡа ашыҡты. Уның мәмерйә һымаҡ соҡорға төшөп китеүе лә булды, таш ҡапҡас та ябылды.
Аҫта дөм-ҡараңғы, күҙгә төртһәң дә күрерлек түгел.
– Бында... кем бар? – тип һораны Радик, әллә ҡурҡыуҙан, әллә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса. Уның һорауына ҡаршы: “Һөйләнмәй генә тор!”– тип киҫкен фарман яңғыраны. Ул әйткәнде үтәргә мәжбүр булды, тын алырға ла ҡурҡып, өҫтәге тауыштарға ҡолағын ҡарпайтты. Милиционерҙарҙың аптыранып һөйләшеүҙәре, һүгенеүҙәре хәҙер ап-асыҡ ишетелә ине инде.
Ә бер аҙҙан был тауыштар әкренәйә төштө һәм бөтөнләйгә тымып ҡалды.
– Сыҡһаҡ та була. Киттеләр.
Радик тыңлаусан ғына билдәһеҙ заттың артынан эйәрҙе.
Өҫкә сыҡҡас, уның берауыҡ яҡтыға күҙе өйрәнмәне. Шунан ғына ҡаршыһында баҫып торған үҙенә тиҫтер тейешлерәк бер ҡарасман малайҙы шәйләне.
– Йә, һаумы. Һин... кем булаһың? – тип ул, ғәжәпләнеп, яңы танышына тәү башлап һүҙ ҡушты.
– Билал. – Тегеһе уға күрешергә ҡул бирҙе.
– Ә мин Радик инде.
– Беләм. – Билалдың быға әллә ни иҫе китмәне. – Һеҙҙең дан хәҙер тотош районға таралған... Әйҙә, кем, тәүҙә аҙ-маҙ ҡапҡылап алайыҡ, әтеү ҡорһағың асҡандыр.
Ул Радикты үҙенең артынан әйҙәне. Апаруҡ барғас, тирә-яғы сауҡалар менән уратып алынған, эргәһендә генә шишмәһе сылтырап аҡҡан аҡланға килеп сыҡтылар. Билал, Радикты таң ҡалдырып, һеләүһендәй етеҙ хәрәкәттәр менән йыуан ҡарағай башына үрмәләне һәм бер төргәк ташланы.
Бер аҙҙан ике малай, күптәнге таныштар кеүек, рәхәтләнеп тамаҡ туйҙыра ине.
– Билал, әллә һин беҙгә ашарға ташып йөрөнөңмө?
Тегеһе, быны раҫлағандай, баш ҡына һелкте.
– Ә ниңә үҙең күҙ-башҡа салынманың һуң? Беҙ ни алйып бөттөк тә, малай!
– Эргәгеҙгә яҡын юлатмаҫһығыҙ, шикләнерһегеҙ тинем шул.
Берауыҡ өнһөҙ ҡалдылар.
– Билал, ә теге милтонды... – Радик үҙен күптән борсоған һорауҙы бирмәксе итте, мәгәр ни өсөндөр ярты һүҙҙә туҡтап ҡалды.
– Эйе, ағас башынан мин елгәрҙем уға. Суҡмар менән.
Бәй, һис иҫе китмәй яуаплай ҙа баһа был! Радик уның үҙен шундай тыныс тотоуына сәйерһенеп тә, ғәжәпләнеп тә ҡуйҙы.
– Ана-ау ҡайындың ороһон күрәһеңме? Бына шулайыраҡ итәләр уны! – Билал ҡапыл тубыҡланды ла ҡулдары менән күҙ эйәрмәҫлек хәрәкәттәр яһаны һәм шул яҡҡа бер нәмә сойорғотто. Ул ҡайын ороһоноң ҡап уртаһына барып тейҙе лә ҡайҙалыр ҡаҡлығып осто. Радик, асҡан ауыҙын ябырға ла онотоп, Билалдың мәргәнлегенә шаҡ ҡатты.
– Уға шул хәләл ине, сөнки ул гонаһ ҡылды! Күҙен ҡан баҫҡан бәндәгә әйтһендәр генә – һине, бәләкәй тип тормай, үлтереүҙән дә тартынмаҫ ине. Ә ҡылған гонаһтары өсөн һәр зат та язаһын алырға, ғазабын татырға тейеш, ти өләсәйем... Шөрләмә: ул иҫәңгерәне генә. Ярай, киләсәктә үҙенә шәп һабаҡ булыр. Әҙәм үлтереп гонаһлы булғансы, һине ҡотҡарып сауап ҡына алдым бына.
– Ә... машина?
– Һине ҡыуа сығасаҡтарын һиҙеп, эйҙереп ебәрҙем. Нисауа, тәҙрәләре генә капут...
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Тик шишмәнең генә, үҙ көйөнә көйләп, сылтырап аҡҡаны ишетелде.
– Билал, ниңә һуң беҙгә ярҙам итергә булдың?
– Урманды ҡоротоусыларҙы күрә алмайым мин. – Тәрән көрһөнөп ҡуйҙы. – Әсәйемдең төҫө күргән сабынлыҡты бөтөрҙөләр, сәңгелдәгем эленгән дуҫым – ҡарағайымды йыҡтылар... Белгең килһә, тәбиғәт бөтә балаларын да донъяға бер тигеҙ яратҡан. Үләндәр менән ағастар – уның иң өлкән игеҙәктәре ул. Шунан уртансы бәпестәре – кейек-йәнлектәр барлыҡҡа килгән. Аҙаҡ ҡына тәбиғәттең һөйөнөсөнә һәм көйөнөсөнә кинйәкәйе – әҙәм тыуған, Уға тәбиғәт барын да биргән: аҡылын да, хис-тойғоларын да, башҡа балаларына ҡарағанда үҙенең әсәлек наҙҙарын да йәлләмәгән. Шулай артыҡ иркә үҫкән әҙәмдең ҡанына һауаланыу, үҙен генә уйлау ғәҙәте һеңә башлаған. Хәҙер был кинйә асыҡтан-асыҡ туғандарына ҡул күтәрә, ҡайғырыуҙан тәбиғәт-әсә үлем сигенә еткән... Үлән-ағастар ҙа тоҡом ҡалдыра, үлә, ҡыуана-ҡайғыра, һөйләшә белә ул! Тик нәфсенән һуҡырайған, күңеле мүкләнгән әҙәм генә ул донъяны аңлай алмай! Был инде уның өсөн һис тә тиген бөтмәйәсәк!
Радикка Билалдың фәлсәфәһе ҡыҙыҡ та, тетрәндергәс тә, бер аҙ сәйер ҙә тойолдо. Ауыр тынлыҡ урынлашты.
– Билал, һин бер-бер Илнур менән Азамат тураһында хәбәр-хәтер белмәйһеңме?
– Икеһе лә... милицияла...
– Ә беҙ Өфөгә юлланмаҡсы булғайныҡ тағы. – Радик ҡанаттары ҡайырылған ҡошҡа оҡшап ҡалды, шунан, күңелен бушатырға, ярҙам-кәңәш һорарға теләгәндәй, Билалға үҙҙәренең серен сисеп һалды.
– Бәй, икәү китербеҙ, ниңә бушҡа ҡайғыраһың! – тип күңеленә йылы өрҙө уны диҡҡәт менән тыңлаған Билал. – Миңә бында һәр һуҡмаҡ таныш, күҙемде бәйләһәләр ҙә, юлды “ыһ” та итмәй табасаҡмын. ...Ҡайғырма, барыһы ла һәйбәт барып бөтөр әле бына! — Радик ҡыуанысынан ни әйтергә белмәй албырғап ҡалды, инде нисәнсе көн ҡайғылы йөрөгән йөҙөнә йылмайыу сыҡты, күңеле тулып китте.
