Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
13 Февраль 2025, 08:40

ҺАҠМАР ҺАНДУҒАСЫ

Халҡыбыҙҙың танылған йырсыһы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужина күркәм юбилейын билдәләй.

ҺАҠМАР ҺАНДУҒАСЫҺАҠМАР ҺАНДУҒАСЫ
ҺАҠМАР ҺАНДУҒАСЫ

Халҡыбыҙҙың танылған йырсыһы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужина күркәм юбилейын билдәләй.

Миңзифа бәләкәйҙән шаян, ҡыйыу булып үҫә. Алсаҡ ҡыҙ тиҫтерҙәре араһында башлап йөрөүсе, төрлө һөнәргә, яңылыҡҡа ынтылыусан булыуы менән айырылып тора.

Баймаҡ районының Темәс ауылында һигеҙ балалы, эшсән, татыу Исҡужиндар ғаиләһендә йыр-моң мөхитендә үҫә.Миңзифаның атаһы Усман ағай халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән Баймаҡ яҡтарында дан алған йырсы, гармунсы. Ҡыҙы атаһынан билдәле халыҡ йырҙарын өйрәнә. «Атанан күргән уҡ юнған» тигәндәй, Усман ағайҙың бөтә улдары ла гармунда уйнай. Ағалары Миңзифаны ла гармунда уйнарға өйрәтә. Ул үҙе уйнап йырлай, әхирәт ҡыҙҙарын теҙеп ултыртып концерттар ҡуя, йырлап бөткәндән һуң әртистәр кеүек килештереп баш эйә. Мәктәп йылдарында вокаль ансамбль төҙөй. Уҡытыусылары моңло тауышлы ҡыҙға профессиональ йырсы һөнәрен һайларға кәңәш бирә.

Етенсе класта уҡығанда мотоциклда йөрөргә өйрәнеп ала Миңзифа. Күрше ауылға киске уйындарға мотоциклда елдереп барып етә, егеттәр менән алмашлап гармунда уйнай. Ауылда, Баймаҡта үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йырсы булам, уҡырға китәм тигән теләген әйткәс, әсәһе:«Шул да булдымы һөнәр?!»,­ти ҡәтғи фекерен белдереп. Әсә һүҙенән сыҡмаҫҡа өйрәнгән ҡыҙ һатыусылар курсын тамамлап, магазинда эшләй башлай. Тик бөтә күңеле менән уҡып йырсы һөнәре алырға, ҙур сәхнәләрҙә йырларға хыяллана. Икеләнеүҙәр, хафаланыуҙар, уйланыуҙар менән ике йыл ваҡыт үтеп тә китә. Гармун тартып, йырлап, ҡурҡыу белмәй мотоциклда сапҡан сая ҡыҙҙарын ата-әсәһе:«был шаянлығы баҫылыр, кейәүгә бирәйек» тигән ҡарараға киләләр. Миңзифаға:«Йәшең етеп бара, кейәүгә сығырға ваҡыт», – тигәс ҡыҙ илап-ялбарып уҡырға ебәреүҙәрен һорай. Ата-әсәһенең үҙ һүҙендә торасағын аңлаған Миңзифа ҡасып уҡырға китергә ҡарар итә. Һатыусы булып эшләп йыйған аҡсаһын барлап, бергә эшләгән әхирәте менән баш ҡалаға юлланалар ҡыҙҙар.

Ауылдан гөжләп торған ҡалаға килеп төшкәс, аптырап ҡала улар. Сәнғәт училищеһына имтихандар тамамланған. Ҡайҙа барырға? Шунда Миңзифа ике туған ағаһының адресын яҙып алғаны иҫенә төшә. Ағаһы ҡыҙҙарҙы Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә эшкә урынлаштыра, дөйөм ятаҡтан урын да бирәләр. Күп тә үтмәй Миңзифа Мәҙәниәт һарайына хор түңәрәгенә яҙыла, эштән һуң репетицияларға йөрөй, концерттарҙа йырлай, яңы йырҙар өйрәнә.

Уҡыу йорттарына ҡабул итеү башланғас, бик тулҡынланып Өфө сәнғәт училищеһына бара. Йырсылар бүлегенә дүрт йүнәлештән дә тик бишле билдәһенә еңел генә имтихандарҙы тапшырып, студент булып китә.

Вокал дәрестәре буйынса уҡытыусыһы Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова Минзифаның тәбиғи тауышын һаҡлап, артабан үҫтереү өсөн күп эшләй. Йырсы булыу теләге менән янып йәшәгән ҡыҙ уҡытыусыһының һәр һүҙен, төрлө алымдарын хәтерендә ҡалдыра, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп уҡый.

Училище тормошо бик оҡшай Миңзифаға, ул үҙен йыр, музыка яңғырап торған серле донъяла кеүек хис итеп ҡанатланып йәшәй. Хатта медучилище бөтөп Сибайҙа эшләп йөрөгән һеңлеһе Гөлнурҙы ла уҡырға инергә өгөтләй. Һеңлеһе лә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, студент булып китә. Йылдар үткәс, апаһы ярҙамында һайлаған икенсе һөнәрендә ул да юғары үрҙәр яулай. Бөгөн Гөлнур Нарынбаева – йыр бәйгеләре лауреаты, бай репертуарлы опера йырсыһы.

Миңзифа һуңғы курста уҡығанда Казахстандан талантлы йәштәрҙе эҙләп Алма-Ата сәнғәт академияһынан белгестәр килә. Казах профессоры һоҡланғыс тауышлы апалы-һеңлеле Исҡужиналарҙың сығышын бик оҡшата, Алма-Атаға юғары вокал уҡыу йортона китергә тәҡдим итә. Ҡыҙҙар риза булалар, тик уҡытыусылары Фәрзәнә Фәтҡулловна: «Үҙебеҙҙең башҡорт йырҙарын, халыҡ моңон уларға унда кем өйрәтә? Киләсәктә милләтебеҙҙең ғорурлығы булырҙай бындай таланттар үҙебеҙгә кәрәк», – тип ҡаршы төшә.

Фәрзәнә Фәтҡулловна Миңзифаны профессиональ сәнғәткә етәкләп алып килгән, ижадында ғына түгел шәхси тормошонда ла ҙур роль уйнаған уҡытыусыһы. Ул ауылдан килгән йәш ҡыҙға икенсе әсәй кеүек була. Төрлө кәңәштәр бирә, яңлышыуҙарҙан, хаталарҙан ҡурсалай, тормошҡа өйрәтә. Йырсы ғүмере буйы рәхмәтле остазына.

Студент йылдарында уҡ Миңзифа бихисап йыр бәйгеләрендә ҡатнашып еңеүҙәргә өлгәшә. Талантлы ҡыҙҙы йыш ҡына «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә үткән осрашыуҙарға ла саҡыралар.

Ул йылдарҙа сәнғәт институтында уҡыған бер төркөм егеттәр «Ҡаруан һарай» төркөмөн ойошторалар. «Аҡ тирмә»ләге бер осрашыуға ошо төркөм егеттәре лә килә. Миңзифа башҡорт халыҡ йыры «Һандуғас»ты йырлай. Йәш кенә ҡыҙҙың ярайһы ғына ҡатмарлы халыҡ көйөн шундай оҫта итеп башҡарыуын хайран ҡалып тыңлайҙар егеттәр. Артур Туҡтағолов тигәне ҡыҙҙан күҙен дә алмай. Бер күреүҙән ғашиҡ була егет. Бар ҡыйыулығын йыйып янына килә: «Беҙ оҙаҡламай Ырымбур яҡтарынд гастроллдәргә сығабыҙ, беҙҙең менән барырға ризаһыңмы?», – тип һорай. «Юҡ, минең ваҡытым юҡ», – тип ҡырт киҫә йырсы ҡыҙ.

