Бөгөн Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала халыҡ шағиры Фаҡиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Конкурс “Аҡбуҙат” журналы менән Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы берлегендә ойошторолдо.
"Шиғриәт" номинацияһында – 65, "Проза" номинацияһында 44 эш ҡабул ителде. Башҡорт телендә - 73, ә татар телендә 35 әҫәр.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйсе Айгиз Баймөхәмәтов сараны асып, еңеүселәрҙе тәбрикләне.
Конкурстың спикерҙары булып «Тангчолпан» ("Иртәнге йондоҙ") ҡумыҡ журналының баш мөхәррире, Дағстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, балалар яҙыусыһы Супиянат Мамаева менән Беларусь республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы Инна Фролова сығыш яһаны.
Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри түбәндәге ҡарар сығарҙы:
"Шиғриәт" номинацияһы.
1 урын - башҡорт телендә шиғырҙар йыйынтығы өсөн Гүзәл Әхмәҙиева.
2 урын - Рәсимә Ильясова татар телендәге шиғырҙар өсөн.
3 урын - Ринат Сөләймәнов башҡорт телендә шиғырҙар өсөн.
"Проза" Номинацияһы.
1 урын - Ләйсән Сәлимова "Шарҙар йыйыусы дөйә" хикәйәләре циклы өсөн.
2 урын - "Рәмилә-Рокси" хикәйәһе өсөн Рәзинә Урманшина.
3 урын - "Безәнби" хикәйәһе өсөн Алһыу Мансурова.
Бынан тыш, һәр номинацияла "Махсус приз" ҡаралған: "Проза" Заһиҙә Мусина "Чуча әсәһен эҙләй" хикәйәһе өсөн.
"Шиғриәт" – Башҡорт телендә Миләүшә Ғәйфуллинаның шиғырҙары йыйынтығы өсөн.
"Аҡбуҙат" журналының махсус бүләктәре:
"Шиғриәт" - Фәйрүзә Кинйәбаева башҡорт телендәге шиғырҙар йыйынтығы өсөн.
“Проза” - Рәзилә Ҡотлогилдинаның "Ҡояш ҡәләме" хикәйәһе өсөн.
Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!