Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2024, 08:39

Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте

Сарала яҙыусының ҡәләмдәштәре, яҡташтары, туғандары ҡатнашты.

Ринат Камалдың юбилей кисәһе үттеРинат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте

25 ноябрҙә Өфөлә, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камалдың 70 йәшлек юбилейына арналған күркәм сара булып үтте. Юбилярҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, бер төркөм ҡәләмдәштәре, З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, филология фәндәре докторы , профессор Гөлфирә Абдуллина, Мәсетле районынан яҡташтары, балалары һ. б. ихлас ҡотланы. Ҡурай көйөнә Ринат Камал егеттәрсә елпенеп бейеп тә алды. Мәсетле районынан килгән халыҡ театрының һәүәҫкәр артистары яҙыусы әҫәрҙәрен сәхнәләштергән икән, ролдәрҙе бик оҫта башҡарҙылар. Йырҙар, бейеүҙәр, ҡурай моңо менән байытылған юбилей кисәһе юғары кимәлдә үтте. Юбилярыбыҙ Ринат Камалға артабан да арымай-талмай ижад майҙанын иңләп, шәп әҫәрҙәр яҙырға, 75 йәшендә лә оло сәхнәләрҙә ижад кисәһен үткәреп, дөпөлдәтә баҫып бейеп йөрөргә яҙһын!

Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Ринат Камалдың юбилей кисәһе үтте
Автор:
Читайте нас