Бөгөн Өфөнөң З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында башҡорт әҙәбиәте классигы Яныбай Хамматовҡа арналған конверттың исем туйы һәм уға махсус почта штемпелен баҫыу тантанаһы үтте.
Конверттың исем туйында Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социаль-мәҙәни бүлек начальнигы Илнур Вәлиев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостан Республикаһының Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов һәм Милли китапханаһы директоры Айгөл Әминева ҡатнашты.
Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова яҙыусының конвертта һынландырыуының әһәмиәтлеген билдәләне.
- Үҙ заманында уның романдары бар Советтар Союзына таралғандай, бөгөн килеп уның конверттары Рәсәй буйлап һибеләсәк, - тине Алһыу Әнүәр ҡыҙы.
Айгиз Ғиззәт улы был ваҡиғаның республикала ғына түгел, бөтә ил кимәлендә мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Яныбай Хамматовҡа оло ихтирам белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһының федераль почта Идаралығы директоры Ленард Шафиҡов, был ваҡиғаны бик ҡыуаныслы, тип билдәләне. Ошоноң арҡаһында республиканан ситтә йәшәгән халыҡ та башҡорт яҙыусыһының тормошо һәм ижады тураһында белә аласаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Конверт 50 000 дана менән сығарылған. Уларҙы Башҡортостан буйлап һәр почта бүлексәһендә һатып алырға мөмкин.