Күп тә үтмәй Миңзифа йәшәгән ятаҡҡа Артур Вилдан Яруллинды эйәртеп килә. Егеттәр бүлмәгә ингәс, Минзифа икеһенә лә һынаулы ҡараш ташлай. Артур бөтөнләй ҡаушап, телен йотҡандай тора. Ә Вилдан ҡыйыу итеп йырсы ҡыҙҙы гастролдәргә сығырға өндәй, төрлө вәғәҙәләр бирә. «Быныһы мәмәй, ә быныһы ҡайһылай осондоҡ», – тип уйлап, шаян ҡыҙ көлөп ебәрә. Егеттәр шатланып, ризалыҡ алдыҡ тип ҡайтып китәләр.

Сәнғәт училищеһен уңышлы тамамлағас, Миңзифа шул уҡ йылда Өфө сәнғәт институтына уҡырға инә. Йыш ҡына «Ҡаруан һарай» төркөмө егеттәре менән концерттарҙа ҡатнаша, гастролдәргә сыға. Артур уның янынан китмәй, тора-бара һөйөү уты икеһен дә ялмап ала. Институттың беренсе курсында уҡ никах уҡыталар. Ғаиләле булып уҡыуҙарын дауам итәләр, республикала барған төрлө мәҙәни сараларҙа, концерттарҙа, йыр бәйгеләрендә ҡатнашалар, тырышып уҡыйҙар, донъя көтәләр. Улдары Буранбай тыуа. Институты тамамлап икеһе лә Башҡорт дәүләт филармонияһында эш башлайҙар. Тиҙҙән икенсегә әсәй була Миңзифа. Көтөп алған ҡыҙҙарына Айһылыу тип исем ҡушалар. 

«Филармонияға әле генә килгән кеүек, 30 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Был йылдар эсендә шундай данлы йырсылар, музыканттар менән эшләргә тура килде. Тәнзилә Үҙәнбаева, Ғәли Хәмзин, Нәзифә Ҡадырова, Зөлфиә һәм Рөстәм Ҡудашевтар, Азат Айытҡолов, Хәлит Фәтихов. Абруйлы сәхнә осталарынан көйҙөң һәм телдең матурлығын, халыҡ йырҙары һәм вокаль әҫәрҙәр үҙенсәлеген ышаныслы итеп һүрәтләргә, сәхнә серҙәренә өйрәндем. Башта «Ҡаруанһарай» фольклор эстрада төркөмөндә йырланым, шунан инде хәҙерге көнгә тиклем Артур төҙөгән «Далан» эстрада төркөмөндә», – тип һөйләй Миңзифа сәхнәлә үткән йылдарына байҡау яһап.

Тырышлығы, йырға, сәхнәгә булған мөкиббәнлеге, тәбиғәт биргән бик матур сопранолы һоҡланғыс тауышы менән ул тиҙ арала киң танылған, халыҡ һөйөүен яулаған йырсы булып үҫешә, башҡорт оҙон көйөнөң тәбиғи мөләйемлеген вокаль сәнғәте ҡанундарына тура килтереп башҡарған йыр оҫталарының береһенә әүерелә. «Ашҡаҙар», «Шәүрә», «Зөлхизә», «Зәлифәкәй»һәм башҡа халыҡ көйҙәрендә драматизм һәм лирика менән тулы ҡабатланмаҫ ҡатын - ҡыҙ образдарын тыуҙыра һәм башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу эталоны булып ҡала килә.

Иҫ киткес профессионаллек, ҡабатланмаҫ талант йырсыға төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр башҡарырға һәм республиканың абруйлы концерт майҙандарында сығыш яһарға мөмкинлек бирә. Ул шулай уҡ төбәк - ара һәм ил күләмендәге фестивалдәрҙә, бәйгеләрҙә көтөп алынған йырсылар иҫәбендә. Миңзифа Усман ҡыҙының сығышын Азербайжан, Ҡытай, Үзбәкстан, Вьетнам илдәрендә лә яратып ҡаршы алалар. 2006-2009 йылдарҙа ул Төркиәлә үткән Башҡортостан Республикаһы көндәрендә ҡатнаша. Һоҡланып туймаҫ сибәрлеге, сағыу таланты менән тамашасыларҙы әсир итә ул. «Һеҙ Һиндостанданмы?», – тип һораусылар ҙа була хатта. Һорарлыҡ та шул, Миңзифаның һылыулығы, ихлас йылмайыуы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана, әсир итә.

