Мәҙәниәт
3 Января 2025, 16:00

Йыл хужалары байрамды нисек ҡаршы алған?

Гөлбинә САФУАНОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры: "Бер кис мотлаҡ рәүештә билмән бөгөүгә арнала. Ирҙәр ит үткәрә, ҡатындар ҡамыр баҫа, һуған турай. Унан инде өҫтәл тирәләй ултырып, күмәкләшеп билмән бөгәбеҙ. Әҙерҙәрен батмустарға теҙеп, тышҡа туңдырырға сығаралар, туңғандарын тимер бакка тултыра баралар. Сөнки ул саҡта туңдырғыс тигән нимә ауылда юҡ ине. Байрам табынына тотлаҡ рәүештә күп итеп билмән бешерелә. Ауыл клубында Шыршы байрамы ойошторалар..."  

Йыл хужалары байрамды нисек ҡаршы алған?Йыл хужалары байрамды нисек ҡаршы алған?
Йыл хужалары байрамды нисек ҡаршы алған?

– Яңы йыл ул минең өсөн тәү сиратта ғаилә байрамы. Бала саҡта ғаиләбеҙ менән йыл һайын ауылға, өләсәй менән олатайға ҡунаҡҡа ҡайта инек. Бер кис мотлаҡ рәүештә билмән бөгөүгә арнала. Ирҙәр ит үткәрә, ҡатындар ҡамыр баҫа, һуған турай. Унан инде өҫтәл тирәләй ултырып, күмәкләшеп билмән бөгәбеҙ. Әҙерҙәрен батмустарға теҙеп, тышҡа туңдырырға сығаралар, туңғандарын тимер бакка тултыра баралар. Сөнки ул саҡта туңдырғыс тигән нимә ауылда юҡ ине. Байрам табынына тотлаҡ рәүештә күп итеп билмән бешерелә. Ауыл клубында Шыршы байрамы ойошторалар. Урамдың балалары эркелешеп шунда барабыҙ. Ҡыш бабай тоғонан 2 – 3 бөртөк кәнфит эләкһә лә оло бәхет була торғайны. Бына ошо байрам кәйефе, атмосфераһы йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан күңелемдә һаҡлана. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, мин һаман да Ҡыш бабай барлығына, Яңы йыл тылсымына ышанам. Байрам бит юҡтан ғына килеп сыҡмаған.

Хәҙер ҙә Яңы йылды мотлаҡ ғаилә менән ҡаршылайбыҙ. Ҡунаҡҡа саҡырған осраҡта ла, сәғәт төнгө 12-нән һуң ғына барабыҙ. Әлбиттә, театрҙа байрам алды бик ҡыҙыу мәл булып тора. Шулай ҙа табын әҙерләргә, өйҙә биҙәргә ваҡыт табыла. Үҙебеҙҙең бәләкәй генә йолалар ҙа бар. Ул көндө мотлаҡ мунса инәбеҙ, усаҡта ит бешерәбеҙ. Быйыл да Яңы йылды өйҙә ҡаршы алдыҡ. Мул итеп табын әҙерләнек, сөнки ҡунаҡтар саҡырҙыҡ. Бүләктәр, ҡотлауҙар күп булды, хатта Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килде. Аҙаҡ ихатаға сығып, солют аттыҡ, сана шыуҙыҡ.

Йылан йылына өмөттәрем ҙур. Ҡайһы саҡта йондоҙнәмә ысынбарлыҡҡа тура килмәйҙер ул, тип ҡуям. Тик парадокс: унда яҙылғандарҙың күбеһе дөрөҫкә сыға. Йыландар бик аҡыллы, һаҡ, сағыу, яуаплылыҡты тойған, башҡаларҙы үҙенә ылыҡтырып торған зат. Йылан, тип әйтеүҙәре минең өсөн комплимент булып тора. Тап ошо йылда тыуым менән ғорурланам. Иң ҙур теләгем – Йылан йылы ер йөҙөнә тыныслыҡ алып килһен. Балаларыбыҙ һуғыш күрмәһен. “Шоңҡар” уҡыусыларының һәр береһенә һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйем.

 

 

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас