"Аҡман-тоҡман", "Бөртөкләп йыйыла алтын", "Төньяҡ амурҙары" дилогияһы... Ошо өс кенә романды атағанда ла, башҡорт әҙәбиәтен аҙмы-күпме белгән кеше уларҙың авторы кем икәнен әйтеп бирә алалыр. Әлбиттә, Яныбай Хамматов! Ошолар, башҡа бихисап күләмле әҫәрҙәре менән, өҫтәп тағы ла әйтәйек – "Йәшенле йәй", "Юрғашты", "Руда" – һәм башҡа әллә күпме халыҡсан романдары менән ул бик күптән, үҙе гөрләтеп ижад иткән-йәшәгән осорҙа уҡ, халыҡ яҙыусыһы булып танылғайны инде.
Замандаш яҙыусылар араһынан, ысынлап та, Яныбай Хаммат улы иң уҡылған ижадсыларҙың береһе ине. Уның әҫәрҙәре әле лә әҙәбиәт һөйөүселәрҙең китап кәштәләрен байытып тора. Тиҙҙән оло әҙиптең тыуыуына 100 йыл тула.
Ошо уңайҙан Башҡортостан Яҙыусылар союзы юллауы менән Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "КИТАП" нәшриәтендә билдәле әҙиптең "Алтын юлағым" исемле китабы донъя күрҙе.
Был автобиографик роман өс китаптан тора: "Хәсрәтле бала саҡ", "Йылдар һәм юлдар", "Эҙләп табылған хазинам". Романда 1930 йылдан алып 2000 йылға тиклемге ваҡиғалар һүрәтләнә.
Фото: Фәһим Әхмәров.