Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Мәҙәниәт
20 Ғинуар 2025, 10:49

Өфөлә Яҙыусылар союзы скверы булдырыла

Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

Өфөлә Яҙыусылар союзы скверы булдырылаӨфөлә Яҙыусылар союзы скверы булдырыла
Өфөлә Яҙыусылар союзы скверы булдырыла

Өфөлә Башҡортостандың Яҙыусылар союзы скверы булдырыла. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе.

— Уҙған аҙнала беҙ республиканың Яҙыусылар союзы йортонда ремонт эштәре барышы менән таныштыҡ. Мин мөмкинлек табыуҙы һорармын, әйҙәгеҙ Яҙыусылар союзы скверын булдырайыҡ һәм кемгә һәйкәл ҡуйырға мөмкин икәнен ҡарайыҡ, — тип мөрәжәғәт итте республика Башлығы Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Головановаға.

 

Автор:
Читайте нас