– Һин хәҙер минең ер аҫтындағы ҡыуышҡа төшөп йоҡлап ал, – тип йомғаҡланы Билал. – Унда әрһеҙ кейеҙ-юрған да бар. Ә мин ҡайтып әҙерәк ашарға килтерәйем. Өләсәмде иҫкәртәйем. – Билал ҡапыл уйсанланып ҡалды. – Ул, бахыр, яңғыҙ ғына бит. Әсәйем үлгәндән һуң икәү генә йәшәгән булабыҙ инде. ...И-их, һөйөнөслө хәбәрҙе Илнур менән Азаматҡа ла еткерергә ине бына.
– Һин, ҡара, һаҡ бул инде? – тип хәйерле юл теләне уға Радик.
...Ҡолаҡты ярып лаңҡылдаған эт тауышына татлы йоҡоға талған Радик тертләп уянып китте. Уны-быны уйлап өлгөргәнсе, өҫтә ҡарлыҡҡан, тупаҫ тауыш яңғыраны.
– Эй, малай аҡтығы, эләктеңме инде! Живо өҫкә сыҡ! Кире осраҡта ҡорал ҡулланасаҡбыҙ йәки этте ебәрәсәкбеҙ! Ну!
Радик эргәләге ташҡа ҡулын ауырттырғансы һуҡты ла, тәрән көрһөнөп, ирендәрен сәйнәне. “И-их!!!”

* * *
Борһановтың кабинет ишеге асылып китеүгә һаҡ аҫтында баштарын түбән эйгән Радик, Азамат һәм Илнур күренде. Әле генә, нимәнелер иҫбат итергә тырышып, следователгә сутырлап хәбәрҙәрен яуҙырған Өммиә апай улы Азаматты күреп ҡалыу менән эргәһенә уҡтай атылды. Мәктәптә уҫалдарҙан иҫәпләнгән, әҙәбиәттән уҡытҡан был йыуан ҡатынды шәйләп ҡалған ике малай ҙа һиҫкәнеп китте. Уғаса әсәһе Азаматтың башына бер-икене сүкеп тә алды.
– Йә, мин һине лагерға нимә тип ебәргәйнем? Ошо икәүҙең артынан эйәреп тәртип боҙоп йөрө типме? Йә, ниңә өндәшмәйһең, ауыҙыңа һыу уртланыңмы?! – Ул аяп-нитеп тормай малайҙың ҡолағын борҙо, Азамат, ауыртыуға түҙә алмайынса, аҡырып илап ебәрҙе. – Иптәш следователь, шуны аңлағыҙ: минең йомшаҡ күңелле, йыуаш малай һис тәртип боҙа торғандарҙан түгел! Ул бына быларға ғына эйәргән! Этем белһен, ҡурҡытҡандарҙыр ҙа әле?! – Әле генә иламһырап торған ҡатын ҡапыл уҫалланып малайҙарға екеренде. – Дөрөҫөн генә әйтегеҙ, шулаймы? Шулаймы, тим?! – Икеһенең дә башына бер-икене сүкеп алды. – Илнур ҙа насар малай түгел-түгеллеккә, бына быныһы инде – Радигы – гел этлеккә башлап ҡотортоп йөрөй! Мәктәптә лә ул иң тәртипһеҙ уҡыусы, уҡыуының да рәте юҡ – “ике”ләрҙән башы сыҡмай. Хәйер, алма ағасынан йыраҡ төшмәй тигәндәй, алкаштар ғаиләһендә йүнле бала тыуамы? Ата-әсәһе ғүмер баҡый эстеләр ҙә һуғыштылар.
Радик, йәштәрен көскә тыйып, ирендәрен тешләне, күҙ алдары ҡараңғыланып, башы әйләнеп китте. Ярай әле Борһанов уларҙы алып сығырға бойорҙо, юҡһа, бындай мәсхәрәләүҙәр, күңелгә уңалмаҫ яра һалырлыҡ һүҙҙәр күпмегә ҡәҙәр сурытылыр ине...

