Бөгөн Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте кибетендә күренекле шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның «Уйлы заман» китабының исем туйы үтте. Сараға яҙыусының ҡәләмдәштәре, коллегалары һәм дуҫтары йыйылды.
Сараны ҡурайсы, шағирәнең ҡустыһы Вилдан Дәүләтбирҙин “Урал” көйө менән асып ебәрҙе. Ҡунаҡтар был көйҙө баҫып тыңланы. Китаптың исем туйына Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның ҡәләмдәштәре, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре һәм Өфө Урман техникумының студенттары килде.
Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева шағирәне тәбрикләп, йылы һүҙҙәр әйтте, изге теләктәрен еткерҙе. Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның хеҙмәттәше, билдәле яҙыусы Венер Исхаҡов әҙибәнең һәр әҫәре тәрән мәғәнәле булыуы тураһында әйтһә, шағирә Зөлфиә Ханнанова яҙыусыны ихлас, саф күңелле кеше икәнлеге хаҡында һөйләне. Күренекле яҙыусылар Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлнур Яҡупова, шағирә Тамара Искәндәриә яҙыусының ижадына һоҡланыуҙарын белдерҙе. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай һәм халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов Тәнзилә Дәүләтбирҙинаны ҡотлап, ижади уңыштар теләнеләр.
Сараның аҙағында Тәнзилә Дәүләтбирҙина ҡунаҡтарға үҙенең шиғырҙарын бүләк итте. Китаптың исем туйы бик йылы һәм матур үтте. Сараға килеүселәр күтәренке кәйефтә таралышты.