Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
26 Декабрь 2024, 12:37

Тыныс йоҡла, яугир...

Бөгөн Ейәнсура һәм Башҡортостан халҡы яҙыусы, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, үҙ ирке менән махсус хәрби операция урынына юлланған Сабит Фазлыевты һуңғы юлға оҙатты.

Тыныс йоҡла, яугир...Тыныс йоҡла, яугир...
Тыныс йоҡла, яугир...

Яугирҙән оҙаҡ ваҡыт бер хәбәр ҙә булманы. Ошо көнгә тиклем барыбыҙ ҙа яҡшы хәбәр көттөк, күңелебеҙҙе өмөт осҡондары йылытты. Ләкин, тормоштоң аяуһыҙ ҡануны тантана итте: ҡара хәбәр барлыҡ өмөттәрҙе селпәрәмә килтерҙе...

Үтәғол ауылында үткән матәм митингыһында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Сабит Мағаз улының ҡәләмдәш дуҫтары, хеҙмәттәштәре, яҡындары, дуҫтары, "Бөркөт" хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.

Бөгөн Ейәнсура халҡы ғына түгел, барлыҡ Башҡортостан ҡайғыра. Шундай шәп, ижади йәнле, халҡым тип янып-көйөп йәшәгән, ысын кешене юғалттыҡ. Мәңгелек йоҡоғоҙ тыныс, рухығыҙ шат булһын, Сабит Мағаз улы... Һеҙ беҙҙең күңелдәрҙә көләс, ихлас, ябай, эшлекле булып мәңгегә ҡалырһығыҙ.

Мәрхүмдең яҡындары - әсәһе Гөлшат инәйҙең, тормош юлдашы Дилбәр Минәхмәт ҡыҙының, ҡыҙының, улының, барлыҡ туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Аллаһы Тәғәлә һеҙгә сабырлыҡ, ныҡлыҡ насип итһен.

Айнә Иманғолова фотолары.

Тыныс йоҡла, яугир...
Тыныс йоҡла, яугир...
Тыныс йоҡла, яугир...
Тыныс йоҡла, яугир...
Тыныс йоҡла, яугир...
Тыныс йоҡла, яугир...
Автор:
Читайте нас