* * *
“Дә-ә, теге Радик малай яңғыҙы бер нисек тә милиционер ҡулынан ысҡына алмаясаҡ. Сержант Ғәлиндең иҫәңгерәп больницаға эләгеүе, эйеп киткән машина ла ошо уҡ фекерҙе иҫбатлай. Ай-бай, йәнә бер енәйәтсене табыу бурысы тора түгелме? Ә кем һуң ул?!” – Көнө буйы кабинетынан сыҡмай уйланған Борһановты хәҙер тап ошо һорау борсой ҙа инде. – Был бер-бер бынан бер ай самаһы элек эшләнгән енәйәт менән бәйле түгелме икән?.. Кемдер берәү леспромхоздың ике тракторын эшлектән сығарған, күҙ менән ҡаш араһында бер мотобысҡы ғәйеп булған. Ҙур енәйәт, мәгәр уның осона һис кенә лә сыға алманылар. Арттарынан эт менән дә төшөп ҡаранылар, әммә, юҡ – һауаға ҡарап олоп, эҙҙән яҙлыҡты ла ҡуйҙы. ...Бәғзе берәүҙәр, Тарауҙы буйында әүәл-әүәлдән ниндәйҙер билдәһеҙ йән эйәһе йөрөй, тип раҫларға маташалар. Имеш, ул ябай кешегә түгел, ә леспромхозға, браконьерҙарға ғына хаслыҡ ҡыла. Һы, әкиәттәгесә ен-пәрейҙәрҙең, иблис, шүрәлеләрҙең эше булырға тейешме инде был? Дә-ә, ауыртҡан башҡа тимер таяҡ тигәндәй, бер йомағы сығып ҡына тора!
Йонсоғанлыҡ тамам йөҙөнә сыҡҡан Борһанов усы менән сикәләрен ҡаплап өнһөҙ ҡалды.

* * *
Малайҙарҙың башынан үткән барыһы, барыһы ла ғүмерҙә күрмәгән ҡурҡыныс төш һымаҡ ҡына... Бына хәҙер камераға ябылған, миңрәүләнеп ҡалған был өсәү ҡапыл уянып китерҙәр ҙә, бының төш икәнлегенә генә ышанып, әүәлгесә шат, ғәмһеҙ кәйефлегә әүерелерҙәр кеүек. Тик юҡ шул, ю-уҡ!.. Ҡурҡыныс өн уларҙың йөрәгенә уңалмаҫ яра һалды һәм һалыр әле...
Аҙағы ни менән генә барып бөтөр икән бының? Колонияға эләгерҙәрме?! Ә унан ҡайтҡас?! Енәйәтсе даны мәңгегә йәбешеп ҡалып, әҙәм араһында ғүмер баҡый ҡәҙер-хөрмәт күрмәҫтәрме?
Эйе, әле уларҙың ата-әсәләренә лә еңел түгел. Кемдәрҙең улдары – шуларҙыҡы! Ғәйбәткә һыуһаған “йүкә телефондар” бөтә етеҙлегендә эшләйҙер, хәбәрҙәрҙе ҡуйырталыр инде. Ә тиҫтерҙәре, уҡытыусылары быға нисегерәк ҡарай икән? Хатта дәрес һайын, тәбиғәтте һаҡларға кәрәк, тип тылҡыған Өммиә апайҙан да шундай һүҙҙәр ишеткәс, башҡа нимәгә өмөт итмәк кәрәк? Һорауҙар, һорауҙар, һорауҙар... Эйе, хәҙер барыһы, барыһы ла бер һуҡҡанда селпәрәмә килде. Өфөгә барыу хыялы ла татлы төш кенә булып тороп ҡалды.
Шул саҡ тәҙрә эргәһендә ниндәйҙер ҡыштырлау ишетелде. Шунан кемдер тимер рәшәткәне шым ғына аҡтара башланы. Шыңшып ятҡан түҙемһеҙ Азамат ҡапылғара тауыш ҡуптарҙы:
– Малайҙар, тышта әллә нәмә йөрөйҙөр ул?
