50 пьеса, 5 роман, 20 повесть, 70 хикәйә авторы, алты бала атаһы, билдәле яҙыусы һәм драматург Наил Ғәйетбаев ғаиләлә бәхетле йәшәү, балаларға тәрбиә биреү, кейәүгә уңышлы сығыу серен белә һәм үлемдән һуң да йәшәү барлығына ышана.
– Ҡатынығыҙ Эмма апай һеҙҙән күпкә кесе. Ҡайҙа таныштығыҙ?
– Бынан 35 йыл элек ир уртаһына еткән кешенең йәш ҡыҙға өйләнеүе бик сәйер күренеш ине ул. Һуңынан күҙгә ҡарап та, мәрәкәләп тә әйткән кешеләр булды. Беҙ Сибай театрында таныштыҡ. Ул йәш актриса булып эшкә килгәйне. Башта үҙем дә икеләндем, бигерәк йәш шул, оят һымаҡ ине. Миңә – 40, Эммаға 20 йәш кенә тулған. Бәлки, ата-әсәһе ҡаршы булыр, тип йыуаттым үҙемде. Ләкин ике яҡ та беҙҙең ғаилә ҡороуға ризалығын бирҙе. Хәҙер бергә татыу йәшәүебеҙгә – 35 йыл. Эмма үҙен тулыһынса ғаиләгә, балалар тәрбиәләүгә арнаны. Тәүге ҡатынымдан булған ике улым менән бергә алты бала атаһымын. Барыһына ла тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам иттем.
Гөлнур ИШБУЛАТОВА.
Фото: Гөлнур ИШБУЛАТОВА.