Бөгөн Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы "Фатихамды бирәм һиңә" тип исемләнгән түңәрәк өстәл үткәрелде. Сараны Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар союзы һәм республиканың Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо.
Түңәрәк өҫтәлгә әҙибәнең туғандары, яҡташтары, дуҫтары һәм коллегалары йыйылды. Улар шағирәне йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып, йылы хәтирәләр менән бүлеште. Мәртәбәле сарала шулай уҡ Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов ҡатнашты.
- Декабрь айында «Аҡбуҙат» балалар журналы ҡатнашлығында Яҙыусылар союзы Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр конкурсы ойошторолдо. Ә быйылғы йылда Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын үткәрергә ҡул ҡуйылды. Факиһа Туғыҙбаева башҡорт әҙәбиәтендә ҙур эҙ ҡалдырҙы. Уның ярҙамы арҡаһында республикала яңы авторҙар барлыҡҡа килде. Шағирәнең юбилейы уңайынан тағы ла бер һөйөнслө ваҡиға беҙҙе көтә. Китап нәшриәтенең ҡарары буйынса, Факиһа Туғыҙбаеваға арналған китап-альбомы сығасаҡ, - тип белдерҙе Айгиз Баймөхәмәтов.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев бергә эшләгән йылдарҙы иҫкә алды, Факиһа Туғыҙбаева хаҡында иң йылы һүҙҙәрен әйтеп, шиғырҙарын юғары баһаланы.
Түңәрәк өҫтәл Факиһа Туғыҙбаеваның яҡташтары тарафынан башҡарылған музыкаль номерҙар менән үрелеп барҙы. Сараның аҙағында шағирәнең яҡындары дөйөм фотоға төштөләр.