Ҡайғырыуҙан йөҙҙәре ағарынып тамам иҫәңгерәп ҡалған Радик менән Илнур шунда ғына иҫтәренә килгәндәй булды.
– Сеү, тим, аңра! – тыштан киҫәтеүле шыбырлау ишетелде, унан шығырлау-туҡылдауҙар ҡабаттан башланды.
Радик эштең ниҙә икәнлегенә төшөндө, ахыры, йәнләнеп ҡуйғандай булды.
Тиҙүк рәшәткәле тәҙрә юҡҡа сыҡты һәм төн ҡараңғылығында Билал пәйҙә булды.
– Малайҙар, һеҙ иректә! Йә, оҙаҡ ҡыялмағыҙ!
Өс малай, күҙ асып йомғансы, бер-бер артлы Билал артынан сығып шылды. Алан-йолан ҡарана-ҡарана апаруҡ ара йүгерҙе улар, парк һымаҡ бер урынға еткәс кенә, иҫтәренә килгәндәй, туҡтап ҡалдылар.
– Малайҙар, әллә... Ҡасмайыҡмы? – тип ҡуйҙы, икеләнеп, хәле бөтөүҙән йыш-йыш тын алған Азамат. – Тотһалар, тағы ла хөртөрәк булыр ул!
Ҡыйыу Билал да баҙап ҡалды.
– Уныһы ла бар шул... Әллә Өфөгә үҙем генә китәйемме? Мине белмәйҙәр бит! Һеҙҙең кеүек минең өсөн ҡайғырырға ата-әсәм дә юҡ... Өләсәмде, бахырҙы, бер-ике көн өйҙә булмайым, тип күндергән булдым инде былай...
Радик ҡыйыу ғына Билал эргәһенә сыҡты.
– Ярар, бергә китербеҙ, әй! Минең дә атам-әсәм, ҡайһы берәүҙәр әйткәнсә, алкаш ҡына колхозниктар – ҡайғырмаҫтар әле. Илнур – председатель, Азамат уҡытыусы балаһы бит, ҡалһындар, әйҙә!
Был һүҙҙәр Илнурҙың ғәрлеген килтерҙе, ул да китеүселәр артынан эйәрҙе.
– Мин дә шыр ебәргәндәрҙән түгел әле! Берәүҙән – икәү, икәүҙән өсәү яҡшы, тип кәңәш иткән бит боронғолар.
– Малайҙар, көтөп тороғоҙ әле? – тип ялынғаны ишетелде артта Азаматтың.
Тегеләр ҡапылғара туҡтап ҡалды.
– Ҡуй, һуҙылмайыҡ! Кире боролоғоҙ, тип һаман өгөт-нәсихәт уҡырға итәлер, – тип өтәләне иптәштәрен Илнур.
Азамат һығылып ҡына илап ебәрҙе.
– Ниңә мине эшкинмәгәнгә шутлаған булаһығыҙ? Мин дә барам һеҙҙең менән! Хет башыма таш яуып торһон!
Илнур, ғәфү үтенгәндәй, дуҫын етәкләп алды һәм малайҙар ҡараңғылыҡ эсенә инеп сумды.

* * *
Бер өҙлөкһөҙ сиренаһын олотҡан милиция машинаһында капитан Борһанов төн уртаһында эске эштәр бүлеге алдына килеп туҡтаны. Дежурныйҙың тотлоға-тотлоға малайҙарҙың ҡасыуы тураһында өйөнә шылтыратыуы уны тамам сығырынан сығарҙы. Өс маңҡа ла эләкте, йәшерелгән машина табылды, тип ҡуҙғатылған енәйәт эшен ябырға ғына йөрөй ине бит!
Асығауыҙ милиционерҙарҙы һемәйтеп, кем тәҙрәне шаҡарып асып ҡотҡарған һуң уларҙы? Теге билдәһеҙ йән эйәһеме? Эйе, үкенескә ҡаршы, билдәһеҙ шул, билдәһеҙ...
Райондың эске эштәр бүлегендә тревога иғлан ителде. Малайҙарҙың ун биш-егерме минут самаһы элек кенә ҡасыуҙары асыҡланғас, шундай фекер нығынды: улар әле, һәр хәлдә, район үҙәгенән олағып өлгөрә алмаған. Шуға күрә милиционерҙар, айырыуса тырышлыҡ күрһәтеп, поселок эсен “һөҙҙө” – ҡараңғы тыҡрыҡтар ҙа, баҡса-ҡыуаҡтар ҙа, хатта шиклерәк тойолған өйҙәр ҙә ҡалманы.
ГАИ иһә урамдарҙан үткән һәр машина-мотоциклды туҡтатты, юҡ сәбәпте бар итеп руль артындағыларға бәйләнде.
Бына район үҙәгенең осонда тотош оло юлды ҡаплап алған автоинспекция хеҙмәткәрҙәре бесән тейәгән сираттағы машинаға туҡтарға ишараланы.
Йәш кенә шофер, был ниндәй мәхшәр тигәндәй, ағарына-ҡурҡына кабинаһынан төштө.
– Ҡустым, рәхим итеп документтарыңды күрһәт? Тиҙ бул! Шофер ҡулдары ҡалтырана-ҡалтырана документтар һуҙҙы.
– Иптәш, ә путевкаң? Күрмәйбеҙ бит?
– Ни... ул... юҡ.
– Нишләп?
– Колхоз эшенән һуң ғына ҡайтабыҙ бит, алырға форсат булманы. Ни... ул ҡасмаҫ ул!
– Шулай итеп, һин эсер өсөн путевкаһыҙ ҡалым һуғып йөрөйһөң икән әле! Һин лутсы бала-сағаны алда!
– Нишләп ҡалым булһын, ти, ағайҙар? Үҙемдең бесән бит ул! Көнгә ышаныс юҡ, яуып-нитеп ебәрһә, йәнтәслимгә эшләгән күбәләрем әрәм булыр тигәйнем. Хәҙер Аллаһы Тәғәлә лә үҙгәртеп ҡоролдо бит – шыр хыялыйға әйләнде. Былай ҙа йылдың-йылы бесән еткерә алмай этләнәбеҙ.
– Бәй, ҡустым, үҙең күрше колхозда йәшәйһең, нишләп һуң әле йәһәннәм тишегенән бесән ташыйһың? Шуныһына шикләнәбеҙ беҙ.
– Һеҙ ошо районда йәшәмәгән әҙәм кеүек һорайһығыҙ ҙа ҡуяһығыҙ, ағайҙар. Хәҙер эргә-тирәлә йүнле сабынлыҡ ҡалдымы ни? Леспромхоздар вис ҡоротто, барлы-юҡлы малыңды астан үлтермәйем тиһәң, алыҫмы-түгелме икәнен ҡарап тормайһың инде.
Милиционерҙар кузов башына диҡҡәт менән күҙ һалдылар ҙа, шикләнерлек әйбер тойолмағас, шоферға китергә ҡуштылар.
– Ярар инде, ҡустым! Шулай ҙа путевка тураһында етәкселегең менән айырым һөйләшмәй булмаҫ!
Көнө йылды туйҙырыр миҙгелдең ҡәҙерен аңлаған шофер йәһәтерәк ҡуҙғалырға ашыҡты. Машина алыҫайғандан-алыҫайып, етешһеҙ донъяға йәне үртәлгәндәй, уфтана-үкерә бейек тауға артыла башланы.
Шул саҡ кузов башынан бер-бер артлы дүрт шәүлә ырғып төшөп ҡалды. Былар – милиция донъяның аҫтын-өҫкә килтереп эҙләгән беҙҙең теге ҡасҡындар ине.
Әлдә Билалдың сослоғона шөкөр. Район үҙәгенән сығарған юл буйлап ҡаса-боҫа китеп барған саҡтарында ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтаған әлеге машинаны аңғарып ҡалғайны. Шунан шоферы йотлоға-йотлоға һыу эскән арала, төн ҡараңғылығынан файҙаланып иптәштәрен үҙе артынан ҡыйыу ғына машина башына – бесән араһына әйҙәгәйне. Юҡһа, милиция ҡулына эләгеп, күрерҙәр ине күрмәкәйҙәрен!
Малайҙар урман эсенә ингәс, еңел тын алып ҡуйҙы. Йәнтәслимгә йүгереүҙән улар шыбыр тиргә батҡайны, бер өҙлөкһөҙ йөрәктәре дөһөлдәп һуҡты.
– Йәгеҙ, оҙон сәфәр алдынан, боронғолар кеүек саҡ ҡына ултырып алайыҡ, – тип тәҡдим итте Илнур.
Мәғлүм, йоланан һәм ризыҡтан оло булыу яҙыҡ эш. Шуға ла малайҙар һандуғас балалары кеүек күндәм генә теҙелешеп ултырҙы.
Йөрәк ярһыуҙары бер аҙ баҫылып, тын алыуҙары иркенәйә төшкәс, Билал урынынан ҡуҙғалды.
– Ярай, юл кешеһенең юлда булыуы яҡшы. Хәйерле сәғәттә, малайҙар!
Шунан үҙе юл башлап алдан төштө, артынса Азамат менән Илнур ҡуҙғалды. Ә һаҡҡолаҡ Радик, үҙенең ҡайҙа кәрәкле булыуын төшөнгәндәй, иң арттан атланы.
Билал бер аҙ бара биргәс, аяҡ аҫтына нимәлер һибеп алды.
– Махорка. Эт эҙгә төшмәһен өсөн, – тип ҡуйҙы үҙе.
Апаруҡ араны өнһөҙ-тынһыҙ үттеләр. Мәгәр ауыҙға һыу уртлаған кеүек барыу Илнурҙы ялҡытты, ахыры, ул кинәт һөрән һалды:
– Бына әкәмәт, әй! Әллә ниңә бер шағирыбыҙҙың һүҙҙәре иҫкә төштө әле. – Үҙе һорау биреүҙе көттөрөп тә торманы, тамаҡ ҡырып алды ла шиғыр юлдарын теҙҙе:
Батшаларға башын эймәгәнде,
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ.
Бына-бына хәлһеҙләнеп ауам тип торған саҡта ла беләккә көс, йөрәккә дәрт, күңелгә илһам бирер был һүҙҙәр юлсыларҙы ҡанатландырғандай булды, аҙымдарын ырамлыраҡ, ышаныслыраҡ баҫа башланы.
Ҡуйы ҡара болоттар ҡаплаған күк йөҙө көтмәгәндә яҡтырып китте. Эйе, йәшен йәшнәйәсәк хәҙер!
Әйҙә, донъяны ғәмһеҙ йоҡоһонан арындырып, дер һелкетеп ал әле, йәшен! Тирә-йүнде сафландырып шифалы ямғырыңды ла яуҙыр! Юҡһа бит үлән-япраҡтар ҡыуарҙы, әйләнә-тирәне саң-туҙан баҫты.
Ә малайҙар өҫтәренә таш яуһа ла кире боролмаҫ инде, сөнки улар өсөн был ауыр, әммә берҙән-бер дөрөҫ юл, киләсәккә илткән өмөт юлы. Ана шуға ла оҙайлы сәфәргә сыҡҡан дүрт малай, төнгө нур – әлеге йәшендәй, тирә-йүнде яҡтыртып, балҡытып атлаған һымаҡ.

...Малайҙарҙың юлын яҡтыртырға теләгәндәй йәшен тағы, тағы ялтлап ҡуйҙы...

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/travel-trekking-summer-landscape-mountains-green-grass-trees-blue-sky_10001595.htm#fromView=search&page=1&position=48&uuid=333c1b38-b745-4a1e-b0b9-8aba1429f97e

 
Автор:
Читайте нас