Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
15 Ғинуар 2025, 07:05

Кумир "вафат булды"

Был шәхесте бөгөнгәсә беҙҙең халыҡҡа хас булмаған исем менән белһәк, мулла ҡушҡан исеме лә бар икән. Бының да үҙ хикмәте бар – рустың ошондай исемле  бөйөк бер кешеһе кеүек булырға теләгән...

Кумир "вафат булды"Кумир "вафат булды"
Кумир "вафат булды"

Был кеше  республикала киң билдәле. Ундай кешеләрҙе шәхес тип ҙурлайҙар. Был шәхестең бихисап исемдәре, наградалары бар. Хатта милли батырыбыҙ исемендәге орденын да костюмында йыш күрәм. Тап ошондай ир-азаматтар ғына  ошондай бүләккә лайыҡлы!

         Ысынлап та, ғәжәп талантлы ул. Телевизорҙан йыш күрһәтәләр, гәзит-журналдарҙа маҡтап яҙалар. Йыш ҡына халыҡ, милләт, рух тураһында йыш һөйләй ул. Үҙенең хеҙмәте менән  милләтте тәрбиәләүгә  тырышыуы хаҡында яңыраҡ радионан да сығыш яһаны. Сәнғәт өлкәһендә хеҙмәт итә ул. Уны беләләр, таныйҙар... Ай Алла, саҡ эшләгән урыны, һөнәре телемдән ысҡынманы. Үҙен шунда уҡ таныр инегеҙ.  Хәйер, үҙен атап әйтмәһәм дә, арабыҙҙа ундайҙар аҙ түгелдер ул.

        Бәғзе берәүҙәрҙең  кумиры ла был ағай. Төрлө урындарҙа уның менән фотоға төшөп, үҙҙәренең сәхифәләренә ҡуйыуҙы күптәр мәртәбә һанай. Конкурстарҙа, фестивалдәрҙә йыш ҡына жюри рәйесе итеп тә күрәбеҙ. Уның һүҙенә иғтибар итәләр. “Мин – башҡорт” тип күкрәк ҡағыу кешенең патриот икәнлеген аңлатмай. Милләтеңә һөйөү матбуғатҡа, сәнғәткә мөнәсәбәттә сағыла. Битарафлыҡ булмаһын ине”, тигән һүҙ юлдарын бер гәзиттә лә уҡығаным иҫемдә.   Ошо шөһрәтле ағайҙы мин күптән түгел юғалттым. Күҙ алдында юҡҡа сыҡты ул.

         Ҡулыма бер журнал  килеп эләкте. Уның тышында уҡ хөрмәт иткән кешемдең һүрәте торғас, ҡомһоҙланып уҡый башланым. Нимә, нимә, кумирҙарыбыҙҙың, билдәле шәхестәрҙең бала сағы, ҡыҙыҡһыныуҙары, ғаиләһе, эске донъяһы хаҡында ҡыҙыҡһынабыҙ. Был шәхесте бөгөнгәсә беҙҙең халыҡҡа хас булмаған исем менән белһәк, мулла ҡушҡан исеме лә бар икән. Бының да үҙ хикмәте бар – рустың ошондай исемле  бөйөк бер кешеһе кеүек булырға теләгән.  Ағай берҙән-бер бөртөк улының юғары  урында яуаплы вазифа биләүенә ҡыуанысын белдергән.           Хәбәрсенең : “Ни эшләп улығыҙға ят исем ҡуштығыҙ?” – тип ҡыҙыҡһыныуына “Шундай полковедец хөрмәтенә ҡуштым был исемде” тип яуаплаған.  Шул мәл, үҙ алдыма, их, ағай, беҙҙең башҡортта батырҙар бөткәнме ни, тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Килененең исеме лә Гүзәл йәки Гөлдәр түгел ине. Унан  нәҫел ебен дауам иткән бер бөртөк ейәне тураһында ғорурланып һөйләгән. Уның да исеме  бөтөнләй беҙҙеке түгел. “Ниңә был исемде һайланығыҙ?” – тип төпсөнгән хәбәрсе. “Был исем миңә бәләкәйҙән оҡшай ине. Ошо исемде йөрөткән фәлән-фәлән шәп кешеләр бар. Минең ейәнем дә шундай кеше буласаҡ. Уның бөтә халыҡ беләсәк!” – тигән шәхес. Унан кумир ейәненең шәп сифаттарын һанап киткән. “Инглиз телен өйрәнә, ҡытай телен дә үҙләштерә башланы”. Унан хәбәрсе шәхестең улы, ейәне башҡорт телен белеү-белмәүе менән төпсөнгән. “Үкенескә ҡаршы, икеһе лә туған телен белмәй шул. Урыҫ мәктәбендә уҡынылар бит”, – тип яуаплаған.

          Шул көндән мин был шәхесте юғалттым...

 

Фото: Айрат Искәндәров

Автор:
Читайте нас