Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ғинуар , 10:35

Илдар Ғәбитов вафат булған...

Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Илдар Ғәбитов вафат булған...
Илдар Ғәбитов вафат булған...

Журналыбыҙҙың тоғро дуҫы, даими авторы, башватҡыстар оҫтаһы, иҡтисадсы Илдар Миҙхәт улы Ғәбитов вафат булған.

Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы (12 июнь, 1961, Башҡорт АССР-ы, Әбйәлил районы, Буранғол ауылы) — публицист, иҡтисад фәндәре кандидаты (1990), доцент (1998)[1]. Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы баш дәүләт советнигы (1998), Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы (2006).

Ғәбитов Илдар Миҙхәт улы 1961 йылдың 12 июнендә Әбйәлил районының Буранғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Дондағы Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлай (1983).

1983—1990 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник институты, 1990—1997 йылдарҙа Өфө юридик институты доценты.

1997—2004 йылдар — Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең иҡтисад бүлеге мөдире.

2004 йылдан Башҡорт дәүләт университеты доценты.

80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, төрлө башватҡыстар, сценарийҙар (БСТ-лағы «Арыҫлан» ир-егеттәр клубы, «Алтын тирмә»), «Алтын тирмә» телепроекты авторҙашы, «Юлдаш» радиоһында «Асыҡ студия» алып барыусыһы (2017). «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Йәншишмә» гәзиттәре, «Шоңҡар», «Аманат» журналдарың йыл лауреаты, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эксперты.

Рәсәй Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2011)
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы премияһы (2013)[2].
Хеҙмәттәре
«Капитал» Карла Маркса: Практикум. — Уфа, 2009
Башҡортса башватҡыстар: кроссвордтар.- Өфө, 2013.

Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас: