Ғаилә йылы уңайынан ижади династияларҙың иң сағыу вәкилдәре Хамматовтар менән таныштырмаҡсыбыҙ. Мәшһүр яҙыусы Яныбай Хамматовтың эстафетаһын бөгөн ҡыҙы Гүзәл, ейәнсәре Алһыу, бүләсәрҙәре Әйшә менән Наилә дауам итә.
– Атайығыҙҙы иҫкә алғанда, иң беренсе уның ниндәй сифаттары күҙ алдына килеп баҫа?
– Атайымдың әҙәби мираҫы менән көн дә тиерлек шөғөлләнгәс, күп нәмәләр иҫкә төшә, әлбиттә. Ул киткәндән һуң байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Һәм шул арала үткәндәрҙе барлап, киммәттәрҙе яңынан баһаланым. Атайыма хас иң аҫыл, хайран ҡалдырырлыҡ күп сифаттар күҙ алдына баҫа. “Йыраҡтан ҙурыраҡ нәмәләр яҡшыраҡ күренә”, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Алыҫтан атайым миңә гигант булып күренә. Миңә генә түгел, башҡаларға ла. Мәҫәлән, яңыраҡ шағир Хисмәтулла Юлдашев уның хаҡында былай тип яҙғайны: “Бер уйлаһаң, Яныбай ағай үҙенең юғары әхлаклеге, намыҫы менән дә, ижадсы, көрәшсе булараҡ та, рухлылығын әйтеп тә тормайса, башҡаларҙан байтаҡҡа юғары һымаҡ. Көслө, ҙур Шәхес”.
Эйе, ысынлап та, атайым нәҡ шулай булды ла: инсафлы, әҙәпле, көслө, батыр йөрәкле, тура һүҙле, ихлас, намыҫлы, ихтыярлы, уңған, маҡсатына ирешә белгән шәхес. Биргән вәғәҙәһен үтәр, бер ваҡытта ла һуңламаҫ, кеше көттөрмәҫ. Принципиаль һәм талапсан булды – башҡаларға ғына түгел, иң беренсе нәүбәттә, үҙенә ҡарата ла. Үҙе эшһөйәр, диҡҡәтле, йыйнаҡ, тәртип яратҡан кеше булғас, тырыш, белемгә ынтылғандарҙы ихтирам итә ине һәм уларға ярҙам итеүҙе бурысы итеп һананы. Һәләтлеләргә ҡарата бик иғтибарлы булды.
Ғәҙәттә, беҙҙә тура һүҙле, намыҫлы, талапсан һәм ғәҙеллек өсөн үҙен аямай көрәшкәндәрҙе бик яратып бөтмәйҙәр. Ундайҙар, әлбиттә, йыуаш булмай. Атайым ысын көрәшсе ине – ҡыҙыу һәм ҡайнар йөрәкле, дөрөҫлөктө яҡлап, дәрәжәләргә иғтибар итмәй, фекерен йәшермәй күҙгә бәреп әйтә торғайны. Түрәләр алдында баш эймәне, ярамһаҡланып, ялағайланып йөрөмәне. Үҙе лә, етәксе булып эшләгәндә ялағайҙарҙы күрә алманы һәм яҡын ебәрмәй ине.
Атайым бер нисә йыл Әбйәлилдә район башҡарма комитетының рәйесе вазифаһында эшләне. Өфөгә ҡайтҡас, башта аҡсаһыҙ интегеп йәшәнек. Уйлап ҡарағыҙ: хакимиәт башлығы байлыҡ тупламай эштән китһен әле!.. Шуға ышанырлыҡмы?! Юҡҡамы ни, беҙ Асҡарҙан киткәндә, бер йәш табип ҡатын, атайым янына килеп: “Һеҙҙең ғәҙел ҡулығыҙҙы ҡыҫырға рөхсәт итегеҙ!” – тип хушлашты.
Атайымдың холҡо еңел түгел ине (ғөмүмән, еңел холоҡло яҙыусы бармы икән?) һәм ул шуны, ике йөҙлөләнеп, йәшереп йөрөмәне. Ҡаты булыуына ҡарамаҫтан, бик ихлас, нескә күңелле, хискә бирелеүсән кеше булды, тиҙ төшөнкөлөккә бирелеп, ҡайһы саҡта юҡ өсөн дә өҙгөләнә торғайны. “Эсем боша”, – тигәнен йыш ишетә инем. Ә эс бошорғос нәмәләр тормошонда гел осрап торҙо. Уның әүҙем һәм уңышлы эшләүе кемдәрҙеңдер күңеленә хуш килмәне.
Изге, аҫыл йөрәкле шағирәбеҙ Динә Талхина атайыма арнап “мәшһүр яҙыусы Яныбай Хамматовҡа” “Инсан” тигән шиғыр яҙҙы:
...Инсан көслө.
Күңеле нескә.
Ҡайнар йөрәге.
Инсан – илдең терәге.
Илһөйәр, рухлы шәхес булараҡ, кешеләр алдында ғына түгел, бигерәк тә өйөндә атайым: “телем”, “Башҡортостаным”, “халҡым”, “халҡым өсөн” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатлар ине. Былар буш һүҙҙәр түгел икәнен үҙенең хеҙмәте менән дә иҫбатланы.
– Яныбай ағай, ғөмүмән, ниндәй атай булды?
– Бәләкәйҙән мин уны ҡурҡыу белмәҫ батыр, ышаныслы һаҡсы, ҡурсалаусы итеп күрҙем. Бер ваҡыт, инде ҙурайғас, атайым: “Нишләп һин, ҡурҡыныс янаған ваҡытта, башҡа балалар һымаҡ, әсәйеңде түгел, гел мине саҡыра инең? – тип һораны минән. Ул беҙгә, ысынлап та, яҡлаусы ла ине шул.
Бик хәстәрлекле, яуаплы атай ине. Бигерәк тә әсәй өйҙә юҡ саҡта шул ныҡ тойолдо. Бик талапсан да ине. Атайым менән әсәйем мине бер нәмәне йәшермәҫкә, һәр ваҡыт дөрөҫөн әйтергә өйрәтте. Үҙҙәре лә шул яҡтан өлгө күрһәтте. Хатта ғаилә дуҫтарыбыҙҙың береһе: “Һеҙ балағыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ ул, хәйләһе булмаған кешегә тормошта бик ауырға киләсәк бит!” – тип шелтәләп тә, тәнҡитләп тә әйткән.
Бер хәтирә һөйләйем әле. Мин үҫкән осорҙа, хәҙерге һымаҡ, бейеүсе балалар аҙ ине. Күптәр төрлө музыка ҡоралдарын, бигерәк тә, фортепианоны үҙләштерергә тырышты. Һәләтем менән теләгем булғас, мине лә музыкаль мәктәбенә бирергә булдылар. Әммә танышлыҡһыҙ унда инеү мөмкин түгел ине. Республика һәм Өфө ҡалаһы етәкселәре араһында атайымдың элекке дуҫ-иштәре күп булғас, улар менән һөйләшкән, тегеләр ярҙам итергә вәғәҙә биргән. Комиссия алдында һәләтемде иҫбатланым, әммә мәктәп директорының үҙ кешеләре булғанғалыр, ул атайым менән һөйләшеп ҡарарға уйлаған – бәлки, баш тартыр, тип өмөтләнгәндер инде, күрәһең. Шунда атайым, ҡыҙып китеп: “Бала сағымда үҙемә, тейешле шарттар булмау арҡаһында, ундай нәмәләргә өйрәнергә генә түгел, хатта йүнләп уҡырға ла тура килмәне. Исмаһам, ҡыҙым һәр яҡлап белемле шәхес булып үҫһен!..” – тигән. Бына шулай, уның ныҡышмалығы арҡаһында мин ете йыллыҡ музыка мәктәбендә белем алып, уны уңышлы бөтөрҙөм.
Мәктәптә уҡығанда, ял көндәрендә өсәүләп саңғы шыуырға йә һырғалаҡҡа йөрөй торғайныҡ. Шахмат, шашка уйнарға ла өйрәтте атайым. Мине генә түгел, ейәнсәрен дә.
Университетта диплом яҡлар алдынан, ҡағиҙә буйынса, ике рецензия яҙҙыртып алырға кәрәк. Оппоненттарҙың береһе Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй ине. Ваҡытым бик наҡыҫ булғас, атайым, көсөргәнешле эшенән бүленеп, шунда автобус менән барып, рецензияны алып ҡайтты.
Өсөнсө курста колхозға ебәрҙеләр. Шунда ла атайым яныма килеп, хәлемде белеп китте. Яҡындары өсөн гел борсолоп йәшәне.
Сабыйым тыуғас та, ярҙамы ныҡ тейҙе. Ҡыҙыма бер йәш тулғас, эшкә сығырға тейеш инем. Әсәйем дә эшләп йөрөй. Шунда атайым, бөтөнләй көтмәгәндә: “Балағыҙҙы минең менән ҡалдырһағыҙ ҙа була, – тип тәҡдим яһаны. – Барыбер өйҙә эшләп ултырам бит”. Ярай әле, мин ярты ставкаға эшләп йөрөнөм ул ваҡытта. Шулай итеп, дүрт йәше етеп, балалар баҡсаһына биргәнгә тиклем, ҡыҙым олатаһы менән ҡалды. Эше бик тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, атайым баланы ваҡытында ашата, йоҡлата ине. Тышта ла йөрөтөргә өлгөрҙө. Бер ыңғайҙан башҡортса һөйләшергә өйрәтте. Бик хәстәрлекле олатай булды. Баҡсала йәй көнө Алһыуҙы утын бысырға, самауыр ҡуйырға, мунса яғырға өйрәтте...
– Ҡасан һәм нисек ижад итә торғайны?
– Атайым ижад итмәгән ваҡыт булды микән? Уның өсөн байрам да, ял көндәре лә юҡ ине. Өҫтәл артында ғына ултырып эшләне, тип әйтмәйем. Ижадҡа бәйләнмәгән эштәр менән мәшғүл булғанда ла, гел яңы әҫәре тураһында уйлап йөрөнө, йөкмәткеһен, композицияһын уйлап, сюжет линияларын төҙөп, уҡыусыны ылыҡтырыр өсөн нимәнән башларға, тип баш вата ине. Ә китапханаларҙа, архивтарҙа соҡсоноп ултырыуҙары, геройҙары эҙҙәре буйлап сәфәр ҡылыуҙары, уларҙы белгән кешеләр менән осрашыуҙар!.. Тарихи шәхестәр, ваҡиғалар тураһында яҙғанда, бер ыңғай мәҡәләләр баҫтырып сығара ине, телевизорҙан, радионан сығыш яһап белгәндәрен һөйләй торғайны. Батырыбыҙ Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинды, “төньяҡ амурҙары”н күтәреүсе нәҡ Яныбай Хамматов булды.
– Яҙаһы әҫәрҙәре хаҡында ҡатыны Фидан апайға, һеҙгә һөйләй инеме?
– Әлбиттә! Әҫәрҙәрен генә түгел, фекеребеҙҙе белер өсөн, хатта яҙған мәҡәләләрен, кемгәлер тәгәйенләнгән хаттарын да ҡысҡырып уҡый ине. Роман яҙыр алдынан пландары менән уртаҡлашты. Сюжет линияларын баштан алып аҙағына тиклем һөйләп бирә торғайны. Ҡатмарлы сюжетлы тарихи романдар ассоциацияларға ғына таянып ижад ителмәй бит. Ныҡлап, һәр яҡлап әҙерләнеп кенә яҙып була ундай әҫәрҙәрҙе. Күп һанлы тарихи шәхестәр менән уйлап сығарылған геройҙарын берләштереү, уларҙы төрлө ваҡиғаларҙа ҡатнаштырыу, шул уҡ ваҡытта документтарға таяныу... Шундай ҡатмарлы маҡсат ҡуйған атайыбыҙ үҙ үҙенә. Эйе, һәр әҫәр башта уның башында тыуа. Нисек шуларҙың барыһын да мейеһенә һыйҙырған да, нисек бөтәһен дә сылбырынан өҙмәй һаҡлай алған, тип аптырай инек беҙ. Унан тыш, күҙәтеүсән дә, үткер күҙле лә ине. Яҙыусы өсөн бик мөһим сифаттар былар. Фантазияһының байлығына иҫебеҙ китә ине.
– Гүзәл ханым, һеҙ атайығыҙҙың әҫәрҙәрен үҙе иҫән саҡта уҡ тәржемә итә башланығыҙмы? Был хаҡта ул үҙе һоранымы әллә һеҙ тәҡдим иттегеҙме? Ғөмүмән, тәржемә эшенә тотонорға һеҙгә нимә сәбәпсе булды?
