Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Мәҙәниәт
22 Февраль 2025, 07:40

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды

Тантаналы асыуҙа төбәктең юғары дәрәжәле вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, шулай уҡ Башҡортостандан һәм Татарстандан абруйлы ҡунаҡтар булды.

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылдыШәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды

Силәбелә Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы үҙ ишектәрен асты. Был көндө учреждение ҡунаҡтарҙы экскурсия һәм мәҙәни-күңел асыу программаһы менән сәләмләне.

Тантаналы асыуҙа төбәктең юғары дәрәжәле вәкилдәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, шулай уҡ Башҡортостандан һәм Татарстандан абруйлы ҡунаҡтар булды.

Силәбе башлығы Алексей Лошкин уҡыусы билеты алды һәм китапхананың яңыртылған киңлеге асылыуы менән ҡотланы. «Силәбе һәр саҡ күп милләтле мәҙәни төбәк булды. Һәм оҙаҡламай был китапхананың 120 йыллығын билдәләүебеҙ был мәҙәни йоланы дауам итеүе тураһында һөйләй. Беҙ һәр ваҡыт шуға ынтылдыҡ. Бында ҡаланың китапханалар киңлегенең яңы кимәле булдырылған. Бөгөн күргән йүнәлештәр, ошо интерактив, заманса технологиялар мөмкинлектәре китапханалар киңлегендә тәьҫир итте. Айырыуса балалар залы», - тине Алексей Лошкин.

Тантаналы өлөштә ҡотлау телмәре менән Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министры Алексей Бетехтин; Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов; Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов; Силәбе өлкәһе башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Амур Хәбибуллин һәм башҡа кунаҡтар сығыш яһаны.

Тәүге минуттарҙан ҡунаҡтарҙы музыкаль сәйәхәткә ҡурай моңо оҙатты.

«Айгөл» бейеү ансамбле башҡарыуындағы бейеү һүрәтләмәһе сараның сағыу биҙәге булды.

Күркәм вокалды йыйылыусыларға Дамир Сафин, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Силәбе дәүләт филармонияһы солисы Гүзәл Шахматова, шулай уҡ Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Глинка исемендәге Силәбе дәүләт опера һәм балет театры солисы, Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эргәһендәге "Ынйылар" ансамбле ҡыҙҙары бүләк итте.

Байрам ҡалала бай китап мәҙәниәте булыуын һәм төбәктәр араһындағы дуҫлыҡты һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ш.Бабич исемендәге китапхана концепцияһының нигеҙендә китапхананың башҡорт һәм татар халыҡтарының йәмәғәт тормошо үҙәге булыуын аңлау ята, уның төп бурысы - хеҙмәттәшлек һәм партнерлыҡ аша милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлау.

Фото: Управление культуры Челябинска и Алтынай Нишанова

 

Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәте китапханаһы асылды
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас