– 2000 йыл ине. БДУ-ны тамамлап, “Һаҡмар” район гәзитенә эшкә ҡайтҡан мәл. Яңы йыл байрамына ауылға ҡайтһам, ҡотлау открыткаһы килгән. Изге теләктәр аҫтына: “От давнего друга. День дружбы БГУ, 31 октября 1998г. Спорткомплекс БГУ” тип яҙылған. Шул ҡотлау һаман тынғы бирмәй – кемдән булды икән ул? Яңы йылды ҡаршы алған һайын шул турала уйлап, төрлөсә юрап алам. Бәлки быйыл үҙен танытыр?
Һаман да бәләкәй бала кеүек Ҡыш бабайға, Яңы йыл тылсымына ышанам. “Ышанаһығыҙмы, юҡмы?..” – тип тылсымлы мажаралар һөйләй башлаһам, уртансы ҡыҙым Айгизә генә көлөп, баш сайҡап ҡуя (ул аналитик фекерләү ҡеүәһенә эйә, шуға аптыратыуы еңел түгел). Ә Яҙгөл менән Динислам ысынға ала. Шулай булырға тейеш тә, сөнки тылсымһыҙ, мөғжизәһеҙ Яңы йыл – Яңы йылмы ни?! Тағы ла беҙ яңы йыл каникулдарын яратабыҙ. Көн һайын берәй тәмлекәс бешереү, китаптар уҡыу, тәбиғәткә сәйәхәткә сығыу ғаиләбеҙҙә матур йолаға әүерелгән.
Үткән йыл минең өсөн үтә лә һөҙөмтәле, уңышлы булды. Бигерәк тә ижажымды баһаланылар. Халыҡ-ара “Китап” байрамында миңә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тигән маҡтаулы исем тапшырҙылар. Ошо уҡ байрамда минең өр-яңы “Сейәле мәлем” китабымдың исем туйы үтте. 22 йыл дауамында етәкләгән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең сирек быуатлыҡ юбилейы, 56 берекмә ағзаһының ижад емештәре тупланған “Ирәндек гәүһәрҙәре” китабының 3-сө томы донъя күреүе лә минең өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Балаларым да ҡыуандырып тора, шөкөр. Өфө дәүләт сәнғәт иниститутында уҡып йөрөгән ҡыҙым Яҙгөл быйыл Йәш рәссамдар берлегенә алынды.
Үҙ йылыма ошо башлаған эштәремде артабан да уңышлы дауам итергә тигән уйҙар һәм тағы ла яңы идеялар менән индем. Яңы йыл байрамын ғаиләбеҙ менән ҡаршы алғайныҡ, байрам кәйефе һаман да дауам итә. Балаларымды тәмле ризыҡтар әҙерләп һыйлайым, эш башланғанмы күптән ҡулым теймәгән китаптарҙы уҡып сығырға ниәт ҡуйғанмын. Кәйефтәр шәп һәм күтәренке!
Яңы тормош башлана!
Йылдар үткән һайын Яңы йылды
Ҡаршылауы, никтер, серлерәк.
Сәғәт ун икене һуҡҡан саҡта
Ҙур мөғжизә көтә һәр йөрәк!
Яңы йыл ул Ҡәҙер кисе кеүек -
Теләктәрҙән күңел сафлана.
Өр-Яңы йыл ҡаҡһын һәр ишекте,
Шул саҡ яңы тормош башлана!