– Яңы китаптарының машинкала баҫылған даналарын атайым айырым папкаларға һала торғайны. Берәрен беҙгә лә бирә ине. Шулай автобиографик әҫәрҙәренең беренсе китабын өйгә алып ҡайттым. Уҡый башлағас та илап ебәрҙем. Бик ауыр булған бит уның бала сағы! Тәржемә итергә тигән теләк шул ваҡытта тыуҙы. Һикһәненсе йылдар ине был. Тәржемәләп бөткәс, атайыма уҡырға бирҙем. Ул шатланып уҡып сыҡты. Әммә нәшриәткә бирергә ашыҡманы, сөнки унда башҡа ҡулъяҙмалары сират көтөп ята ине.
Бер ваҡыт, йәй көнө, атайым менән әсәйем “Аҡлан”да йәшәгәндә, уларҙың фатирына нәшриәттә эшләгән Динә Талхина шылтыратты. Һөйләшеп, танышып киттек. Атайым тураһында матур һүҙҙәр, фекерҙәр әйтте. “Үҙең яҙмайһыңмы?” – тип тә һораны. Мин атайымдың бала сағы тураһында автобиографик әҫәрен тәржемә итеүемде әйттем. “Әйҙә, сығарайыҡ!” – тине Динә. Мин аптырап ҡалдым. Атайыма әйткәс, ул: “Шәп булыр ине...” тине, йылмайып. Әммә был һөйләшеүҙән һуң оҙаҡ йәшәргә насип булманы үҙенә...
Был оло ҡайғыны бик ауыр кисерҙек, әле лә ныҡ юҡһынам уны. Бар мәшәҡәттәремде ташлап, атайымдың рухын ҡыуандырыр өсөн нимәлер эшләргә булдым. Вафатына ҡырҡ көн булғанда мәҡәлә яҙып, “Известия Башкортостана” гәзитенә бирҙем. Унан һуң «Бельские просторы» журналына мәҡәлә яҙҙым. «Старатель» исеме менән баҫылып сыҡты ул. Тағы нимәлер эшләге килә, шунда Динәгә шылтыраттым һәм, уның менән һөйләшкәс, күптән тәржемә ителгән әҫәрҙе эшкәртергә тотондом. Был китап атайым киткәндән һуң ике йыл үткәс донъя күрҙе. Башҡортса “Хәсрәтле бала саҡ” тип исемләнгән булһа ла, мин уны “Үгәй ул” (“Пасынок”) тигән исем менән әҙерләнем.
Шулай итеп, ижад эстафетаһын атайым миңә ҡулдан ҡулға тапшырып китте, тиерлек.
Мәктәптә уҡығанда, мин иншалар яҙырға ярата торғайным. Бер ваҡыт атайымдың Ҡолабейәһе тураһында һөйләгәндәрен хикәйә итеп яҙып ҡараным. Ҡысҡырып уҡып, илаттым үҙен. Шунан бирле, бала сағы тураһында китапты мин яҙырмын, тип өмөтләнә башланы. Әммә бындай әҫәрҙе үҙенән башҡа бер кем дә атҡармаҫын аңлап, үҙе ваҡыт табып яҙҙы. Унан һуң тағы өс әҫәр ижад итте. Һөҙөмтәлә, дүрт китаптан торған автобиографик серия барлыҡҡа килде. Мин иһә икеһен тәржемә итеп сығарҙым.
Бала сағындағы ваҡиғаларҙы атайым миңә генә түгел, ейәнсәренә лә йыш һөйләй торғайны. Шуға күрә китап өсөн һүрәттәрҙе ҡыҙымдан эшләттем.
Үҙем сит ил телдәре менән шөғөлләнһәм дә, ҡыҙым медицинаны һайлаһа ла, барыбер атайым теләгәнсә килеп сыҡты. Ул мине яҙыусы итеп күрергә, ейәнсәре китаптарын биҙәр, тип өмөтләнә ине. Хыялдары ифрат көслө булғандыр, барыһы ла уныңса тормошҡа ашты. Икебеҙ ҙә ижад мөхитендә лә тәрбиәләнеп үҫтек бит.
Ошонда, форсаттан файҙаланып, изге, аҫыл йөрәкле Динәгә лә рәхмәт әйткем килә, рухы ҡыуанһын.
Зөһрә Ҡотлогилдина менән Нияз Мәһәҙиев әңгәмәләште. Дауамы бар.
Архив. Ағиҙел, № 7 (127- 137), 2018.