+21 °С
Болотло
7-9 февралдә Өфөлә «Ел музыкаһы» тип исемләнгән музыка һәм бейеү фестиваль үтәсәк. Был хаҡта данлыҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Роберт Юлдашев «Рәсәй» матбуғат үҙәгендә уҙғарылған пресс-конференцияла һөйләне.
- Ҡурайһыҙ байрам - байрам түгел. Әгәр унда традицион халыҡ музыка ҡоралдары яңғыраһа ғына, байрам кәйефе күпкә күтәрелә, — тине Роберт Юлдашев.