Төрлө йылдарҙа Мәскәү, Санкт - Петербург ҡалаларындаБашҡортостан көндәрендә, Һарытау, Һамар, Ырымбур, Силәбе, Пермь, Ҡорған өлкәләрендә, милли «Һабантуй» байрамдарында республикабыҙ исеменән лайыҡлы сығыш яһай.

Филармонияның эстрада төркөмдәре менән илебеҙ буйлап һәм республиканың район, ҡалаларында гастролдәрҙә, концерттарҙа, мәртәбәле мәҙәни сараларҙа үткән шаулы ғүмерҙең һәр миҙгеле йырсы өсөн ҡәҙерле һәм матур иҫтәлектәр менән биҙәлгән.

Ул үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе даими рәүештә сағыу шәхсән концерттары менән ҡыуандыра. Унда Минзифаның репетуарының алтын хиттары булған башҡорт һәм татар композиторҙарының лирикаһы: Заһир Исмәғилевтең «Былбылым», Хөсәйен Әхмәтовтың «Тыуған ауылым», Бәхти Ғайсиндың «Рәйсә», «Ике аҡҡош», «Онота алмайым», Артур Туҡтағоловтың «Мөхәббәт», «Ауылым тирәктәре», «Оноторға мөмкин түгел», «Мин иҫләйем» һәм халыҡ йырҙары «Бала ҡарға», «Гөлнәзирә», «Үткән ғүмер», «Хисам», «Кәмәлеккәй буйы» һ.б. ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Артист филармонияның Эстрада - джаз оркестры, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостан Республикаһының Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы менәнәүҙем хеҙмәттәшлек итеп төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр башҡара. Һәр концерт йырсының үҙенсәлекле ритмлылығын, музыкаллеген, һоҡланғыс талантын раҫлай.

Тормош иптәше Башҡортостандың халыҡ артисы, «Далан» фольклор эстрада төркөмө етәксеһе,музыкант, йырсы - композитор Артур Туҡтағолов менән башҡорт сәнғәтенә тоғролоҡ өлгөһө булып, ҡулға-ҡул тотоноп ижад итәләр. Уларҙың «Далан» төркөмө менән республика, Рәсәй өлкәләре буйлап гастролдәре туҡтауһыҙ дауам итә, тиһәк тә хата булмаҫ. «Гастролдәргә сыҡмай торһаң, ниҙер етмәгән кеүек. Ғүмер буйы йөрөп өйрәнелгән. Төрлө ҡалаларҙа, өлкәләрҙә таныштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ күп. Улар беҙҙең килеүҙе көтөп алалар, беҙ ҙә һағынып, осрашыуҙарға ашҡынып барабыҙ. Филармонияға килгән ҡайһы бер йәштәр гастролдәргә йөрөүҙе өнәмәй, кәрәк тапмай. Беҙ йәштән шулай күнеккәнбеҙ. Төрлө тарафтарҙа донъя күреп, концерттар менән сығыш яһау үҙе ҙур бәхет», – тип һөйләй йырсы.

«Миңзифа» - төрөк исеме, «хыял», «теләк» тип тәржемә ителә. Был исемде йөрөтөүселәр холоҡ көсө, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән булыуҙары менән айырылып тора. «Исеменә күрә есеме» тигәндәй Миңзифа Усман ҡыҙы бала саҡтан «йырсы булам» тигән хыялын тормошҡа ашырып, халыҡ һөйөүен яулаған, башҡорт эстрадаһы күгендә балҡып янған сағыу йондоҙ. Уның исеме, ижады, йырҙары башҡорт йыр сәнғәте тарихында лайыҡлы һәм абруйлы урын биләй.

Әлфиә Ғимаҙиева,

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

 

Автор:
Читайте нас