Бөгөн Өфөнөң Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында эшҡыуар һәм яҙыусы Айрат Сөләймәновтың “Башкирия. Страна тысячи лет” тигән китабының исем туйы үткәрелде.
Килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағирә, драматург Тәнзилә Дәүләтбирҙина сәләмләне һәм Айрат Сөләймәновҡа башҡорт әҙәбиәтен пропагандалағаны өсөн Башҡортостан Яҙыусылар союзының грамотаһын тапшырҙы.
Был сараға авторҙың ҡәләмдәштәре, дуҫтары, яҡташтары, билдәле тарихсылар йыйылды. Тарихсылар - Рәмил Рәхимов, Илдар Ғабдрахипов, Ренат Шәрипов, Илдус Ғабдуллин тыуған яҡты өйрәнеүселәр, Башҡортостандың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мөһим мәғлүмәт сығанағы булған китапҡа ҡарата ыңғай фекерҙәрен әйтте. Айрат Мөҙәрис улының ижады буйынса шағирҙар: Дилә Булгакова, Рәмил Сурағол, Леонид Соколов, Төркиәнән Ёзджан Перска һәм Ҡырмыҫҡалы районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев ентекле сығыш яһаны һәм авторға артабан да ижади уңыштар теләне.
Китап туйына Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсуринаның йырҙары Вилдан Дәүләтбирҙиндың ҡурай моңдары байрамса йәм өҫтәне.