Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь , 09:45

Ғашиҡ булһаң, миллион һум да йәл түгел

Яңауылда йәшәүсе ханымдың сит ил кешеһенә мөхәббәте шундай көслө булған...

Ғашиҡ булһаң, миллион һум да йәл түгел
Ғашиҡ булһаң, миллион һум да йәл түгел

Яңауылда йәшәүсе ҡатын 1 миллион 141 мең һумын интернет аша танышҡан «һөйәркәләре» иҫәбенә күсергән. Урындағы полициянан хәбәр итеүҙәренсә, барыһы ла популяр социаль селтәрҙәрҙә сит ил кешеһе менән танышыуҙан башланған. Башта Джеймс мөхәббәт хаттары ебәрә, ә август айында уның йәнәһе элемтәһе блокланған, аралашыуҙы дауам итеү өсөн аҡса түләргә кәрәк, тип белдерә. Ҡатын уға 35 мең һум күсерә, һәм бынан һуң ул бүтән бәйләнешкә инмәгән.

Бер аҙҙан Яңауылда йәшәүсе ҡатынға Майк хат яҙа. Ул бер айҙан һуң хистәренең шул тиклем көслө булыуын һәм уға ҡиммәтле посылка ебәргәнен хәбәр итә. «Бынан һуң мессенджерҙа ҡатын-ҡыҙға, имеш, посылкала айырыуса ҙур сумма аҡса бар, әммә уны алыу өсөн дәүләт пошлинаһын түләргә кәрәк тигән йәнәһе таможня хеҙмәтенән килгән ялған хатты ебәрәләр. Шулай итеп, зыян күреүсе билдәһеҙ кешеләр күрһәткән иҫәптәргә дөйөм алғанда миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Аҡса талаптары туҡтамағас ҡына, ул полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған», — тип һөйләнеләр ведомствола.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: