Сәнғәт әһелдәренең тормошо менән ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр. Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Венер Исхаҡовтың "Йырланмаған йырым һин" повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровтың Хәсән образынан һуң уның ғаилә хәле менән ҡыҙыҡһыныусылар бермә-бер артты. Был хаҡта "Башҡортостан" гәзитенә биргән әңгәмәһендә артист былай ти:
– Мин икенсегә өйләндем. Ҡатынымдың исеме – Алина. Ул мине һәр саҡ аңлай. Беҙҙең театрға йөрөргә ярата. Мин ҡатнашҡан спектаклдәрҙе ҡарағандан һуң фекерҙәре менән бүлешеп, бәхәсләшеп тә, ҡеүәтләп тә ала. Уның ике балаһы – Сабина ҡыҙы менән Эрнест улы бар, кесеһен бергәләп тәрбиәләйбеҙ.
Тәүге ҡатыным Алһыуға иҫ киткес аҡыллы, матур ҡыҙҙарыбыҙ өсөн рәхмәтлемен. Нәргизәбеҙҙе яңыраҡ кейәүгә бирҙек, бәхетле йәшәһендәр, тип теләп кенә торам. Нурланабыҙ V класты гел “бишле” билдәләренә тамамлап ҡыуандырҙы.
Нуризә ХӘСӘНОВА.